31 октябрь
31 октябрь (рус. 31 октября) — рәсми календарь буйынса йылдың 304-се көнө (кәбисә йылында 305-се). Йыл аҙағына тиклем 61 көн ҡала.
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер: Һаҡсыллыҡ көнө.
- Бөтә донъя ҡалалар көнө
- Ҡара диңгеҙ көнө.
Ер: Телмәрҙе һаңғырауҙарға аңлатыусы сурдотәржемәселәр көнө.
- Хоккей ҡапҡасыһы көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Тикшереү изоляторы һәм төрмә хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1864 йыл: Невада АҠШ-ҡа 36-сы штат булып ҡабул ителә.
- 1892 йыл: Артур Конан Дойл «Шерлок Холмс мажаралары» әҫәрен баҫтыра.
тулы исемлек
- 1970 йыл: Еҙем-Ҡаран ауылында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейы эшләй башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вельяминов-Зернов Владимир Владимирович (1830—17.01.1904), Рәсәй империяһының тарихсы-шәрҡиәтсеһе. 1851—1856 йылдарҙа Ырымбур һәм Һамар генерал-губернаторы В. А. Перовский ҡарамағындағы махсус эштәр буйынса чиновник. Санкт Петербург Фәндәр академияһы академигы (1861) һәм почётлы ағзаһы (1890), төрөк-татар телдәре докторы (1866). Действительный тайный советник (1902). Дворяндарҙан. Башҡорттарҙың телен, этнографияһын һәм тарихын өйрәнеүсе, Хөсәйенбәк кәшәнәһен тасуирлаусы.
- Карманов Юрий Михайлович (1945), театр актёры. 1967—1970 һәм 1979—1989 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры актёры; 1998 йылдан Өфөләге «Маска» Йәш тамашасы театры директоры. РСФСР-ҙың (1989) һәм Башҡорт АССР-ының (1984) атҡаҙанған артисы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Тенбекова Валентина Степановна (1955), ғалим-табип-гинеколог. Өфө ҡалаһының 8-се клиник дауаханаһының гинекология бүлеге мөдире. Медицина фәндәре кандидаты (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Казаков Дмитрий Валерьевич (1970) ғалим-химик, йәмәғәтсе. 1993 йылдан Органик химия институты хеҙмәткәре, 2012—2014 йылдарҙа Нефтехимия һәм катализ институтының төп ғилми хеҙмәткәре. 2000—2006 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Йәш ғалимдар советы рәйесе. Химия фәндәре докторы (2008). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әхмәҙин Әфтәх (1947—26.09.2024), шағир, журналист. 1979—2007 йылдарҙа «Пионер» (1991 йылдан — «Аманат») журналы хеҙмәткәре. 1995 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостандың Яҙыусылар сюздары ағзаһы.
- Ильясова Әлфиә Сәлим ҡыҙы (1952), шәфҡәт туташы. Ҡариҙел район үҙәк дауаханаһының элекке өлкән шәфҡәт туташы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
тулы исемлек
- Вәлиев Сәғит Сабит улы (1957), ғалим-инженер‑электромеханик, 1980 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, 2009 йылдан — информатика кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (2006), профессор (2007).
- Ҡылысов Ирнис Әшрәф улы (1957), музыкант. Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының оркестр артисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Яңғаҙы ауылынан.
- Иҫәнгилдин Флүр Әшрәф улы (1977—13.05.2000), Төньяҡ Кавказдағы террорға ҡаршы операцияла һәләк булған хәрби хеҙмәткәр. Батырлыҡ ордены кавалеры (2000, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Иҫәнгилде ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Алексеев Григорий Алексеевич (1929—2023), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1939—1948 йылдарҙа Хәйбулла районы Ленин исемендәге колхоз малсыһы, 1951—1959 йылдарҙа — тракторсыһы һәм комбайнсыһы, 1960 йылдан — «Аҡъяр» совхозы, 1992—1999 йылдарҙа «Аҡъяр» коллектив ауыл хужалығы предприятиеһы малсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1974). Сығышы менән ошо райондың хәҙерге Яковлевка ауылынан.
- Вәхитов Риф Хәбибулла улы (1929—20.10.2021), юрист. Өфө ҡалаһы прокуратураһының элекке тәфтишсеһе, республика прокуратураһының Енәйәттәрҙе тикшереүҙе күҙәтеү буйынса идаралыҡ начальнигының элекке урынбаҫары – беренсе бүлектең элекке начальнигы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юрисы (1999) һәм Рәсәй прокуратураһының почётлы хеҙмәткәре.
- Хәзиәхмәтов Рәшит Мөхәмәт улы (1949), эколог-ғалим. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, 2022 йылдан — Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2002), профессор (2011).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
тулы исемлек
- 1815 йыл: Карл Вейерштрасс, Германия математигы.
- 1835 йыл: Адольф фон Байер, Германия химигы, Нобель премияһы лауреаты.
- 1892 йыл: Александр Алехин, Рәсәй империяһы һәм Совет Рәсәйе шахматсыһы, донъяның 4-се чемпионы.
- 1920 йыл: Анатолий Папанов, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1973).
- 1953 йыл: Александр Новиков, СССР һәм Рәсәй йырсыһы.
- 1981 йыл: Александр Грищук, Рәсәй шахматсыһы, гроссмейстер, ил һәм донъя чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2013).
- 1905 йыл: Николай Бауман, большевиктар партияһы эшмәкәре.
- 1925 йыл: Михаил Фрунзе, Граждандар һуғышы осорондағы хәрби эшмәкәр.
тулы исемлек
- 1939 йыл: Отто Ранк, Австрия психологы.
- 1983 йыл: Шәрәф Рәшидов, СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, яҙыусы, ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974, 1977).
- 1993 йыл: Федерико Феллини, Италия кинорежиссёры, биш тапҡыр «Оскар» премияһын яулаусы.