29 март
29 март — рәсми календарь буйынса йылдың 88-се (кәбисә йылында 89-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 277 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
31 | ||||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Асылыңды танып белеү көнө.
- Шампиньондар көнө.
- Фортепиано көнө (йылдың 88-се көнөндә).
АҠШ: Ваҡ бизнес хужалары көнө.
Ҡытай Республикаһы: Йәштәр көнө.
Мадагаскар: Геройҙарҙы иҫкә алыу көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Шампиньон (аҡ көләпә) көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Ҡораллы Көстәрҙең юридик хеҙмәт белгестәре көнө.
- 1795 йыл: Вена ҡалаһында композитор Людвиг ван Бетховен үҙенең беренсе концертын ойоштора.
- 1873 йыл: Яҙыусы Лев Толстой «Анна Каренина» романын яҙа башлай.
тулы исемлек
- 1891 йыл: Рәсәй империяһында «Бөйөк Себер юлы»н (Транссебер тимер юл магистрален) төҙөү тураһында указ ҡабул ителә.
- 1911 йыл: Санкт-Петербургта Рәсәй империяһының Олимпия комитеты ойошторола.
- 1934 йыл: Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты Ишембай эшселәр ҡасабаһын (1940 йылдан Ишембай ҡалаһы) булдырыу ҡарар ҡабул итә.
- 1940 йыл: СССР-ҙа Хәрби-Һауа академияһы ойошторола. 1968 йылдан ул Юрий Гагарин исемен йөрөтә.
- 1955 йыл: Тарихсы Юрий Кнорозов майя яҙмаларын уҡыуға арналған кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, һөҙөмтәлә уға «фән докторы» ғилми дәрәжәһе бирелә.
- 1974 йыл: АҠШ-тың «Mariner 10» йыһан карабы Меркурий планетаһын фотоға төшөрә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Чернов Иван Васильевич (1825—15.10.1902), Рәсәй империяһының дәүләт органдары һәм хәрби хеҙмәткәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе, хәйриәсе. Генерал-майор. 1841 йылдан Башҡорт-мишәр ғәскәре командующийы канцелярияһы, 1847 йылдан Ырымбур губернаторы канцелярияһы хеҙмәткәре, 1861 йылдан башҡорт кантондарында попечитель, бер үк ваҡытта 1863—1865 йылдарҙа 1-се башҡорт кантоны начальнигы. 3-сө һәм 4-се дәрәжә Изге Владимир, I дәрәжә Изге Анна (1886), I дәрәжә (1883) һәм II дәрәжә император тажлы Изге Станислав ордендары кавалеры.
- Арыҫланов Һаҙый Мөхәмәҙи улы (1925—21.08.1998), журналист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1966—1991 йылдарҙа «Стерлитамакский рабочий» гәзите мөхәррире. 1957 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың (1979) һәм Башҡорт АССР-ының (1975) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1957). СССР Журналистар союзы премияһы лауреаты (1975). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
тулы исемлек
- Максимов Геннадий Григорьевич (1940), токсиколог-ғалим. 1969 йылдан Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 1972 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1973 йылдан — лаборатория етәксеһе, 1984 йылдан — институт директорының фән буйынса урынбаҫары, 1995 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. 1996 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты Дипломдан һуң белем биреү институтының хеҙмәт гигиенаһы һәм һөнәри ауырыуҙар курсы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1990), профессор (1992). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1986), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1980).
- Әбдрәхимов Марат Сулпан улы (1970), СССР һәм Рәсәйҙеңҙең театр, кино һәм мюзиклдар артисы. 2012 йылдан Мәскәү мюзикл театры актёры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Баева Вера Михайловна (1936), сәнғәт өлкәһе хеҙмәткәре, опера һәм камера йырсыһы (лирик-колоратур сопрано), педагог. 1959—2000 йылдарҙа Свердловск дәүләт филармонияһы солисы, бер үк ваҡытта 1968—1973 йылдарҙа һәм 1982 йылдан М. П. Мусоргский исемендәге Урал консерваторияһы уҡытыусыһы, профессор (1996). РСФСР-ҙың (1979) һәм СССР-ҙың халыҡ артисы (1986).
- Ҡунысбаев Рәшит Нуретдин улы (1956), энергетика ветераны. Хәйбулла район электр селтәрҙәренең элекке начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы.
тулы исемлек
- Насыров Зәки Ильяс улы (1956), ғалим-иҡтисадсы, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт ветераны, шағир. 2000—2007 йылдарҙа Асҡын районы хакимиәте башлығы, 2007—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең территориялар һәм кадрҙар менән эшләү идаралығы етәксеһе һәм Хакимиәт Етәксеһе урынбаҫары. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2011), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2006), Яңауыл районының почётлы гражданы (2010).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мукасей Елизавета Ивановна (1912—19.09.2009), СССР-ҙың нелегал разведчигы, подполковник. Дәүләт именлегенең почётлы хеҙмәткәре. Александр Невский ордены кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Йәнекәйев Заршат Дәүләтша улы (1932—28.06.2011), ғалим-хоҡуҡ белгесе. 1953 йылдан тәфтиш органдары хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1965 йылдан Башҡорт АССР-ы Прокуратураһының тәфтиш бүлеге прокуроры; 1973 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1984—1988 йылдарҙа совет хоҡуғы кафедраһы мөдире, 1992 йылдан — юридик факультет деканы; 1999—2003 йылдарҙа Хоҡуҡ институты директоры, бер үк ваҡытта 1994—2010 йылдарҙа енәйәт хоҡуғы һәм процесы кафедраһы мөдире. Юридик фәндәр докторы (1992), профессор (1992). Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡорт АССР-ының (1981) атҡаҙанған юрисы. Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Сафар ауылынан.
