Мусин Ноғман Сөләймән улы

Ноғман Сөләймән улы Мусин (рус. Нугума́н Сулейма́нович Му́син; 1931 йылдың 17 июле, Ҡолғона, Башҡорт АССР-ы2021 йылдың 31 октябре, Өфө) — уҡытыусы, журналист, яҙыусы-прозаик. 1958 йылдан — КПСС, 1963 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2001); Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1991). «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2011), Халыҡтар дуҫлығы һәм Салауат Юлаев (2007) ордендары кавалеры.

Биографияһы

Мусин Ноғман Сөләймән улы 1931 йылдың 17 июлендә Башҡорт АССР-ының Маҡар районы[1] Ҡолғона ауылында тыуған.

1937—1944 йылдарҙа Ҡолғона ауылында ете йыллыҡ мәктәптә белем ала. 1947 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлай һәм шунда уҡ уҡытыусы булып эш башлай. 1949 йылда Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына уҡырға инә. 1951 йылда ошо юғары уҡыу йортон тамамлағас, бер аҙ Маҡар район мәғариф бүлегендә инспектор вазифаһын башҡара һәм йыл аҙағында СССР Ҡораллы Көстәренә хәрби хеҙмәткә саҡырыла.

1953 йылда запасҡа ҡайтарылғас, «Совет Башҡортостаны» республика гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, унан һуң Ҡолғона ауылында дүрт йыл уҡытыусы булып эшләй.

1958 йыл Өфөгә килә, «Ағиҙел» журналында — бүлек мөдире, яуаплы секретарь, 1962 йылдың башынан «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр була.

Башҡорт дәүләт университетының киске бүлеген тамамлай, артабан йәнә «Ағиҙел» журналында бүлек мөдире, Башҡортостан телевидениеһында, унан Башҡортостан китап нәшриәтендә мөхәррир булып эшләй.

Халыҡ яҙыусыһы 2021 йылдың 31 октябрендә ауырыуҙан һуң Өфө ҡалаһында вафат була[2].

Ижады

Ноғман Мусиндың ижади аҙымдары Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтында башлана. Тәүге шиғырҙары үҙе хәрби хеҙмәттә сағында республика гәзиттәрендә һәм «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫылып сыға. Был осорҙа ул проза жанрында ла көсөн һынап ҡарай, һалдаттар тормошона арналған бер нисә хикәйә яҙа. «Минең дуҫ» тигәне 1954 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында, ҡалғандары «Совет Башҡортостаны», «Ленинсе» гәзиттәрендә, 1956 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫылып сыға.

Ноғман Мусиндың тәүге күләмле әҫәре — «Зөһрә» повесы 1956 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫыла. Унан бер-бер артлы «Ғорурлыҡ», «Күксә урманында», «Ер биҙәге», «Ауылым юлы», «Кеше йылмая», «Сәскәләр керпеген аса» тигән повестары баҫылып сыға. Яҙыусының төп темаһы — урман, уны һаҡлау.

1968 йылда колхоз тормошона арналған «Өҙәрем юл кешеләре» исемле роман яҙа.

«Һайлап алған яҙмыш», «Зәңгәртауҙа аҡ болан», «Яҙғы ташҡындар алдынан» («Яралы кеше тауышы»), «Мәңгелек урман», «Таң менән сыҡ юлдарға», «Һуңғы солоҡ», «Шунда ята батырҙар һөйәге» романдары һәм ҡыҙыҡлы повестары Ноғман Мусинды башҡорт прозаһының талантлы яҙыусыһы итеп таныта. Уның әҫәрҙәренең геройҙары — беҙҙең замандаштарыбыҙ.

