Разумикин Геннадий Валентинович

Генна́дий Валенти́нович Разумикин [1] (рус. Разумикин Геннадий Валентинович; 1976 йылдың 15 авгусы, Өфө) — Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы дәүләт идараһының һанлы үҫеш министры[2].

Биографияһы

Генна́дий Валенти́нович Разумикин 1976 йылдың 15 авгусында Өфөлә тыуа.

Белеме

Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

2004—2011 йылдарҙа — «Болғар радиоһы» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең генераль директоры.

2011 йылда — «Волга-Медиа» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының үҫеш буйынса урынбаҫары, генераль директор вазифаһын башҡарыусы.

2011—2013 йылдарҙа — «Төньяҡ Кавказ курорттары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бүлек начальнигы, департамент директоры.

2014—2018 йылдарҙа — Мәскәү өлкәһе Истра ҡалаһы ҡала округы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары, беренсе урынбаҫары[3].

2018—2019 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының информатизациялаштырыу һәм «Асыҡ Республика» системаһының эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡара[4][5].

2019 йылдың октябрендә Башҡортостан Республикаһы дәүләт идараһының цифрлы үҫеш министры итеп тәғәйенләнә[6].

Иҫкәрмәләр

  1. Разумикин Геннадий Валентинович. Министерство цифрового развития государственного управления Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2025.
  2. Разумикин Геннадий Валентинович. 6 февраль 2025 тикшерелгән.
  3. Разумикин Геннадий Валентинович. Правительство Республики Башкортостан (7 сентябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2025.
  4. И.о. председателя Госкомитета Республики Башкортостан по информатизации назначен Геннадий Разумикин. glavarb.ru (10 декабрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2025.
  5. В Башкортостане и.о. председателя Госкомитета по информатизации назначен Геннадий Разумикин. Новости Башкортостана (11 декабрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2025.
  6. Министром цифрового развития государственного управления РБ назначен Геннадий Разумикин. glavarb.ru (28 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2025.

Тема буйынса өҫтәмә