Шәйхетдинов Ғимай Фәсхетдин улы

Ғимай Фәсхетдин улы Шәйхетдинов (рус. Гимай Фасхутдинович Шайхутдинов; 1913 йылдың 21 июне, Ҡыҙылъяр1952 йылдың 6 сентябре, Ҡыҙылъяр, Башҡорт АССР-ы) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 41 се гвардия уҡсылар дивизияһы 89 сы гвардия артиллерия полкының батарея командиры, гвардия өлкән лейтенанты. Башҡорт АССР-ы Юғары Советының 2 се саҡырылыш депутаты. Советтар Союзы Геройы (1944)[1].

Биографияһы

Шәйхетдинов Ғимай Фәсхетдин улы[2]. 1913 йылдың 21 июнендә Өфө губернаһының шул уҡ исемле өйәҙе Ҡыҙылъяр ауылында (Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы) тыуған[3] Ҡыҙылъяр ауылында тыуған. Милләте — башҡорт. 1935 йылда Өфө урман-техник техникумын тамамлай. 1942 йылда Коммунистар партияһына инә. Армияға саҡырылғанға тиклем Иглин урман хужалығында эшләй. Артабан, 1935—1937 йылдарҙа, Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә. 1937 йылдан алып Башосоавиахимдың Нуриман район комитеты рәйесе[4].

Нуриман районы райвоенкоматы тарафынан 1941 йылда Ҡыҙыл Армияға саҡырыла һәм Ленинград артиллерия училищеһына уҡыуға йүнәлтелә, училищены 1943 йылда тамамлаған. 1944 йылдың 9 ғинуарынан алып Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 2-се Украина фронты 4-се гвардия армияһы 41-се гвардия уҡсылар дивизияһында хеҙмәт итә, 89-сы гвардия артиллерия полкында батарея командиры була.

1945 йылда, һуғыштан ҡайтҡандан һуң, Нуриман районында төрлө вазифаларҙа эшләй: башта элекке эш урынында Башосоавиахимдың рәйесе вазифаһын башҡара, 1950 йылдан — Дәүләт хеҙмәт һаҡлыҡ кассаһы мөдире[4].

Башҡорт АССР-ның Юғары Советы депутаты (2-се саҡырылыш) итеп һайлана[4].

1952 йылдың 6 сентябрендә вафат булған. Башҡортостандың Нуриман районы Ҡыҙылъяр ауылында ерләнгән.

Батырлығы

«Советтар Союзы Геройы» исеме 1944 йылдың 13 сентябрендә бирелә. 89-сы гвардия артиллерия полкы батареяһы командиры гвардия лейтенанты Шәйхетдинов Ғимай Фәсхетдин улы Корсунь-Шевченко операцияһы барышындағы алыштарҙа айырыуса ҙур батырлыҡ күрһәтә[5]. 1944 йылдың 17 февралендә Украин ССР-ының Журжинцы ауылы тирәһендә Шәйхетдинов етәкселегендәге батарея орудиелар уты менән дошман һөжүмдәрен кире ҡаға, батарея яугирҙары ҡулдарына автоматтар алып, дошманды ҡамауға алалар, 250-нән ашыу һалдатты юҡ итә һәм позицияларҙы һаҡлап ҡала[1],[3].

Советтар Союзы Геройы исеме Ғ. Ф. Шәйхетдиновҡа 1944 йылдың 13 сентябрендә бирелә[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Хәтер

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2025 йылдың 12 декабрендәге 613-се Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Шәйхетдинов Ғимай Фәсхетдин улының исеме Башҡортостан Республикаһы Нуриман районы муниципаль районының Ҡыҙылъяр ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе дөйөм белем биреү автономиялы учреждениеһына бирелә[9];
  • Геройҙың исеме уның тыуған ауылындағы урамға бирелгән[4];
  • Батарея артиллеристарының батырлыҡ күрһәткән урынында һәйкәл ҡуйылған[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Военная история башкир. Энциклопедия. Уфа, «Башкирская энциклопедия», 2013, 381—382 биттәр
  2. Н. В. Уфаркин. Шайхутдинов Гимай Фасхутдинович. Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2026. (рус.)
  3. 1 2 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 54, л. 51, 52).
  4. 1 2 3 4 И. Ғ. Кәримова. Шәйхетдинов Ғимай Фәсхетдин улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (12 ноябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2026. (рус.)ba
  5. 1 2 Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043, д. 96, л. 6)
  6. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  7. Указ «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  8. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  9. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 12.12.2025 № 613 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (12 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..

Һылтанмалар