Китаптары

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981)
  • Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1991)
  • Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2001)
  • «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (2011)
  • Халыҡтар дуҫлығы ордены (2016)
  • Салауат Юлаев ордены (2007)

Тормошо һәм ижады тураһында

  • Байымов Р. Н. Ижад баҫҡыстары. — «Ағиҙел» журналы, 2006 й., № 7, 71-75-се биттәр.
  • Байымов Р. Н. Тәрән кисерештәр. — «Ағиҙел», журналы, 2001 й., № 7, 114-121-се биттәр.
  • Байымов Р. Н. Кешеләр — ил һәм ер биҙәге. — «Башҡортостан» гәзите, 2001 й., 17 июль, № 136.
  • Әминев Ә.М. Төп шөғөлө — ижад. — «Ағиҙел» журналы, 1991 й., № 7, 131-135-се биттәр.
  • Әминев Ә.М. Батыр тураһында роман. — «Ағиҙел» журналы, 2000 й., № 7, 160-163-сө биттәр.
  • Әминев Ә.М. Заман йылъяҙмасыһы. — «Башҡортостан» гәзите, 2001 й., 17 июль, № 136.
  • Ринат Камал. Уҙаман урманы. — «Башҡортостан» гәзите, 2006 й., 13 июль, № 138.
  • Хөсәйенов Ғ.Б. Һөйөнөсөнә ҡарағанда көйөнөстәре. — «Ағиҙел» журналы, 1986 й., № 12, 113-121-се биттәр.
  • Шәрипова З. Я. Урмандарыбыҙ уҙаманы. — «Башҡортостан» гәзите, 2001 й., 10 ноябрь, № 220.
  • Ғарипова Т. Х. Ноғман урмандары. — «Ватандаш» журналы, 2000 й., № 1, 32-34-се биттәр.
  • Хәбиров Ә.Х. Һуҡмаҡтар оло юлға илтһен. — Йәнле шишмәләр. Өфө, «Китап», 1996 й., 104-114-се биттәр.
  • Мырҙағолова З.Ғ.Дәүер рухы. — «Ағиҙел», 2004 й., № 1, 98-103-сө биттәр.
  • Мырҙабаева Ф. Р. «Мин дә бөгөнгө аяуһыҙ ысынбарлыҡта йәшәйем…» — «Башҡортостан» гәзите, 2005 й., 26 октябрь, № 208.
  • Ҡотлогилдина З. С. Шаула, урман, мәңге шаула. — «Башҡортостан» гәзите, 2006 й., 15 июль, № 140.
  • Әлибаев З. А. Башҡорт романистикаһында эпик ҡоласлылыҡ. — «Ватандаш», 2006 й., № 2, 115-125-се биттәр.
  • Поварисов С. Ш. Йөрәктә ҡайнаған һүҙҙәр. «Башҡортостан» гәзите, 2011 й., 9 сентябрь, № 181 .
  • Аҙнағолов Р.Ғ. Аҡ болан эҙенән. — «Башҡортостан» гәзите, 2011 й., 16 июль, № 144.
  • Әбүзәров С. Н. Күңелендә — урман шауы. — «Башҡортостан» гәзите, 2016 й., 17 февраль, № 18.

Хәтер

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы
  2. В Уфе ушел из жизни народный писатель Башкортостана Нугуман Мусин. ИА «Башинформ» (31 октябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
  3. Лейла Аралбаева. Уфимскому лицею присвоено имя народного писателя Башкирии. ИА «Башинформ» (6 февраль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026. (рус.)
  4. Лейла Аралбаева. В Башкирии почтили память народного писателя Нугумана Мусина. ИА «Башинформ» (4 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026. (рус.)
  5. Лейла Аралбаева. В Уфе открылась мемориальная доска народному писателю Башкортостана Нугуману Мусину. ИА «Башинформ» (26 октябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026. (рус.)
  6. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 11 мая 2021 года № 207 «О присвоении общеобразовательным организациям Республики Башкортостан имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (11 май 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 декабрь 2023)
  • Ноғман Мусин : биобиблиогр. күрһ. / Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығы. Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Башҡортостан Республикаһы Милли китапханаһы. Мәғлүмәт һәм библиогр. бүлеге; сост. Ф. Мусина; ред. З. Собханғолова, М. Әминова; отв. за вып. И. В. Үтәгәнов . — Өфө: [НБ РБ], 2001. — 80 б.: фото. — Текст на башк., тат., рус. яз. . — Именной указ. с. 76-80 . — На обл. загл. на рус. яз. . — 200 экз. — ISBN

Тема буйынса өҫтәмә