Ҡыҙылъяр (Нуриман районы)

Ҡыҙылъяр (рус. Красная Горка) — Башҡортостан Республикаһының Нуриман районындағы ауыл; Райондың һәм Ҡыҙылъяр ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны — 4280 кеше булған[4]. коды — 80245815001.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 3913 1877 2036 48,0 52,0
1959 йыл 15 ғинуар 3548 1595 1953 45,0 55,0
1970 йыл 15 ғинуар 3451 1520 1931 44,0 56,0
1979 йыл 17 ғинуар 3869 1955 1914 50,5 49,5
1989 йыл 12 ғинуар 3619 1702 1917 47,0 53,0
2002 йыл 9 октябрь 4071 1934 2137 47,5 52,5
2010 йыл 14 октябрь 4280 1984 2296 46,4 53,6

Тарихы

Географияһы

Ҡариҙел йылғаһының һул ярында урынлашҡан.

  • Өфөгә тиклем алыҫлығы — 86 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһына (Иглин) тиклем — 52 км.

Социаль-мәҙәни өлкә

Ҡыҙылъяр урта мәктәбе, музыка мәктәбе, балалар баҡсаһы, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, үҙәк район дауаханаһы, китапхана, балалар китапханаһы, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, мәҙәниәт йорто бар, мәҙәниәт йортонда өс үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы эшләй. Ауылда ике мәсет бар.

Радио, матбуғат

  • 103,2 МГц Авторадио (Әшә);
  • 100,5 МГц Спутник FM (Ҡыҙыл Шишмә);
  • 106,3 МГц «Юлдаш» радиоһы (Ҡыҙыл Шишмә).

Билдәле шәхестәре

Әҙәбиәт

Һылтанмалар