Әминев Әмир Мөхәмәт улы
Әмир Мөхәмәт улы Әминев (рус. Аминев Амир Мухаметович, 1953 йылдың 1 ғинуары, Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы, Һабай, Башҡорт АССР-ы) — совет, Рәсәй яҙыусыһы, журналист, тәржемәсе. Башҡортостан һәм Рәсәй яҙыусылар союзы ағзаһы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире (2002—2016 йылдар), журналист, тәржемәсе; Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2022)[1].
Биографияһы
1953 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Һабай ауылында тыуған.
Башланғыс белемде тыуған ауылында ала, артабан Юлыҡ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡый. Мәктәпте тамамлағандан һуң Өфө ҡалаһындағы 1-се интернат-мәктәптә (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) белем алып бара.
Хәрби хеҙмәт үтә.
1975—1980 йылдарҙа М. Горький исемендәге Мәскәү Әҙәбиәт институтында уҡый.
Институтты тамамлағандан һуң Өфөгә ҡайта һәм «Ағиҙел» журналы редакцияһында 18 йыл корректор, яуаплы сәркәтип һәм мөхәррир урынбаҫары вазифаларында эшләй.
1998—2002 йылдарҙа «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире була.
2002—2016 йылдарҙа «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире вазифаһын башҡара.
Ижады
Әҙиптең «Турат» исемле тәүге хикәйәһе 1975 йылда «Ағиҙел» журналында донъя күрә, ә «Ҡайын япрағы» тип аталған беренсе хикәйәләр йыйынтығы 1981 йылда нәшер ителә. 1989 йылда Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә уның «Йәшлек моңдары» тигән икенсе китабы баҫыла. Унан һуң бер-бер артлы «Сөңгөл», «Ҡапҡа» һ.б. китаптары донъя күрә.
Әҫәрҙәренә материалдарҙы әҙип, нигеҙҙә, ауыл тормошонан ала. Йәштәрҙең эскерһеҙ мөхәббәте, шәхестең кешеләр, йәмғиәт алдында яуаплылығы, намыҫ һәм намыҫһыҙлыҡ, үткәндәргә, тирә-яҡ мөхиткә, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш — Әмир Әминев ижадының төп темалары. Ижадына шулай уҡ сюжет, композиция, форма өлкәһендә эҙләнеүҙәр ҙә хас.
Яҙыусы тәржемә өлкәһендә лә уңышлы эшләй. Мәскәүҙә йәшәгән һәм русса ижад иткән башҡорт яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллиндың прозаһын башҡорт уҡыусыһына башлап еткереүсе ул булды. Шулай уҡ башҡорт теленә Камил Йыһаншин, рус яҙыусыһы Александр Платонов әҫәрҙәрен тәржемә итте. Хәҙерге башҡорт прозаһы тураһында төплө, етди мәҡәләләр авторы.
2012 йылда «Ҡытай-Город» проза китабы өсөн Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһына лайыҡ була, был уның рус телендәге тәүге китабы[2].
Әмир Әминев Өфөлә йәшәй.
Әҫәрҙәре
- Ҡайын япрағы. — Өфө., 1981;
- Йәшлек моңдары. — Өфө, 1989;
- Сөңгөл: Повесть, хикәйәләр. — Өфө, 2001;
- Ҡапҡа: Повестар, хикәйәләр. — Өфө, 2003;
- Бер кәмәлә:Повестар, хикәйәләр. — Өфө, 2016.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993);
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2022)[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ В Башкирии появилось 3 новых народных писателя и 1 народный поэт. Аргументы и факты. Кфа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 декабрь 2020.
- ↑ Культура и Искусство. ktrb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 февраль 2021.
- ↑ Халыҡ яҙыусылары, шағирҙары рәте тулыланды