Нуғай (Өфө)

Нуға́й ауыл, 1992 й. алып Өфө составында, Октябрь районы Нуғай ауыл советы үҙәге.

Тарих

Ауылға Нуғай даруғаһы Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1664 й. алып билдәле. XVIII быуат 2-се яртыһында бында яһаҡлы татарҙар иҫәпкә алынған. XIX быуат уртаһында статский советник И.Ф.Базилевскийҙыҡы була. 1865 йылда Нуғай (Петропавловка) 115 йортта 674 кеше йәшәгән. Игенселек, умартасылыҡ, ағас әйберҙәр яһау менән шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, училище, ат тирмәне булған; улус идараһы урынлашҡан. 1906 йылда сиркәү, земство мәктәбе, фельдшер‑амбулатория пункты, шарап, һыра һәм 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы булған. 1992 й. Өфө районы Нуғай ауыл советы үҙәге булған. Ауыл эргәһендә Нуғай ҡаласыҡтары урынлашҡан.

Халыҡ һаны

Халҡы: 1906 й. – 1024 кеше; 1920 – 1406; 1939 – 1700; 1959 – 864; 1989 – 541; 2002 – 766; 2010 – 1479 кеше. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, мәсет, сиркәү бар.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1865 йыл 674
1906 йыл 1024
1920 йыл 26 август 1406
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1700
1959 йыл 15 ғинуар 864
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 541
2002 йыл 9 октябрь 766
2010 йыл 14 октябрь 1479

Географик урыны

  • Өфөнән көньяҡ-көнсығыш 30 км һәм Юрмаш тимер юл станцияһы көньяҡ-көнбайыш табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Билдәле шәхестәре

Һылтанмалар

Категориялар