Өфө кантоны
кантон | |
Өфө кантоны | |
---|---|
рус. Уфимский кантон | |
Ил | |
Составында | Башҡорт АССР-ы |
Адм. үҙәк | Өфө |
Тарихы һәм географияһы | |
Ойошторолған | 5 октябрь 1922 |
Тарҡатылған | 30 август 1930 |
Майҙаны | 17 661 км² |
Иҡтисады | |
Рәсми телдәр |
башҡорт теле урыҫ теле |
Өфө кантоны (рус. Уфимский кантон) — административ-территориаль берәмек, Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһы составында булған кантон. 1922 йылдың 5 октябрендә ойошторолған, 1930 йылдың 20 авгусында бөтөрөлгән. 1926 йылға ҡарата биләмә майҙаны 17661 км², халыҡ һаны — 568494 кеше. Административ үҙәге — Өфө ҡалаһы[1][2].
Географияһы
Өфө кантоны Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Көнбайышта Бәләбәй кантоны, төньяҡта Бөрө кантоны, төньяҡ — көнсығышта Мәсәғүт кантоны, көнсығышта Урал өлкәһе, көньяҡ-көнсығышта Тамъян-Ҡатай кантоны, ә көньяҡта Стәрлетамаҡ кантоны менән сиктәш[1].
Тарихы
Өфө кантоны 1922 йылдың 5 октябрендә Өфө губернаһын бөтөрөү һәм губерна өйәҙҙәрен Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһы составына индереү һөҙөмтәһендә ойошторола. Өфө кантоны составына Өфө өйәҙенең 37, республиканың Көҙәй кантонынан — 2, Табын кантонынан — 2 улус инә[3][4][5].
Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты президиумының 1923 йылдың 24 ғинуарындағы, 10 февралендәге, 13 апрелендәге ҡарарҙары менән Өфө кантонында 17 улус ойошторола[6]. 1926 йылда контондың улустаға бүленеше ҡайһы бер үҙгәрештәр менән Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты декреты менән раҫлана[7][8].
1930 йылдың 20 авгусында республиканың административ-территориаль ҡоролошона райондар системаһын индерелеү менән бәйле Өфө кантоны бөтөрөлә. Уның территорияһында Архангел, Благовещен, Ҡырмыҫҡалы, Нуриман, Топорнин (хәҙерге Кушнаренко), Өфө, Шишмә райондары ойошторола. Биләмәнең бер өлөшө ауылдары менән Бөрө, Бүздәк, Мишкә, Ҡарамалы (хәҙерге Ауырғазы), Саҡмағош райондары составына инә[9][10].
Халҡы
1926 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Өфө кантонында 568494 кеше, шул иҫәптән ир-егетәр — 271379, ҡатын-ҡыҙҙар — 297115, ҡала ерендә — 108655, ауылда — 459839 кеше йәшәгән[2][11][12].
Милләт составы буйынса башҡорттар — 57552, белорустар — 13628, йәһүдтәр — 1749, латыштар — 6643, мариҙар— 5314, мишәрҙәр— 40493, мордвалар— 4567, немецтар — 2543, урыҫтар — 309068, татарҙар — 92434, типтәрҙәр— 6472, украиндар — 17008, сыуаштар — 8313, башҡа милләтәр 2710 кеше булған[1][12].
Административ бүленеше
1926 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында Өфө кантоны составында 17 улус, 1 ҡала (Өфө), 4 ҡала тибындағы ҡасаба (Благовещен заводы, Ҡыҙыл Шишмә, Шишмә, Шөңгәккүл) һәм 2178 ауыл булған[1][2][7][12].
