Көньяҡ-Көнбайыш фронты (Бөйөк Ватан һуғышы)
экспертиза үткәрелгән
Был мәҡәләлә Б. Н. Ельцин исемендәге Президент китапханаһы фонды материалдары файҙаланылды
Көньяҡ-Көнбайыш фронт ЮЗФ | |
---|---|
| |
Ғәмәлдә булған йылдары |
22.06.1941 — 12.07.1942 25.10.1942 — 20.10.1943 |
Ил | СССР |
Бойһонған | фронт ғәскәрҙәре командующийы |
Составында | СССР Ҡораллы Көстәренең Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы |
Тип | Фронт |
Ҡатнашҡан хәрби бәрелештәр | Бөйөк Ватан һуғышы (1941—1945) |
Командирҙары | |
Билдәле командирҙары |
Кирпонос Михаил Петрович Тимошенко Семён Константинович Костенко Фёдор Яковлевич |
Көньяҡ-Көнбайыш фронты (ЮЗФ) — Бөйөк Ватан һуғышы осоронда СССР Ҡораллы көстәрҙең формированиеһы (оператив-стратегик берекмә):
- 22.06.1941 — 12.07.1942 — беренсе формирование
- 25.10.1942 — 20.10.1943 — икенсе формирование
Беренсе формирование Көньяҡ-Көнбайыш фронты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фронт көньяҡ-көнбайыш йүнәлешендә 1941 йылдың 22 июнендә СССР НКО-һының 1941 йылдың 22 июнендәге бойороғо нигеҙендә Киев Махсус хәрби округы базаһында 5-се, 6-сы, 12-се һәм 26-сы армиялар составында булдырыла. Артабан унда 3, 9, 13, 21, 28, 37, 38, 40, 57, 61, 8-се һауа армиялары инә.
1941 йылғы сик буйы бәрелештәр барышында фронт ғәскәрҙәре илдең көньяҡ-көнбайыш сик буйҙарында «Көньяҡ» немец армиялар төркөмөнөң һөжүмдәрен кире ҡаға. Фронттың механизацияланған корпустары Дубно — Ковель — Броды тирәһендәге танкылар алышында дошмандың алға китешен тотҡарлайҙар (дошман менән сағыштырғанда 10 тапҡырға күберәк танкыларҙы юғалтып) һәм фронттың төп көстәренә Львов һикәлтәһенән сығырға һәм ҡамауҙан ҡотолорға ярҙам итәләр. Июлдең икенсе яртыһында — август башында, Көньяҡ фронты частары менән бергә, Умань һәм Киев тирәһендә ҡамауға эләгәләр. Фронт ғәскәрҙәре ауыр юғалтыуҙар кисерә. Әсирлеккә генә 500 мең яугир һәм командирҙар эләгә. Фронт командующийы генерал-полковник Кирпонос, фронт штабы начальнигы генерал-майор Тупиков һәм фронттың Хәрби советы ағзаһы Бурмистенко, ҡамауҙан сығырға маташҡан саҡта, һәләк булалар.
1941 йылдың сентябрь — ноябрендә Көньяҡ-Көнбайыш фронты ҡалдыҡтары Курск, Харьков, Изюм ҡалаларынан көнсығышыраҡ рубежға сигенәләр һәм унда хеҙмәткә яңы алынғандар менән тулыландырылалар.
1941 йылдың декабрендә фронт уң яғы көстәре менән Ельцы операцияһын үткәрә, 1941 йылдың декабрендә — 1942 йылдың ғинуарында уң яғы көстәре менән Курск-Обоян операциһын үткәрә, ә Көньяҡ фронты ғәскәрҙәре менән берлектәге һул яҡ ғәскәрҙәре менән Барвенок-Лоза операцияһын үткәрә һәм, 100 километрға алға шылып, Северский Донец йылғаһының уң яҡ ярында эре плацдармды яулап ала. 1942 йылдың май аҙағында йәйелдерелгән бәрелештә (ул Харьков тирәһендәге алыш булараҡ билдәле) фронт ғәскәрҙәре ҡамауға эжләгә һәм бик ауыр юғалтыуҙар кисерә.
1942 йылдың 12 июлендә Көньяҡ-Көнбайыш фронты тарҡатыла[1]. Уның составына булған 28-се, 29-сы һәм 57-се армиялар Көньяҡ фронтына күсерелә, ә 21-се һәм 8-се һауа армиялары — Сталинград фронтына.
