Мариҙар

Мариҙар (мар. марий, мары, маре, мӓрӹ; элегерәк: рус. черемисы, төрки тел. чирмыш) — Марий Эл Республикаһының төп халҡы. Рәсәйҙә 643 мең кеше, шул иҫәптән Марий Элда 324 мең кеше, Башҡортостанда 106 мең кеше иҫәпләнә.

Мари халҡы вәкилдәре Башҡортостанда башлыса Балтас, Бөрө, Дүртөйлө, Краснокама, Ҡалтасы, Мишкә, Нуриман, Шаран, Яңауыл райондарында йәшәй. Дөйөм алғанда, республикала 240-тан ашыу мари ауылы иҫәпләнә.

Мариҙарҙың күпселеге мәжүси, бер өлөшө христиан, ҡалғандары ислам динен тота.

Һылтанмалар