Фазылов Нияз Мансур улы
Нияз Мансур улы Фазылов[1] (рус. Фазылов Нияз Мансурович; 8 май 1987 йыл, Башҡорт АССР-ы, Стәрлетамаҡ) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры.
Биографияһы
Нияз Мансур улы Фазылов 1987 йылдың 8 майында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуа.
Белеме
Башҡорт дәүләт университетын «Иҡтисад» специальносы буйынса тамамлай.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
2008 йылда — «Востокнефтезаводмонтаж» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең матди ресурстар менән тьмин итеү буйынса идара итеү материалдарын комплектациялау буйынса сектор технигы.
2010—2015 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Иҡтисади үҫеш министрлығының финанс ресурстары, хаҡтарҙы һәм тарифтарҙы көйләү бүлеге етәксеһе-әйҙәүсе эксперты, иҡтисадтың финанс өлкәһе бүлегенең етәксеһе-әйҙәүсе белгесе, инвестиция сәйәсәте бүлеге начальнигы, Инвестиция эшмәкәрлеге идаралығы начальнигы урынбаҫары, Инвестиция эшмәкәрлеге идаралығы начальнигы.
2015—2016 йылдарҙа — «Башҡортостан Республикаһының үҙеш корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең проекттар менән идара итеү департаменты директоры, корпорацияның үҫеш буйынса генераль директор урынбаҫары.
2016—2018 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары.
2018 йылда Башҡортостан Республикаһының Социаль-иҡтисади үҫеш мониторингы буйынса дәүләт комитеты рәйесе.
2018—2021 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология минитсры урынбаҫары, беренсе урынбаҫары була.
2021 йылдың 21 апреленән 2022 йылдың 15 апреленән — Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе[2].
2022 йылдың 18 апреленән Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә.
2022 йылдың 2 июненән — Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры[3][4][5][6][7].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• «Тәбиғәтте һаҡлау отличнигы» билдәһе (2022)
• Ер аҫты байлыҡтарын ҡулланыу буйынса федераль агентлыҡтың Почёт грамотаһы (2023)
• Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәте (2023)[8].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Фазылов Нияз Мансурович. Правительство Республики Башкортостан (7 сенября 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ғинуар 2025.
- ↑ Нияз Фазылов назначен председателем Госкомитета Республики Башкортостан по предпринимательству (19 апреля 2021). 30 ғинуар 2025 тикшерелгән.
- ↑ Нияз Фазылов назначен министром природопользования и экологии Башкирии (4 июня 2022). 29 ғинуар 2025 тикшерелгән.
- ↑ Министром природопользования и экологии Башкортостана назначен Нияз Фазылов. Глава Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ғинуар 2025.
- ↑ Галина Бахшиева. Минэкологии Башкирии возглавил Нияз Фазылов (18 апреля 2022). 29 ғинуар 2025 тикшерелгән.
- ↑ Владислав Казанцев. В Башкирии назначили главу Минэкологии. ufa.kp.ru (4 июнь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ғинуар 2025.
- ↑ Новым министром экологии Башкирии стал экономист и помощник бизнесменов (4 июня 2022). 30 ғинуар 2025 тикшерелгән.
- ↑ Фазылов Нияз Мансурович. Министерство природопользования и экологии Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ғинуар 2025.