Котов Михаил Иванович

Михаил Иванович Котов (27 октябрь (9 ноябрь) 1896 йыл — 25 август 1978 йыл) — СССР-ҙың ғалим-ботанигы. Украина, Кавказ аръяғы, Себер, Уралдың һәм Рәсәйҙең башҡа өлкәләренән көпшәле үҫемлектәрҙең флораһын тикшереүсе. Биология фәндәре докторы.Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1967), Сталин премияһы (1951) һәм УССР дәүләт премияһы лауреаты (1969), профессор,

Биографияһы

Михаил Иванович Котов 1896 йылдың 27 октябрендә (9 ноябрь) Воронеж губернаһының Задонск ҡалаһында тыуа. Урта белемде Харьковтың 3-сө ирҙәр гимназияһында ала.

1917—1922 йылдарҙа — В. Н. Каразин исемендәге Харьков милли университетының физика-математика факультеты студенты һәм бер үк ваҡытта Халыҡ мәғарифы, Юл профсоюзы курстары лекторы. 1920—1922 йылдарҙа — Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә.

1922—1927 йылдарҙа — УССР-ҙың Наркомземдың белгес-геоботанигы. 1923—1926 йылдарҙа — Харьков халыҡ мәғарифы институтының Ботаника кафедраһы аспиранты. 1927—1930 йылдарҙа — Халыҡ мәғарифы комиссариатының ботаника кафедраһы хеҙмәткәре. 1931—1938 йылдарҙа — Ғәмәли ботаника институтының ҡырағай үҫемлектәр бүлеге мөдире. 1938—1941 йылдарҙа — Украина Фәндәр академияһы Ботаника институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. 1941—1943 йылдарҙа УССР Фәндәр академияһы Ботаника институтының юғары үҫемлектәр бүлеге мөдире (Өфө ҡалаһы, Мәскәү ҡалаһы). Башҡортостанда дарыу үҫемлектәрен өйрәнә. Республикала туғыҙ ботаник-географик районды айыра. «Башҡорт АССР‑ының үҫемлектәр белешмәһе» («Определитель растений Башкирской АССР», 1966) китабы авторҙарының береһе һәм баш мөхәррире. 1943 йыл — үҫемлектәр систематикаһы һәм географияһы, геоботаника һөнәре буйынса профессор. 1943—1972 йылдарҙа — УССР Фәндәр академияһы Ботаника институтының юғары үҫемлектәр систематикаһы бүлеге мөдире. 1972—1978 йылдарҙа — УССР Фәндәр академияһы Ботаника институтының юғары үҫемлектәр систематикаһы бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре-консультанты.

Фәнни эшмәкәрлеге

М. И. Котов һүрәтләгән төрҙәр

  • Agropyrum karadaghense
  • Alyssum cretaceum
  • Alyssum tenderense
  • Artemisia cretaceae
  • Centaurea czerkessiaca
  • Centaurea paczoskii
  • Chaenorrhinum klokovii
  • Cyclamen kusnetzovii
  • Daphne taurica
  • Daucus australis
  • Diplotaxis cretacea
  • Erucastrum cretaceum
  • Genista borysthenica
  • Genista donetzica
  • Hieracium donetzicum
  • Lotus hypanicus
  • Linaria bessarabica
  • Linaria uralensis
  • Medicago erecta
  • Odontites salina
  • Orobanche cumana subsp. parviflora
  • Orobanche sarmatica
  • Paeonia lithophila
  • Peucedanum euphimiae
  • Peucedanum lubimenkoanum
  • Polygala cretacea
  • Polygala moldavica
  • Prunus moldavica
  • Prunus stepposa
  • Pulsatilla donetzica
  • Rhododendron polessicum
  • Scabiosa taurica
  • Scrophularia donetzica
  • Seseli tenderiense
  • Stachys krynkensis
  • Statice oblongifolia
  • Taraxacum tauricum
  • Theucrium cretaceum
  • Ulmus wyssotzkyi
  • Veronica steppacea

М. И. Котов хөрмәтенә аталған төрҙәр

Высшие растения:

Мүктәр:

Лишайниктар:

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә