Милләт

Милләт — кешенең ниндәйҙер билдәле бер милләткә йәки айырым милли дәүләткә ҡарауы[1][2].

«Милләт» төшөнсәһе, күпселек осраҡта, айырым шәхес менән дәүләт араһындағы хоҡуҡи мөнәсәбәттәр, кешенең билдәле бер гражданлыҡҡа ҡарауы тип билдәләнә. Милләт кешегә дәүләт юрисдикцияһы аҫтында булыу һәм дәүләт тарафынан һаҡланыу хоҡуғын бирә. Был хоҡуҡтар һәм бурыстар төрлө дәүләттә төрлөсә була.

Йола буйынса һәм халыҡ-ара конвенцияларға (рус.)баш. ярашлы, һәр дәүләт үҙенең граждандары кем булыуын билдәләү хоҡуғына эйә. Бындай билдәләмәләр гражданлыҡ тураһындағы ҡануниәттең бер өлөшөн тәшкил итә. Ҡайһы бер осраҡтарҙа гражданлыҡты билдәләү шулай уҡ халыҡ-ара асыҡ хоҡуҡ менән көйләнә — мәҫәлән, апатридлыҡ тураһындағы килешеүҙәр һәм Европа гражданлыҡ конвенцияһы.

СССР Юғары Советының Милләттәр Советы исемендә «милләт» төшөнсәһе палатала вәкәләтле милли территориаль берәмектәр (союздаш республикалар, автономиялы республикалар, автономиялы өлкәләр, автономиялы округтар) мәғәнәһендә ҡулланылған, йәғни Европаса аңлатмаға яҡын мәғәнәлә. Ошо нигеҙҙә Советтар Союзында милләттең үҙенсәлекле аңлатмаһы — кешенең билдәле бер мәҙәни-этник берләшмәгә ҡарауы (был берләшмә СССР-ҙа йәки унан ситтә үҙенең милли (дәүләт) автономияһына эйә була йәки, айырым осраҡтарҙа, ошоға хоҡуғы була) — формалашҡан. Был принцип буйынса рәсми совет терминологияһында милләттәр бындай хоҡуҡтар бирелмәгән һәм паспорттарҙа күрһәтелмәгән субэтностар ғына булған халыҡтарҙан айырылған.

Постсовет киңлегендә формалашҡан һәм урыҫ теленә нығыраҡ хас булған был милләт мәғәнәһе этник идентификация (рус.)баш. менән бер тиң, ул сәйәси сиктәр йәки паспортҡа эйә булыу менән билдәләнмәй, һәм үҙаллы бойондороҡһоҙ милли дәүләте булмаған илдәрҙәге кешеләрҙе (мәҫәлән, (мәҫәлән, арамейҙар, шотландтар, валлийҙар, инглиздәр, басктар, каталондар, курдтар, белудждар, бәшнәктәр, кашмирҙар, фәләстанлылар, инуиттар, копттар маориҙар, сикхтар, секейҙар һәм зулустар) үҙ эсенә ала. Айырым кешеләр шулай уҡ үҙаллылыҡтың бер өлөшөн дәүләткә тапшырған автономиялы статуслы төркөмдәр гражданы тип һанала ала.

Европала милләт

Күпселек хәҙерге заман Европа телдәрендә «милләт» термины (мәҫәлән, ингл. nationality) рәсми документтарҙа дәүләткә ҡарауҙы — гражданлыҡты йәки подданлыҡты белдерә[3][4]. Ошо уҡ мәғәнәлә (шул иҫәптән урыҫ телендә лә) был атама колонияларҙан һәм һуңғы осорҙарҙа барлыҡҡа килгән дәүләттәрҙән айырмалы рәүештә тулы суверенитетҡа эйә булған милли дәүләткә ҡарата ҡулланыла.

Рәсәйҙә милләт

Рәсәй Федерацияһы — күп милләтле дәүләт.

