Туғыҙбаева Факиһа Һаҙый ҡыҙы

Факиһа Һаҙый ҡыҙы Туғыҙбаева (ҡыҙ фамилияһы — Нафиҡова; рус. Факия Хадыевна Тугузбаева; 1950 йылдың 1 ғинуары, Бүздәк районы, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР2021 йылдың 20 марты, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — башҡорт совет һәм Рәсәй журналисы, шағирә һәм яҙыусы. 1990—2010 йылдарҙа «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ шағиры (2014). Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының (1992) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1995).

Биографияһы

1950 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Бәләкәй Ҡаңны ауылында (1960 йылдарҙа Ҡаңны-Төркәй ауылына ҡушыла) тыуа. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай (1972). Хеҙмәт юлын «Башҡортостан пионеры» («Йәншишмә») гәзитендә башлай, 1979 йылда «Пионер» («Аманат») журналына күсә. 1990—2010 йылдарҙа «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире була.

Халыҡ шағиры 2021 йылдың 20 мартында Өфө ҡалаһында ауырыуҙан һуң вафат була[1].

Әҙәби эшмәкәрлеге

Факиһа Туғыҙбаева — лирик, фәлсәфәүи әҙип.

Уның «Мәк ялҡыны» тигән тәүге шиғыр китабы 1980 йылда донъя күрә. Унан һуң бер-бер артлы «Күҙ ҡараһы» (1984), «Йондоҙ асам» (1987), «Сәғәт моңо» (1991), «Фатихамды бирәм һиңә» (1994), «Минең ҡошом — Һомай» (2000) шиғыр һәм поэма йыйынтыҡтары баҫылып сыға.

Шағирә балалар әҙәбиәтендә лә ихлас эшләй. «Шаҡмаҡлы дәфтәр» (1981), «Яңы күлдәк» (1983) әкиәттәр һәм хикәйәләр, «Болонда уйнай сәскәләр» (1995) тигән шиғыр китаптары авторы. Рус телендә «Хлеб да соль» (1989), «Камень счастья» (1998) исемле шиғыр йыйынтыҡтары бар.

1993 йылда «Сәғәт моңо» китабы өсөн — Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премияға, ә 1995 йылда «Фатихамды бирәм һиңә» китабы өсөн Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. 2014 йылдың декабрендә «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелә.

Әҙип тураһында

  • Бикбаев Р. Слово о народе. — Уфа: ГУП Башкирское издательство «Китап» им. З. Биишевой, 2011.
  • Миннуллин Р. Путь к жизни поэтессы. Факия Тугузбаева. Путь к жизни. — Казань: Татарское книжное издательство, 2010.
  • Кузбәков Ф. Факиһа Туғыҙбаеваның ижады хаҡында (баш.) // Агидель : журнал. — 2010. — № 3. — С. 128–141.
  • Зиновьев А. «В глазах людей я вижу звезды»: стихи Факии Тугузбаевой удивительно лиричны и чисты // Молодёжная газета Республики Башкортостан : газета. — 2010. — 14 января (№ 2). — С. 8.
  • Ситдикова Г. Моя доля из сада Факии: для поэта важнее всего биография души // Республика Башкортостан : газета. — 2010. — 5 января.
  • Ураҡсина Р. Рухи именлек һаҡсыһы // Ватандаш. — 2006. — № 3. — С. 116—122. — ISSN 1683-3554.

Китаптары

  • Мәк ялҡыны (баш.). — Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 1980. — 32 с.
  • Шаҡмаҡлы дәфтәр (баш.). — Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 1981. — 64 с.
  • Яңы күлдәк (баш.). — Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 1983. — 38 с.
  • Күҙ ҡараһы (баш.). — Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 1984. — 88 с.
  • Йондоҙ асам (баш.). — Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 1987. — 112 с.
  • Хлеб да соль. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1989. — 56 с. — ISBN 5-295-00320-5.
  • Сәғәт моңо (баш.). — Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 1991. — 112 с. — ISBN 5-295-00723-5.
  • Фатихамды бирәм һиңә (баш.). — Өфө: Китап, 1994. — 240 с. — ISBN 5-295-00205-5.
  • Болонда уйнай сәскәләр (баш.). — Өфө: Китап, 1995.
  • Камень счастья: Стихи. — Уфа: Китап, 1998.
  • Минең ҡошом — Һомай (баш.). — Өфө: Китап, 2000. — 272 с. — ISBN 5-295-02758-9.
  • Алтын асҡыс — бүләккә!: Шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр (баш.). — Өфө: Китап, 2004. — 151 с. — ISBN 5-295-03494-1.
  • Ваҡыт тамғалары: Шиғырҙар (баш.). — Өфө: Китап, 2008. — 447 с. — ISBN 978-5-295-04634-6.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡортостандың халыҡ шағиры (2014);
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000);
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1999);
  • Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1995);
  • Рәми Ғарипов исемендәге премия (1993);
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992)[2].

Хәтер

  • 2021 йылдың 25 декабрендә Өфөлә Факиһа Туғыҙбаева Йәшәгән Революция урамдағы 66-сы йорт стенаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйыла[3];
  • 2025 йылдың мартында Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылында Факиһа Туғыҙбаеваға мемориаль таҡтаташ асыла[4];
  • 2026 йылдың 25 мартында Өфө ҡала советы депутаттары 8 март биҫтәһендәге яңы урамдарҙың береһенә Факиһа Туғыҙбаева исемен биреү тураһында ҡарар ҡабул итә[5].

Иҫкәрмәләр

  1. В Уфе ушла из жизни народный поэт Башкортостана Факия Тугузбаева. ИА «Башинформ» 20 марта 2021 года
  2. О присвоении почетного звания «Заслуженный работник культуры Республики Башкортостан» работникам печати республики. Указ Президиума ВС РБ от 27.04.1992 N 6-2/221 Информационный портал Республики Башкортостан(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 февраль 2019)
  3. В Уфе появилась мемориальная доска памяти народного поэта Башкортостана Факии Тугузбаевой. Министерство культуры Республики Башкортостан. Официальный сайт (23 декабрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2026. (рус.)
  4. Регина Садыкова. В Канлы-Туркеево открыли мемориальную доску Факие Тугузбаевой. Газета Буздякские новости. Официальная страница (26 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2026. (рус.)
  5. Ляйсан Закирова. В Уфе улицу назовут в честь поэтессы Факии Тугузбаевой. ИА «Башинформ» (25 март 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. Писатели земли башкирской. — Уфа: Китап, 2006. — С. 168, 169. — 496 с. — ISBN 978-5-295-03766-5. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 март 2026);
  • Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. Писатели земли башкирской. — Уфа: Китап, 2015. — С. 225, 226. — 496 с. — ISBN ISBN 978-5-295-06338-1. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 март 2026);
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.

Тема буйынса өҫтәмә