тулы исемлек
- Сабиров Мөхәммәт Ғәлләм улы (1932—9.03.2015), СССР һәм Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре. 1989 йылдан Татар АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе, 1990—1995 йылдарҙа Татарстан Республикаһының Премьер-министры. Татар АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1982), СССР-ҙың Нефть һәм газ сәнәғәте предприятиеларын төҙөү министрлығы отличнигы (1978), Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар Дуҫлығы, «Почёт Билдәһе», Дуҫлыҡ (1997) һәм «Татарстан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» (2012) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Яңы Ҡормаш ауылынан.
- Аҙнабаева Флүрә Фәтхи ҡыҙы (1937), ғалим-педагог-методист, журналист. 1962 йылдан «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы хеҙмәткәре, «Русский язык в башкирской школе» журналының яуаплы секретары; 1986 йылдан Милли мәғариф проблемалары институты Башҡортостан филиалының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1993 йылдан – институт мөдире, бер үк ваҡытта 1999–2006 йылдарҙа – Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1988), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1993).
- Асабина Людмила Филипповна (1947), муниципаль хеҙмәт ветераны. Өфө ҡала хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса комитет рәйесенең элекке урынбаҫары. Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
- Бикмәтов Зөфәр Әнүәр улы (1957), табип. 1985 йылдан Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының табип-хирургы, бер үк ваҡытта 1991 йылдан баш табиптың дауалау буйынса урынбаҫары; 2000 йылдан — эндоскопия бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Байтирәков Ғабдуллатиф Хәбибулла улы (1873—23.04.1951), Өфө губернаһынан Рәсәй империяһының IV саҡырылыш (1912—1917) Дәүләт думаһы депутаты. 1904—1905 йылдарҙағы рус‑япон һуғышында ҡатнашыусы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районының Шланлыкүл ауылынан, крәҫтиәндәрҙән. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Громов Александр Петрович (1913—07.1987), эшсе, 1938—1976 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү заводының йыйыусы слесары. Башҡорт АССР-ының етенсе (1967—1971) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Сығышы менән хәҙерге Ярославль өлкәһе Рыбинск районының Котов ауылынан.
тулы исемлек
- Устиченко Василий Александрович (1923—3.03.1985), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. «Сельхозтехника»ның Хәйбулла район берекмәһенең элекке механизаторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы (1967). Сығышы менән ошо райондың 1970 йылдарҙа бөткән Тамаковка ауылынан.
- Яковлев Алексей Александрович (1923—5.04.1990), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, штурм авиацияһы полкының эскадрилья командиры урынбаҫары, капитан. Советтар Союзы Геройы (1946). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Танһыҡҡужина Маһинур Әмир ҡыҙы (1948), малсы. 1962—2003 йылдарҙа Баймаҡ районы «Таналыҡ» колхозы һауынсыһы, быҙау ҡараусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән ошо райондың Бәхтегәрәй ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғарипов Фәрит Әлтәф улы (1954), педагог. 2000 йылдан Шишмә районының Яңауыл һәм Арыҫлан мәктәптәре уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе һәм мәғариф отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы 1-се Иҙелбай ауылынан.
- Аҙнабаев Рауил Әхмәтйән улы (1959), офтальмолог-ғалим. 1982 йылдан Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 2003 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2011). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2001). Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1987).
- Салиева Эмма Алексеевна (1969), мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1992 йылдан Ҡариҙел районы Уразай ауыл мәҙәниәт йорто мөдире һәм методисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014). Сығышы менән ошо ауылдан.
тулы исемлек
- Сәфәрова Гөлнара Наил ҡыҙы (1969), бейеүсе. 1998 йылдан Нефтекама дәүләт филармонияһының балет артисы, 2016 йылдан — «Түңгәүер» бейеү ансамбле етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2004). «Нефтекамалағы хеҙмәттәре өсөн» почёт билдәһе менән бүләкләнеүсе (2019). Сығышы менән ошо ҡаланан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1735 йыл: Иоганн Карл Август Музеус, Германия яҙыусыһы, әҙәби тәнҡитсе, педагог. «Немец халыҡ әкиәттәре» йыйынтығы авторы.
- 1900 йыл: Владимир Корш-Саблин, кинорежиссёр һәм актёр, СССР-ҙың халыҡ артисы (1969).
тулы исемлек
- 1988 йыл: Закиров Әхмәт Закир улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, взвод командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944).