1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа кешеләрҙең теге йәки был милләткә ҡарауы тик тел һәм дин буйынса ғына билдәләнгән. Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ мәғлүмәттәренә ярашлы, 2015 йылда Рәсәйҙә 193 халыҡ (милләт) йәшәгән. Милләттәр тел билдәһе нигеҙендә айырып алынған. Керәшендәр, хемшилдар, керектәр, бесермәндәр, сойоттар, челкандар һәм езидтәр айырым теркәлгән[5].

Рәсәй Конституцияһының 26-сы статьяһында күрһәтелгәнсә, ниндәй милләткә ҡарауын һәр кем үҙе билдәләргә һәм күрһәтергә хоҡуҡлы[6], һәм бер кем дә милләтен билдәләүгә һәм күрһәтеүгә мәжбүр ителә алмай[7].

Миҫал өсөн, Мәскәү ҡалаһының Пресня район суды 2009 йылда Рәсәй гражданының йәһүд милләтенә ҡарауын билдәләү тураһында эш буйынса ҡарар сығарыуҙан баш тартҡан, сөнки «суд тарафынан билдәле бер милләткә ҡарау фактын билдәләү тураһында ҡарар сығарыу Рәсәй дәүләт органы тарафынан Рәсәй гражданының билдәле бер милләткә ҡарауын билдәләгән акт сығарыуҙы аңлатасаҡ, был граждандың үҙенең милләткә ҡарауын һайлау һәм күрһәтеү конституцион принцибына ҡаршы килә» тип белдергән[8].

Хәҙерге ваҡытта Рәсәйҙә граждандарҙың үҙ милләтен (этник сығышын) үҙаллы һәм ирекле рәүештә билдәләү хоҡуғы ҡыҙыҡлы күренешкә килтергән: халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында ҡайһы берҙәр үҙҙәренең милләтен айырым милләт булыуы шик аҫтында булған халыҡтарға (мәҫәлән, казактар, поморҙар, скифтар) йәки бөтөнләй булмағандарға (хоббиттар, эльфтар, орктар һ.б.) ҡарауын белдергән.

Һөҙөмтәлә, Росстаттың 2010 йылдың 27 ғинуарындағы № 74 бойороғо менән « Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2010 — халыҡтың яуап биреү өсөн мөмкин варианттарының алфавитлы исемлеге» раҫланған (яуап алыу битендә милләт — 7-се пункт). Һиҙелерлек артҡан был исемлеккә 1840 милләт индерелгән, улар араһында, атап әйткәндә, «помесь», «совет кешеһе», «ер кешеһе», «донъя кешеһе», «сит ил кешеһе», «интернационалист» һәм «ғаләмдә йәшәүсе», «бульбаштар», «чухондар», «чалдондар», «фараондар» һәм «скобарҙар» тәҡдим ителгән.

undefined

СССР-ҙа милләттәр

Халыҡты төркөмләп, уларҙы эксклюзив этник билдә буйынса категориялаштырыу СССР-ҙа 1926 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙан башланған һәм этник милләт төшөнсәһе шәхес атрибуты (рус.)баш. булараҡ дөйөмләштерелгән[9][10]. Советтар Союзында ил граждандарының (сит ил граждандары түгел) милләте дәүләткә, мәҙәниәткә, дингә йәки телгә ҡарау менән түгел, ә ата-әсәнең «милләте» менән билдәләнгән һәм паспорттың, тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтың, шулай уҡ башҡа күп кенә совет иҫәп документтарының мотлаҡ пункты булған.

СССР Эске эштәр министрлығы паспорт органдарының паспортты тултырыу һәм биреү өсөн нигеҙ булған «Кадрҙарҙы иҫәпкә алыуҙың шәхси бите»ндә, «милләт» бишенсе графала торған. Халыҡ телендә тотороҡланған һәм ҡанатлы һүҙгә әйләнгән был «5-се графа»ны йыш ҡына яңылыш СССР паспортына ҡайтарып ҡалдыралар. Ун алты йәшендә беренсе совет паспортын алғанда, граждан үҙенең милләтен күрһәтергә тейеш булған. Әгәр ул бер милләтле ғаиләлә тыуған булһа, бишенсе графаға ата-әсәһенең милләте, әгәр ҡатнаш ғаиләлә тыуған булһа, 1975 йылға тиклем атаһының милләте яҙылған.