- Абрай улусы — үҙәге Ябалаҡлы ауылында,
- Архангельск улусы — үҙәге Архангел заводы ҡасабаһында,
- Бүләкәй-Көҙәй улусы — үҙәге Ҡыҙылъяр ауылында,
- Благовещен улусы — үҙәге Благовещен заводы ҡасабаһында,
- Булгаков улусы — үҙәге Булгаков ауылында,
- Дмитриевский улусы — үҙәге Дмитриевка ауылында,
- Иглин улусы — үҙәге Иглин ауылында,
- Ҡырмыҫҡалы улусы — үҙәге Ҡырмыҫҡалы ауылында,
- Надеждин улусы — үҙәге Надеждин ауылында,
- Новоселовск улусы — үҙәге Языково ауылында,
- Петровск улусы — үҙәге Нуғай ауылында, картала Охлебинин ауылында күрһәтелгән,
- Топорнин улусы — үҙәге Топорнин (Кушнаренко) ауылында,
- Степановка улусы — үҙәге Степановка ауылында,
- Удельно-Дыуанай улусы — үҙәге Удельно-Дыуанай ауылында,
- Оло Теләк улусы — үҙәге Оло Теләк ауылында,
- Шишмә улусы — үҙәге Шишмә станцияһында,
- Шәрип улусы — үҙәге Шәрип ауылында.
1927 йылда Булгаков улусы бөтөрөлә, уның 27 ауылы Ҡырмыҫҡалы улусына ҡушыла .
Социаль-иҡтисади торошо
Өфө кантоны иҡтисадының төп тармағы ауыл хужалығы була, шулай уҡ сәнәғәт яҡтан республикала иң ныҡ үҫешкән кантон. Биләмәһе аша Һамар-Златоуст тимер юлы үтә, суднолар йөрөүсе Ағиҙел йылғаһы аға. Республиканың баш ҡалаһы һәм кантон үҙәгендә Өфө-Стәрлетамаҡ, Өфө-Бөрө юлдары тоташа. Благовещен ауыл хужалығы машиналары заводы, Өфө һыра ҡайнатыу заводы, 1-се Өфө суйын ҡойоу заводы һәм башҡа сәнәғәт предприятиелары эшләй. 47 баҙар була. 1926 йылда кантонда 1-се баҫҡыс 488 мәктәп иҫәпләнә, уҡытыу рус, башҡорт, татар, латыш, мари, мордва, сыуаш, удмурт, немец телдәрендә алып барыла[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 З.Ғ.Ғәтиәтуллин, тәржемәсе М.Х.Хужин. Өфө кантоны // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 1 2 3 Всесоюзная перепись населения 1926 года. — М.: Издание ЦСУ Союза ССР, 1928. — С. Том 9. Стр. 2-13. Том 17. Стр. 2-3.
- ↑ Декрет Всероссийского Центрального Исполнительного Комитета о расширении границ Автономной Башкирской Социалистической Советской Республики от 14 июня 1922 г.
- ↑ Декрет Всероссийского Центрального Исполнительного Комитета о дополнительном расширении границ Автономной Башкирской Социалистической Советской Республики от 17 августа 1922 г.
- ↑ Протокол № 38 экстренного заседания от 5 октбря 1922 года Президиума Башкирского Центрального Исполнительного Комитета об административном районировании Большой Башкирии.
- ↑ История административно-территориального деления, 2003, с. 70-71
- ↑ 1 2 Декрет Всероссийского Центрального Исполнительного Комитета об утверждении административного деления Автономной Башкирской ССР от 14 июня 1926 г.
- ↑ История административно-территориального деления, 2003, с. 85
- ↑ Постановление Президиума Всероссийского Центрального Исполнительного Комитета об административном делении Автономной Башкирской Советской Социалистической Республики от 20 августа 1930 г.
- ↑ История административно-территориального деления, 2003, с. 94-109
- ↑ По данным Всесоюзной переписи населения 1926 года по Уфимскому кантону Башкирской АССР . Дата обращения: 26 ғинуар 2014. Архивировано 1 февраль 2014 года.
- ↑ 1 2 3 Население Башкортостана, 2008, с. 76
Әҙәбиәт
- История административно-территориального деления Республики Башкортостан (1708—2001). Сборник документов и материалов. — Уфа: Китап, 2003. — 536 с. — ISBN 5-295-03286-8.
- История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — 468 с.
- Всесоюзная перепись населения 1926 года. В 10 Т. — М.: Издание ЦСУ Союза ССР, 1927-1929.
- Население Башкортостана. XIX-XXI века: статистический сборник. / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. — Уфа: Китап, 2008. — 448 с. — ISBN 978-5-295-04439-7.
Һылтанмалар
- Всесоюзная перепись населения 1926 г. РСФСР и ее регионы. Населенные места. Наличное городское и сельское население. Уфимский кантон. Демографический портал Демоскоп Weekly.