Шәрәфетдинов Марат Искәндәр улы

Марат Искәндәр улы Шәрәфетдинов (рус. Шарафутдинов Марат Искандарович; 1975 йылдың 21 феврале, Йәрмәкәй, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры (2017 йылдан). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы (2020).

Биографияһы

Марат Искәндәр улы Шәрәфетдинов 1975 йылдың 21 февралендә Башҡорт АССР-ы Йәрмәкәй районы Йәрмәкәй ауылында тыуа[1].

Белеме

1997 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын «Урман хужалығы инженеры» һөнәре буйынса тамамлай.

1999 йылда шул уҡ университеттың «Бухгалтерия иҫәбе һәм аудит буйынса экономист» һөнәрен тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

1991 йылдың июненән авгусына тиклем Йәрмәкәй МПМК-һының кибес заводында эшләй.

1997—2005 йылдарҙа — урман мастеры, урманды һаҡлау буйынса инженер, Краснореченск урман хужалығы урмансыһы, Бәләбәй урман хужалығының баш урмансыһы.

2006 йылдың февраленән апреленә тиклем Өфө ҡалаһының «Горзеленхоз» муниципаль унитар предприятиеһының урманды һаҡлау буйынса инженеры.

2006—2008 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы буйынса тәбиғәтте файҙаланыу өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең (Росприроднадзор) баш белгесе, баш белгес-эксперты.

2008 йылдың июленән 2010 йылдың октябренә тиклем Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте аппаратында баш консультант.

2010—2017 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры урынбаҫары.

2017 йылдың октябренән ноябренә тиклем — Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы.

2017 йылдың ноябренән — Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры[2][3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй ҡалаһы һәм районы хакимиәтенең Почёт грамотаһы (2002)
  • Бәләбәй урман хужалығының Почёт грамотаһы (2005)
  • Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһе буйынса федераль хеҙмәт идаралығы Рәхмәте (2007)
  • Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһе буйынса федераль хеҙмәттең Почёт грамотаһы (2007)
  • Урман хужалығы федераль агентлығының Почёт грамотаһы (2012, 2019)
  • Урман хужалығы федераль агентлығының «Рәсәйҙең урман байлыҡтарын һаҡлау һәм арттырыу өсөн» ведомство отличие билдәһе(2013)
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2016)
  • «Ҡотҡарыу хаҡына берҙәмлек өсөн» Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы миҙалы(2019)
  • «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы» (2020)
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Рәхмәте (2020)
  • Халыҡтар дуҫлығы ордены (2021)[4].

Иҫкәрмәләр

  1. Шарафутдинов Марат Искандарович. pravitelstvorb.ru (8 сентябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ғинуар 2025.
  2. Министром лесного хозяйства Башкирии стал Марат Шарафутдинов (14 ноября 2017). 22 ғинуар 2025 тикшерелгән.
  3. Радий Хабиров назначил министра лесного хозяйства Башкирии (22 ноября 2019). 22 ғинуар 2025 тикшерелгән.
  4. Шарафутдинов Марат Искандарович. Министерство лесного хозяйства Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ғинуар 2025.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә