Искәндәров Урал Салауат улы
Искәндәров Урал Салауат улы (рус. Искандаров Урал Салаватович; 1966 йылдың 10 декабре, Өфө) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре, юрист, юридик фәндәр кандидаты. Башҡортостан Республикаһының үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа техника төрҙәренең техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе (2024 йылдан). Башҡортостан Республикаһының тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры (2019—2022).
Биографияһы
Урал Салауат улы Искандаров 1966 йылдың 10 декабрендә Өфө ҡалаһында тыуған[1].
Башҡорт дәүләт университетын һәм Кубань дәүләт аграр университетын тамамлаған. Юридик фәндәр кандидаты.
1984 йылда Өфөләге «Волгоэлектросетстрой» төҙөлөш-монтажлау идаралығына элемтә монтажсыһы булып эшкә урынлаша.
1987 йылда ҙур панелле торлаҡ төҙөлөшө тресындағы 2-се төҙөлөш бүлегендә өсөнсө категориялы монтер була.
1987—1992 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ы Арбитраж судында хужалыҡ бүлеге мөдире вазифаһы йөкмәтелә. 1992—1993 йылдарҙа — Арбитраж судында әйҙәүсе белгес вазифаһын башҡара.
1993—1994 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Арбитраж судында судья стажеры.
1994 йылдан 2019 йылға тиклем — Башҡортостан Республикаһы Арбитраж судында (рус.)баш. судья булып эшләй.
2019 йылдың авгусында — Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһының тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры итеп тәғәйенләй[1][2].
2007 йылда юридик фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеүгә «Рәсәй империяһында һайлау процесы: XVIII быуаттың икенсе яртыһы XX быуат башы» тигән диссертация яҡлай[3].
2022 йылдың апрелендә ул министр вазифаһын ҡалдырып, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенә эшкә урынлаша.
2023 йылдың 27 мартында Башҡортостан Республикаһының Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы (Гостехнадзор) етәксеһе итеп тәғәйенләнә[4].
2024 йылдың 8 апрелендә Башҡортостан Республикаһының яңы ойошторолған Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнә[5].
Ғилми хеҙмәттәре
- «Тауыш биреү процессы төшөнсәһен билдәләү мәсьәләһенә» — «Общество и право» журналында «Право» һөнәре буйынса баҫылып сыҡҡан фәннәи мәҡәәлә (2007)[6].
Маҡтаулы исемдәре
2021 йылдың 8 октябрендә, Республика көнө алдынан, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Урал Искәндәровҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы» тигән маҡтаулы исем бирҙе[7].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Искандаров Урал Салаватович. Уфимский бизнес портал. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2026.
- ↑ Исполнять обязанности министра экологии Башкирии будет Урал Искандаров. Bash.news. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2026.
- ↑ Избирательный процесс в Российской империи: вторая половина XVIII - начало XX вв. Электронная библиотека диссертаций. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2026.
- ↑ Начальником Инспекции гостехнадзора Башкортостана назначен Урал Искандаров. Глава Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2026.
- ↑ Госкомитет Башкирии по надзору за техсостоянием самоходных машин и других видов техники возглавил Урал Искандаров. Уфаю КП. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2026.
- ↑ К вопросу об определении понятия избирательного процесса. КиберЛенинка. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2026.
- ↑ Уралу Искандарову присвоено Почётное звание «Заслуженный юрист Республики Башкортостан». Министерство природопользования и экологии Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2026.