Шафиҡова Әминә Ивний ҡыҙы

Шафиҡова Әминә Ивний ҡыҙы (рус. Шафикова Амина Ивниевна; 1974 йылдың 24 марты, Ырғыҙлы, Башҡорт АССР-ы) — музыкант-пианист, педагог, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2012 йылдың ноябренән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2024) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2005).

2026 йылдың 19 февралендә ул айырыуса ҙур күләмдә аҡса урлауҙа һәм ришүәтселектә ғәйепләнеп ҡулға алына[1].

Биографияһы

Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова 1974 йылдың 24 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Ырғыҙлы ауылында тыуған. Урта махсус музыка мәктәбен һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын (профессор Н. Г. Хәмиҙуллина класы) тамамлай.

1997—1999 йылдарҙа Ҡазан дәүләт консерваторияһында ассистентура-стажировка үтә[2].

1997 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы[3], өлкән уҡытыусыһы, доценты, 2010 йылдан — махсус фортепиано кафедраһы профессоры[4].

2004 йылдың сентябренән 2008 йылдың октябренә тиклем — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының мәҙәниәт, спорт, киң мәғлүмәт саралары, милли һәм йәштәр сәйәсәте бүлегенең баш консультанты.

2008 — 2010 йылдарҙа — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының өҫтәмә белем биреү буйынса проректоры.

20102012 йылдарҙа — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы ректоры.

2012 йылдың 5 октябренән — Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры[5].

2024 йылдың 29 мартында Әминә Шафиҡоваға «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә.

2024 йылдың сентябрендә Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы бойороғо менән Әминә Шафиҡовағы «Сәнғәт төрҙәре» һәнәре буйынса «профессор» ғилми исеме бирелә. Был турала Юғары аттестация комиссияһы тарафынан бирелгән аттестатты ул 2025 йылдың февраль башында алды[4].

Әминә Шафиҡованы ҡулға алыу

2026 йылдың 18 февралендә Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығына буйһонған учреждениеларҙы дәүләт һатып алыуына бәйле эш буйынса республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан ҡулға алына. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул вазифа вәкәләттәрен арттырыуҙа ғәйепләнә. Әлегә хоҡуҡ һаҡлау органдарынан рәсми раҫлау юҡ, ә министрлыҡ комментарийҙарҙар бирмәй[6][7]..

Ҡулға алыу мәҙәни өлкәләге коррупция ыҙғыш фонында бара. Башҡорт дәүләт филармонияһының генераль директоры Алмаз Сәйетов, оркестрҙың художество етәксеһе Артур Нәзиуллин һәм Мәҙәни программалар дирекцияһы башлығы Гөлнара Юрина кеүек бюджет аҡсаһын урлауҙа ғәйепләнеүселәр ҡулға алынды. Тәфтишселәр дәүләт контракттарын конкурентһыҙ төҙөгәндә министрлыҡтың хоҡуҡ боҙоуҙар менән бәйләнешен тикшерә[8].

19 февралдә Мәскәүҙең Басман суды Шафиҡованы 2026 йылдың 17 апреленә тиклем ҡулға алды[1].

Шаршамбы, 8 апрелдә, Мәскәү ҡала суды Әминә Шафиҡованы һаҡ аҫтында ҡалдырҙы, ул 17 апрелгә тиклем һаҡ аҫтында ҡаласаҡ[9].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2024)
• «Мәҙәниәт һәм сәнғәттәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (2022)[3]
• «Эшендәге ҡаҙаныштары, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн» — Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәте[10]
• Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты (2005)
• «Пианелло валь тидон» халыҡ-ара конкурсы дипломанты (Италия, 2004)
• «Өмөт. Таланттар. Оҫталар» халыҡ-ара конкурсының 2-се премияһы лауреаты (Добрич, Болгария, 2003)
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2002)
• «Музыкаль де франс» халыҡ-ара конкурсының 2-се премияһы лауреаты (Париж, 1996)
Нариман Сабитов исемендәге I конкурстың 2-се премияһы лауреаты (Өфө, 1995)

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Суд арестовал министра культуры Башкирии Шафикову до середины апреля (19 февраль 2026). 19 февраль 2026 тикшерелгән.
  2. Портал «Республика Башкортостан» Главная \ Справочники \ Персоны Шафикова Амина Ивниевна 2021 йылдың 10 апрель көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 декабрь 2017)
  3. 1 2 Светлана Платонова. Высокое служение культуре Башкортостана. Журнал «Рампа. Культура Башкортостана». 23 марта 2023 года  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 февраль 2025)
  4. 1 2 Министру культуры Башкирии присвоили ученое звание профессора. Информационное агентство «Башинформ», официальный сайт. 7 февраля 2025 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 февраль 2025)
  5. Правительство Республики Башкортостан. Официальный сайт. / Правительство / Сотрудники. Шафикова Амина Ивниевна 2017 йылдың 10 сентябрь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 декабрь 2017)
  6. Задержана министр культуры Башкирии Амина Шафикова. КоммерсантЪ (18 февраль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2026.
  7. ТАСС: министра культуры Башкирии Амину Шафикову задержали. ТАСС (18 февраль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2026.
  8. В Башкирии задержали министра культуры республики Амину Шафикову (18.02.2026). 18 февраль 2026 тикшерелгән.
  9. Анастасия Андреева. Мосгорсуд оставил в СИЗО министра культуры Башкирии Амину Шафикову. Информационное агентство «РБК» (8 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2026. (рус.)
  10. Владимир Путин объявил благодарность министру культуры Башкирии Амине Шафиковой – UfacityNews.ru. ufacitynews.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2016.