9 ноябрь
9 ноябрь (рус. 9 ноября) — рәсми календарь буйынса йылдың 313-сө көнө (кәбисә йылында 314-се). Йыл аҙағына тиклем 52 көн ҡала.
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер: Бөтә донъя уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыу көнө.
- Лизинг көнө.
- Фашизм һәм расизмға ҡаршылыҡ көнө.
- Ядро ҡоралына ҡаршы акциялар көнө.
- Гиннесстың рекордтар китабы көнө.
- Йорт усағын һаҡлаусы ҡатын-ҡыҙ көнө.
- Неон рекламаһының тыуған көнө.
Австрия,
Германия,
Швейцария: Уйлап сығарыусылар көнө.
АҠШ: Йәш китап уҡыусылар көнө.
Камбоджа: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Украина: Украин яҙмаһы һәм теле көнө.
Әзербайжан: Дәүләт флагы көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Эске эштәр министрлығының СОБР хеҙмәткәрҙәре көнө.
Украина: Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм халыҡ сәнғәте оҫталары көнө.
- 1906 йыл: Пётр Столыпиндың аграр реформаһы башлана.
- 1917 йыл: Эшсе һәм һалдат депутаттарының II Бөтә Рәсәй съезы үҙ эшен тамамлай.
тулы исемлек
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рауил Шаммас (1930—4.01.2024), журналист, шағир, прозаик һәм тәржемәсе. 1965 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1973 йылдан — Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994) һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2015), Бәләбәй районының Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2013).
- Фәйзуллина Гүзәл Әсхәт ҡыҙы (1960), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2018 йылдан «Башгражданстрой» тресы генераль директорының дөйөм мәсьәләләр буйынса урынбаҫары. 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Котов Михаил Иванович (1896—25.08.1978), ғалим-геоботаник. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостанда эшләй, дарыу үҫемлектәрен өйрәнә, республика биләмәлендә туғыҙ ботаник-географик районды айырып күрһәтә. 1966 йылда баҫылып сыҡҡан «Определитель растений Башкирской АССР» китабы авторҙарының береһе һәм баш мөхәррире. Биология фәндәре докторы (1940), профессор (1943). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1967). СССР-ҙың (1951) һәм Украина ССР-ының (1969) дәүләт премиялары лауреаты.
- Лопухов Вячеслав Васильевич (1946), ветеран-спортсы. Полиатлон буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры (1993) һәм донъя чемпионы (1993). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Тимербулатов Мәғәфүр Мансур улы (1956), кинодраматург. Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһының баш мөхәррире. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Кинематографистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2016). Сығышы менән Күмертау ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Березин Геннадий Николаевич (1927—2015), рәссам. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1997 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының Рәссамдар союзы ағзаһы. Өфө һәм Бәләбәй кинотеатрҙарының, «Аксаковнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының элекке рәссам-биҙәүсе, 1970 йылдан 1990–сы йылдар башынаса Чукотка автономиялы округында йәшәй һәм эшләй. Бәләбәй ҡалаһының А. М. Шевченко исемендәге премияһы һәм Бөтә Союз күргәҙмәләре (1987, 1989) лауреаты. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Леонора Ҡыуатова (1948), башҡорт балет артисы, балетмейстер, педагог. 1967 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 1993 йылдан педагог-репетитор, 2009 йылдан — баш балетмейстер, бер үк ваҡытта 1987 йылдан хәҙерге Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың (1982) һәм Башҡорт АССР-ының (1974) халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1988). Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2019).
- Детинина Ирина Кремильевна (1963), педагог. 1987 йылдан Әбйәлил районы Асҡар ауылындағы 1-се урта мәктәп уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1999—2001 йылдарҙа директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2010) һәм мәғариф отличнигы (2001). «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли пректының «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары» конкурсы еңеүсеһе (2006). Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ғәзизов Рөстәм Фәрит улы (1983), инженер, муниципаль органдар хеҙмәткәре. 2017 йылдан Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары, 2021 йылдан — Стәрлетамаҡ ҡала округы хакимиәте башлығы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Смирнов Георгий Алексеевич (1909—12.05.2005), геолог-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1975—1977 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Өфөләге Геология институтының консультанты-өлкән ғилми хеҙмәткәре. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1970). Ике 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944, 1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Екатеринбург ҡалаһынан.
- Сергеев Леонид Иванович (1909—16.03.1976), үҫемлектәр физиологы-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1955 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Биология институтында ботаника секторы, артабан лаборатория мөдире, 1974 йылдан Биология һәм цитохимия бүлегенең лаборатория мөдире, 1975—1976 йылдарҙа — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Биология фәндәре докторы (1954), профессор (1957). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1966). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1949, 1954) кавалеры.
тулы исемлек
- Һәүбәнова Рәхимә Ғилметдин ҡыҙы (1914—16.07.2002), театр актёры. 1933 йылдан хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы, 1978—1989 йылдарҙа — реквизиторы. 1946 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1970). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Ҡыҙылъяр ауылынан.
- Әминев Зыя Әсҡәт улы (1914—12.03.1969), тарихсы-ғалим. 1939—1947 йылдарҙа Бөрө уҡытыусылар институты уҡытыусыһы, кафедра мөдире, институт директоры урынбаҫары; 1950—1969 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1965 йылға тиклем СССР тарихы кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1968).
- Сахаров Виктор Александрович (1934), нефтсе-инженер-ғалим. 1962 йылдан хәҙерге И. М. Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты (милли тикшеренеү университеты) уҡытыусыһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1998), техник фәндәр докторы (1991), профессор (1991). Почётлы нефтсе (2004).
- Вәлиев Раил Саубан улы (1939), механизатор. 1955—2000 йылдарҙа Кушнаренко районы Ильич исемендәге колхоз механизаторы. Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Ҡаратәкә ауылынан.
- Рәхмәтуллин Рәшит Шәйҙулла улы (1939—2.11.2007), тракторист-машинист. 1964—2000 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы Жданов исемендәге колхоз механизаторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), 2-се (1986) һәм 3-сө (1976) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Райондың почётлы гражданы (2000). Сығышы менән Латип ауылынан.
- Ғөбәйҙуллин Камил Ғөбәй улы (1949—15.07.2017), график-рәссам. 2004—2017 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1979 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған рәссамы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1997).
- Болотнова Рәйсә Хәким ҡыҙы (1954), механик-ғалим. 1978 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Физика һәм математика бүлеге ғилми хеҙмәткәре, 1993 йылдан —хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Р. Р. Мәүлитов исемендәге Механика институтының өлкән, 1995 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәре. Физика‑математика фәндәре докторы (2009). Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1985). Сығышы менән Ырымбур ҡалаһынан.
- Белова Светлана Петровна (1974), дәүләт органы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең агросәнәғәт комплексы һәм тәбиғәттән файҙаланыу департаменты директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1812 йыл: Поль Абади, Франция архитекторы.
- 1818 йыл: Иван Сергеевич Тургенев, Рәсәй империяһы яҙыусыһы.
тулы исемлек
- 1876 йыл: Хидэё Ногути, Япония биологы.
- 1929 йыл: Александра Пахмутова, композитор, СССР-ҙың халыҡ артисы (1984), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1990).
- 1936 йыл: Михаил Таль, шахмат буйынса донъяның һигеҙенсе чемпионы.
- 1983 йыл: Глафира Тарханова, Рәсәйҙең театр һәм кино актёры.
- 1940 йыл: Невилл Чемберлен, Англия сәйәсмәне.
- 1952 йыл: Хаим Вейцман, Израилдең беренсе президенты.
тулы исемлек
- 1959 йыл: Шәриф Сөнчәләй, Башҡорт АССР-ының мәғариф хеҙмәткәре, этнограф һәм иҡтисадсы.
- 1970 йыл: Шарль де Голль, Францияның дәүләт эшмәкәре, генерал.