Командирҙар составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Командующийҙар
- 22.06.1941 — 20.09.1941 — генерал-полковник Кирпонос,Михаил Петрович (һәләк)
- 30.09.1941 — 18.12.1941 — Советтар Союзы Маршалы Тимошенко Семен Константинович
- 18.12.1941 — 08.04.1942 — генерал-лейтенант Костенко Федор Яковлевич
- 08.04.1942 — 12.07.1942 — Советтар Союзы Маршалы Тимошенко Семен Константинович
- Хәрби советы ағзалары
- А. И. Кириченко
- корпус комиссары Вашугин Н. Н. (июнь 1941 йыл)
- дивизион комиссары Рыков Е. П. (июнь — август 1941 йыл)
- Украина КП(б) Үҙәк Комитеты секретары Бурмистенко М. А. (август — 20 сентябрь 1941йыл) — һәләкәт
- Украина КП(б) Үҙәк Комитеты секретары Хрущев Н. С (1941 йылдың сентябре — 1942 йылдың июле)
- дивизион комиссары Гуров К. А. (ғинуар — июль 1942 йыл)
- Штаб начальниктары
- генерал-лейтенант Пуркаев М. А. (июнь — июль 1941 г.)
- генерал-майор Тупик ов В. И. (июль — 20 сентябрь 1941) — һәләкәт
- генерал-майор Покровский А. П. (сентябрь — октябрь 1941 г.)
- генерал-майор, 1941 йылдың ноябренән генерал-лейтенант Бодин П. И. (октябрь 1941 — март һәм июнь — июль 1942 йыл)
- генерал-лейтенант Баграмян И. Х. (апрель — июнь 1942 йыл)
- Фронт артиллерияһы начальниктары
- артиллерия генерал-лейтенанты Парсегов М. А. (июнь — декабрь 1941 йыл)
- артиллерия генерал-майоры Гавриленко Н. В (1941 йылдың декабренән)
Икенсе формирование Көньяҡ-Көнбайыш фронты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Икенсе формирование Көньяҡ-Көнбайыш фронты 1942 йылдың 25 октябрендә булдырыла[2] уның составына 21-се, 63-сө (1-се гвардия, һуңынан 3-сө гвардия), 5-се танк һәм 17-се һауа армиялары инә. Артабан уның составына 5-се удар, -сы, 12-се, 46-сы, 57-се, 62-се (8-се гвардия), 3-сө танк һәм 2-се һауа армиялары индерелә.
1942 йылдың октябренән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 5-се танк армияһының 8-се кавалерия корпусы составында, 1943 йылдың 2 февраленән 3-сө армия составындағы 7-се гвардия кавалерия корпусында һуғыша.
Фронт «Уран» (Сталинград тирәһендәге контрһөжүм), Урта Дон, Острог-Россоша операцияларында, Харьков өсөн өсөнсө алышта, Изюм-Барвенок һөжүмендә, Донбасс стратегик, Запорожье операцияларында ҡатнаша.
1943 йылдың 20 октябрендә[3] 3-сө Украин фронты итеп үҙгәртелә.
Командирҙар составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Командующийҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 25.10.1942 — 27.03.1943 — генерал-лейтенант, 7.12.1942 — генерал-полковник, 13.2.1943 армия генералы Ватутин Николай Федорович
- 27.03.1943 — 20.10.1943 — генерал-полковник, 28.4.1943 — армия генералы Малиновский Родион Яковлевич
Хәрби советы ағзалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- бригада комиссары, 20.01.1943 — интендант хеҙмәте генерал-майоры Лайок Владимир Макарович (октябрь 1942 — октябрь 1943)
Штаб начальниктары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фронт артиллерияһы командующийҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Генерал-лейтенант Дмитриев М. П., 1942 йылдың октябренән 1943 йылдың февраленә тиклем.
Генерал-лейтенант Неделин М. И. — 1943 йылдың июленән
Батарея командиры Трусевский И. А. — 1943 йылдың июненән 1943 йылдың декабренә тиклем.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ [[s:Директива СВГК СССР № 994110 от 12.07.42| Директива СВГК СССР № 994110 от 12.07.42]] . — ЦАМО, ф. 48-А, оп. 1640, д. 180, л. 8. Подлинник. Дата обращения: 28 февраль 2010.
- ↑ Директива Ставки ВГК № 994273 от 22 октября 1942 г. — ЦАМО, ф. 3, оп. 11556, д. 10, л. 301-302. Дата обращения: 28 февраль 2010. Архивировано 13 февраль 2012 года.
- ↑ Приказ СВГК № 30227 от 16 октября 1943 г. (rar, doc). — О переименовании Воронежского, Степного, Юго-Западного и Южного фронтов — ЦАМО. Ф. 148а. Оп. 3763. Д. 143. Л. 261. Подлинник. Дата обращения: 28 февраль 2010. Архивировано 11 декабрь 2011 года.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Юго-Западный фронт . Дата обращения: 21 ғинуар 2013. Архивировано 26 апрель 2017 года.
- Фронт (воен.) — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Юго-Западный фронт . Дата обращения: 21 ғинуар 2013. Архивировано 16 март 2012 года.
- Юго-Западный фронт . Дата обращения: 21 ғинуар 2013. Архивировано 8 апрель 2010 года. 2010 йылдың 8 апрель көнөндә архивланған.