СССР-ҙың 1975 йылғы яңы Паспорт тураһындағы положениеһынан (рус.)баш. башлап, кешегә әсәһенең йә атаһының милләтен һайлау мөмкинлеге тыуған. Әммә граждан был һайлауҙы ғүмерендә бер генә тапҡыр — тәүге паспортын алғанда ғына яһаррға хоҡуҡлы булған. Атаһы йәки әсәһенең милләтен һайлау ҡыйынлығы тыуғанда, паспорт органдары 1975 йылға тиклемгесә — атаһының милләтен яҙырға тәҡдим иткән. Шуның менән бергә тел факторының бер ниндәй ҙә тәьҫире булмаған, шуның арҡаһында үҙ милли телен белмәгән СССР граждандары феномены барлыҡҡа килгән.

СССР-ҙа милләттәр халыҡтарға ҡапма-ҡаршы ҡуйылған. Милләттәргә түбәндәгеләр индерелгән:

  • союздаш республикаларҙың титул халыҡтары (украиндар, белорустар, молдавандар һ.б.);
  • СССР автономиялы республикаларының, автономиялы өлкәләренең һәм милли округтарының титул халыҡтары (йәһүдтәр, алтайҙар, адыгейҙар һ.б.);
  • уртаҡ үҙаңға, телгә һәм сығышҡа эйә булған этник төркөмдәр (сиғандар, ижорҙар, тофалар һ.б.);
  • сит ил халыҡтары вәкилдәре (югославтар, француздар, румындар һ.б.).
    • Һирәк осраҡтарҙа төрлө дәүләттәрҙең граждандарын, әгәр улар уртаҡ сығышҡа, үҙатамаға һәм телгә эйә булһа, бер милләткә ҡаратҡандар (ғәрәптәр, корейҙар, немецтар һ.б.).

Шул уҡ ваҡытта бер нисә этник төркөм айырым бүленеп тормаған һәм башҡа туған милләттәр менән берләштерелгән:

  • поморҙар һәм казактар — урыҫтар менән;
  • русиндар — украиндар менән;
  • свандар — грузиндар менән;
  • латгалдар — латыштар менән (1926 йылда латгальдар айырым милләт тип һаналһа ла[11]);
  • сету — эстондар менән;
  • людиктар — карелдар менән;
  • керәшендәр — татарҙар менән;
  • водь — ижорҙар менән.

Халыҡтарға Төньяҡтың аҙ һанлы халыҡтарын (ительмендар, алеуттар, эвендар һ.б.), Дағстандың (аварҙар, агулдар, цахурҙар һ.б.) кеүек халыҡтарҙы индергәндәр[11].

Иҫкәрмәләр

  1. Olivier Vonk, 2012, с. 19-20
  2. Сухарев, Крутских, Сухарева, 2003
  3. Гражданство и национальность. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 апрель 2026. Архивировано 21 май 2016 года.
  4. Olivier Vonk: Dual Nationality in the European Union: A Study on Changing Norms in Public., стр. 19, (инг.)
  5. В России проживает 193 народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 апрель 2026. Архивировано 30 июнь 2016 года.
  6. Статья 26: 1. Национальная принадлежность - это принадлежность лица к. jurisprudence.club. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 апрель 2026. Архивировано 8 февраль 2019 года.
  7. Конституции России, Глава 2. Права и свободы человека и гражданина. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 апрель 2026. Архивировано 22 сентябрь 2016 года.
  8. Решение суда на сайте Пресненского суда города Москвы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 апрель 2026. Архивировано 25 май 2015 года.
  9. Тишков, 2003, Гл. V: Конструирование категорий и идентичностей
  10. Каганский, 2002, с. 15
  11. Перечень национальностей для разработки материалов Всесоюзной переписи населения 1959 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 апрель 2026. Архивировано 8 июнь 2016 года.

Әҙәбиәт

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар