Касьянов Алексей Анатольевич
Алексей Анатольевич Касьянов (рус. Касьянов Алексей Анатольевич; 1975 йылдың 24 майы, Өфө) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре, юстиция генерал-лейтенанты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы; 2026 йылдан Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары. 2021—2025 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш федераль инспекторы.
Биографияһы
1975 йылдың 24 майында Өфө ҡалаһында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын «юриспруденция» һөнәре буйынса тамамлаған[1].
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1996 йылда Өфөнөң Калинин районы прокуратураһында тәфтишсе булып башлай.
1997—2002 йылдарҙа Өфө прокуратураһында тәфтишсе (рус.)баш., артабан өлкән тәфтишсе булып эшләй.
2002—2004 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһының айырым мөһим эштәрҙе тикшереү буйынса идаралығында айырыуса мөһим эштәр буйынса тәфтишсе була.
2004—2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһының айырым мөһим эштәрҙе тикшереү бүлеге начальнигы була.
2006—2007 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Прокуроры урынбаҫары була.
2007—2015 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш идаралығы начальнигы вазифаһын башҡара.
2015—2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте аппараты начальнигы урынбаҫары вазифаһын башҡара[2].
2016—2021 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы секретары вазифаһын башҡара[2].
2021 йылдан 2025 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш федераль инспекторы вазифаһын башҡарҙы. 2025 йылдың сентябрендә 4,5 йыл хеҙмәт иткәндән һуң отставкаға китә; отставкаға китеүенең рәсми сәбәптәре асыҡланмаған[3].
2026 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы менән Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары
- Юстиция генерал-лейтенанты;
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы;
- «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы, 2-се дәрәжә;
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены;
- Салауат Юлаев ордены;
- Рәсәй Федерацияһы Именлек Советының «Халыҡ-ара именлекте нығытыуҙа күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» миҙалы[4][2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Главный федеральный инспектор по Республике Башкортостан. Prufy. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2026.
- ↑ 1 2 3 Главным федеральным инспектором по Республике Башкортостан назначен Алексей Касьянов. Правительство Республики Башкортостан (11 февраль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 февраль 2026.
- ↑ Экс-фединспектора Башкирии вернули в правительство республики — теперь в роли вице-премьера. Уфа1.ру (12 февраль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 февраль 2026.
- ↑ 1 2 Алексей Касьянов назначен заместителем Премьер-министра Правительства Башкортостана. Глава Республики Башкортостан (11 февраль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 февраль 2026.