Ковшов Артём Васильевич

Артём Васильевич Ковшов (рус. Ковшов Артём Васильевич; 1985 йылдың 4 марты, Өфө) — төҙөүсе-инженер. Төҙөлөш тармағы, муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2024 йылдың 11 мартынан Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы[1]. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе һәм атҡаҙанған төҙөүсеһе. Рәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе (2025)[2].

Биографияһы

Артём Васи́льевич Ковшо́в 1985 йылдың 4 мартында Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған[1].

2007 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетын «сәнәғәт һәм гражданлыҡ төҙөлөшө» һөнәре буйынса тамамлаған[1].

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

2005 йылдың июненән сентябренә тиклем — «Строй-мастер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең мастер ярҙамсыһы[3].

2006 йылдың июнь—авгусы — «БашНИИстрой» институты дәүләт унитар предприятие инженеры[1].

2006 йылдың сентябре — 2009 йылдың июне — бер үк ваҡытта «БашНИИстрой» институты дәүләт унитар предприятие инженеры[3].

2007 йылдың июленән декабренә тиклем — «Экопластик» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең төҙөлөш буйынса менеджеры[1].

2008 — 2009 йылдар — «Промпроект» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә проекттың баш инженеры[1].

2009 йылдың июне — 2010 йылдың июле — бер үк ваҡытта «Промпроект» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең проект баш инженеры[3].

2010 йылдың авгусы — 2011 йылдың феврале — бер үк ваҡытта «Экопластик» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен проектының баш инженеры[3].

2009 йыл — 2010 йылдар — «СтройПроект» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең техник директоры[1].

2011 — [014 йылдар — Башҡортостан Республикаһы Өфө районы хакимиәтенең баш архитекторы[2].

2014 — 2017 йылдар — Башҡортостан Республикаһы Өфө районы хакимиәт башлығының инвестициялар һәм ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеге буйынса беренсе урынбаҫары[1].

2017 — 2023 йылдар — Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары[3].

2023 йылдың сентябренән 2024 йылдың мартына тиклем — Башҡортостан Республикаһы төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары[1].

2024 йылдың мартынан — Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы[4][5][6][7].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2024)[8];
  • Рәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе (2025)[9].

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Министерство строительства и архитектуры Республики Башкортостан. Официальный сайт. Главная → Пресс-центр → Новости: Артем Ковшов назначен исполняющим обязанности министра строительства и архитектуры Республики Башкортостан. 11 марта 2024 года (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 5 апрель 2025)
  2. ↑ 1 2 Роман Якимчук. И.о. министра строительства Башкирии стал «Почетным строителем России». ИА Башинформ, 30 января 2025 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 апрель 2025)
  3. ↑ 1 2 3 4 5 Министерство строительства и архитектуры Республики Башкортостан. Официальный сайт. Главная → Министерство → Структура → Ковшов Артем Васильевич — исполняющий обязанности министра  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 5 апрель 2025)
  4. ↑ И. о. главы Минстроя Башкирии назначен Артем Ковшов (11 марта 2024). 30 ғинуар 2025 тикшерелгән.
  5. ↑ Захар Яковлев. Хабиров назначил новых глав Минстроя и ГК по молодежной политике. ufa.kp.ru (11 март 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2025.
  6. ↑ Булат Баширов. Министр остался на стройке (11 март 2024). 30 ғинуар 2025 тикшерелгән.
  7. ↑ Елена Евтеева. И.о. министра строительства Башкирии назначили Артема Ковшова (11.03.2024). 30 ғинуар 2025 тикшерелгән.
  8. ↑ Указ Главы Республики Башкортостан от 01.02.2024 N УГ-62 "О присвоении почетных званий Республики Башкортостан" | ГАРАНТ. base.garant.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июнь 2026.
  9. ↑ Ковшов Артем Васильевич. Министерство строительства и архитектуры Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2025.

Тема буйынса өҫтәмә