Яковлев Алексей Александрович

Алексей Александрович Яковлев (1923 йылдың 29 марты, Өфө, Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР1990 йылдың 5 апреле, Өфө, Башҡорт АССР-ы) — совет лётчик-штурмовигы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 4-се Украина фронтының 8-се һауа армияһы 8-се штурмлау авиация корпусы 227-се штурмлау авиация дивизияһы 208-се штурмлау авиация полкының эскадрилья командиры урынбаҫары, капитан (1946). Советтар Союзы Геройы (1946).

Биографияһы

1923 йылдың 29 мартында Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы — Өфөлә эшсе ғаиләһендә тыуған. Милләте урыҫ. Ете класс тамамлаған. Өфө паровоздар ремонтлау заводында слесарь булып эшләгән[1].

Ҡыҙыл Армияға 1940 йылда Өфө ҡалаһынан саҡырыла. 1942 йылда Энгельс хәрби авиация пилоттар мәктәбен тамамлай. Хәрәкәт итеүсе армияла 1943 йылдың 20 ғинуарынан. Сталинград, Көньяҡ-Көнбайыш, 1-се һәм 4-се Украина фронттарында һуғыша[1].

208-се штурмлау авиация полкының эскадрилья (рус.)баш. командиры урынбаҫары (227-се штурмлау авиация дивизияһы, 8-се штурмлау авиация корпусы, 8-се һауа армияһы, 4-се Украина фронты) өлкән лейтенант Яковлев А. А. һуғыш аҙағына тиклем дошман ғәскәрҙәрен штурмлауға 153 хәрби осош яһаған (шул иҫәптән 70 — төркөмдө алып барыусы)[2].

СССР Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 15 майындағы Указы менән фронт командованиеһының (рус.)баш. хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне, немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн өлкән лейтенант Яковлев Алексей Александровичҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 6158) тапшырыла[2].

1946 йылдан капитан Яковлев А. А. — запаста. 1946 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. 1952 йылда электромеханика техникумын тамамлай. Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһендә иҫәпләү техникаһын эксплуатациялау (рус.)баш. һәм ремонтлау бюроһы начальнигы булып эшләй[2].

1990 йылдың 5 июнендә Өфөлә вафат була[1], Көньяҡ зыяратта ерләнә[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

  • 2022 йылдың 22 авгусында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 481-се Ҡарары менән Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының 127-се мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһына Советтар Союзы Геройы Алексей Александрович Яковлев исеме бирелгән[4]. Мәктәптә Герой Яковлев Алексей Александрович партаһы булдырылған[5];
  • Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе бинаһына Александр Яковлевҡа арналған мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[1];
  • Герой Яковлев А. А. исеме Өфөләге Еңеү паркындағы гранит постаментҡа сүкеп яҙылған.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 Г. Г. Булатов. Яковлев Алексей Александрович. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (28 ноябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 март 2026. (рус.)
  2. 1 2 3 4 Н. В. Уфаркин. Яковлев Алексей Александрович. Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 март 2026. (рус.)
  3. Участники войны. Яковлев Алексей Александрович. 29.03.1923—05.06.1990. Сайт «Pomnimme». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 март 2026. (рус.)
  4. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 23 августа 2022 года № 481 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан и об установке мемориальных досок на фасадах зданий общеобразовательных организаций Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (23 август 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 март 2026. (рус.)
  5. Парта героя Яковлева Алексея Александровича. Муниципальное автономное общеобразовательное учреждение школа № 127 имени Яковлева Алексея Александровича городского округа город Уфа Республики Башкортостан. Официцальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 март 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Славные сыны Башкирии. Книга 1. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1968.
  • Подвиги их – бессмертны: Справочник о Героях Советского Союза и полных кавалерах ордена Славы из Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2000. — С. 398. — ISBN 5-295-02784-8.
  • Люди легенд. — Уфа, 1980.