Ғәзизов Рөстәм Фәрит улы
Рөстәм Фәрит улы Ғәзизов (рус. Газизов Рустем Фаритович; 1983 йылдың 9 ноябре, Уҙытамаҡ, Башҡорт АССР-ы) — инженер, муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2017 йылдан — Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары, 2021 йылдан — Стәрлетамаҡ ҡала округы хакимиәте башлығы. 2024 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары[1].
Биографияһы
Рөстәм Фәрит улы Ғәзизов 1983 йылдың 9 ноябрендә Башҡорт АССР‑ының Шишмә районы Уҙытамаҡ ауылында тыуған[2].
Урта белем алғандан һуң Өфө авиация институтына уҡырға инә һәм уны 2006 йылда «инженер» һөнәре алып[3], 2011 йылда —Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын «дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ» курсы буйынса тамамлай[4].
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
2002—2003 йылдарҙа — «ПабликПрессБашкортостан» ябыҡ акционерҙер йәмғиәтендә һәм «Матбуғат донъяһы — Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә эшләй[2].
2003—2004 йылдар — Өфө ҡалаһы Дим районыны Балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайының өҫтәмә белем биреү педагогы[3].
2004—2005 йылдар — Башҡортостан Республикаһы Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Өфө ҡалаһы Дим районы граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы технигы[2].
2005 йыл — Өфө ҡалаһының Калинин районы мәғариф бүлегенең өҫтәмә белем биреү педагогы[3].
2006—2010 йылдар — Өфө ҡалаһы ҡала округының Калинин районы буйынса граждандарҙы яҡлау идаралығының 1-се категориялы белгесе, идара начальнигы урынбаҫары[2].
2010—2015 йылдар — Өфө ҡалаһы ҡала округы Калинин районы хакимиәтенең ситтәге биләмәләр менән эш буйынса бүлек начальнигы, район хакимиәте башлығы урынбаҫары[4].
2015—2017 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығының йәмәғәт институттары менән үҙ-ара эш итеү буйынса бүлек начальнигы, идаралыҡ начальнигы урынбаҫары — сәйәси партиялар менән үҙ-ара эш итеү бүлеге начальнигы[2].
2017 йылдан — Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары[3][4].
2021—2024 йылдар — Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының сәнәғәт комплексын үҫтереү буйынса беренсе урынбаҫары[2].
2024 йылдың 28 октябренән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы[2], Премьер-министр урынбаҫары[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы;
- Салауат Юлаев ордены;
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Правительство Республики Башкортостан. Газизов Рустем Фаритович. Заместитель Премьер-министра Правительства Республики Башкортостан. Канцелярия Аппарата Правительства Республики Башкортостан (19 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2025.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Исполняющим обязанности заместителя Премьер-министра Правительства Башкортостана назначен Рустем Газизов. Министерство строительства и архитектуры Республики Башкортостан. Официальный сайт (28 октябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2025.
- ↑ 1 2 3 4 Газизов Рустем Фаритович. Сайт УГАТУ «Годы и Люди». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2025.
- ↑ 1 2 3 Галина Бахшиева. Исполняющим обязанности вице-премьера Башкирии назначен Рустем Газизов. Информационное агентство «Башинформ» (28 октябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2025.
Һылтанмалар
- Аппарат Правительства Республики Башкортостан. Газизов Рустем Фаритович. Заместитель Премьер-министра Правительства Республики Башкортостан (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 сентябрь 2025)
- Сайт УГАТУ «Годы и Люди». Газизов Рустем Фаритович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 сентябрь 2025)
- Уфимский бизнес портал «ГлобалУфа.Ру». Заместитель главы администрации Уфы Газизов Рустем Фаритович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 сентябрь 2025)