22 февраль
22 февраль (рус. 22 февраля) — рәсми календарь буйынса йылдың 53-сө көнө. Йыл аҙағына тиклем 312 көн ҡала (кәбисә йылында 313). Мосолман календары буйынса 1446 йылдың Шәғбан айының 23-сө көнө. Өфөлә ☀️Ҡояш 8 сәғәт 12 минутта ҡалҡа, 18 сәғәт 25 минутта бата. Көн оҙонлоғо 🕒 10 сәғәт 13 минут. 🌗 Айҙың һуңғы сиреге (йәше 23.92 көн).
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | ||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Энцефалитҡа ҡаршы көрәш көнө.
- Уйланыуҙар көнө.
- Яҡшы кәйефте йәлеп итеү көнө.
- Европа: Енәйәт ҡорбандарын яҡлау көнө.
АҠШ: Ҡырағай тәбиғәт көнө.
Бөйөк Британия: Бер нәмә лә эшләмәү көнө.
Мысыр: Берҙәмлек көнө.
Ирландия: Тәмәкенән баш тартыу көнө.
Канада: Хулиганлыҡҡа ҡаршы көрәш көнө.
Сәғүд Ғәрәбстаны: Дәүләт ойошторолған көн.
Япония: Бесәй көнө.
АҠШ: Супермаркет хеҙмәткәрҙәре көнө.
Ҡырғыҙстан: Ер төҙөлөшө һәм картография-геодезия хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1632 йыл: Галилео Галилей «Птолемей һәм Коперник — ике ғаләм системаһы тураһында һөйләшеү» исемле үҙенең иң мөһим хеҙмәтен баҫтыра.
- 1714 йыл: Санкт-Петербургта Дарыуханасы баҡсаһына нигеҙ һалына (хәҙер — РФА В. Л. Комаров исемендәге Ботаника институтының Ботаника баҡсаһы).
тулы исемлек
- 1819 йыл: Вашингтонда Адамс — Онис килешеүенә ҡул ҡуйыла, уның буйынса Флорида Испаниянан АҠШ-ҡа күсә (5 миллион долларға һатыла).
- 1828 йыл: Фридрих Вёлер органик матдә карбамидты органик булмаған матдәләрҙән синтезлауы хаҡында хәбәр итә.
- 1828 йыл: Рәсәй империяһы һәм Персия араһында Төркмәнчәй солох килешеүе төҙөлә.
- 1848 йыл: Парижда Июль монархияһы ҡолатылыуға килтергән буржуаз-демократик инҡилап башлана.
- 1878 йыл: Мәскәүҙә Н. Г. Рубинштейн дирижерлығында П. И. Чайковский-ҙың дүртенсе симфонияһы башҡарыла.
- 1921 йыл: Совет Рәсәйендә Дәүләт план комитеты ойошторола.
- 1946 йыл: Зельман Ваксман стрептомицин антибиотигын аса.
- 1958 йыл: Мысыр һәм Сүриә президенттары ике илдең Берләшкән Ғәрәп Республикаһына берләшеүе тураһында актҡа ҡул ҡуя.
- 1964 йыл: «Тереләр һәм үлеләр» фильмының премьераһы була.
- 1966 йыл: «Ветерок» һәм «Уголек» атамалы эттәр менән «Космос-110» Ер юлдашы осорола.
- 1968 йыл: Ватерлоо утрауында «Беллинсгаузен» СССР-ҙың поляр станцияһы асыла.
- 1968 йыл: Британияның «Genesis» рок-төркөмө тәүге йырын яҙҙыра.
- 1979 йыл: Сент-Люсия Бөйөк Британиянан бойондороҡһоҙлоҡ ала.
- 1983 йыл: Алекс Червинский (АҠШ) 390 тимер аҡсанан 4 метр бейеклектәге пирамида төҙөй (донъя рекорды).
- 1990 йыл: Бөйөк Британия хөкүмәте тарафынан «Енәйәттәр ҡорбандары хартияһы» баҫтырылып сығарыла.
- 1993 йыл: Рәсәй Президенты ҡарамағында Президент советы булдырыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Максимов Семён Ефимович (1925—15.08.2017), педагог. 1951—1986 йылдарҙа Мәсетле районының Кесе Ыҡтамаҡ урта мәктәбе директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы (1986). Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1943). Мәсетле районының почётлы гражданы (2010). Сығышы менән ошо райондың Үрге Бобин ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Цветкова Елена Яковлевна (1871—07.1929), Рәсәй империяһының опера йырсыһы (лирик-драматик сопрано), Совет Рәсәйе һәм СССР-ҙың музыка педагогы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Столяров Евгений Васильевич (1922—21.03.1985), нефть сәнәғәте хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1972—1985 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең генераль директоры. РСФСР-ҙың туғыҙынсы һәм унынсы, Башҡорт АССР-ының һигеҙенсе саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1972) һәм СССР-ҙың почётлы (1979) нефтсеһе. Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Бөгөлмә ҡалаһынан.
- Әхмәҙуллин Вафа Мостафа улы (1922—16.11.1998), педагог, партия органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында һәм Чехословакияның Ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы, «Высокие Татры» партизан отряды командиры. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1989), СССР-ҙың мәғариф отличнигы (1970). Ике беренсе (1945, 1985) һәм икенсе (1975) дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Чехословакияның почётлы гражданы (1945).
тулы исемлек
- Вахнин Сергей Алексеевич (1932—2004), ауыл хужалығы механизаторы. 1947—1992 йылдарҙа Баймаҡ районы Ленин орденлы «Йылайыр» совхоз-техникумы тракторсыһы, комбайнсы һәм механик. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1956). Сығышы менән ошо райондың Октябрь ауылынан.
- Ғәрифуллин Мәсғүт Шәйхелислам улы (1937), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1961—1987 йылдарҙа Баҡалы районы М. Горький исемендәге колхоз тракторсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986). Сығышы менән ошо райондың Ҡамышлы ауылынан.
- Камаев Рәшит Борхан улы (1937—06.05.2000), социолог-ғалим. 1974 йылдан Өфө авиация институты уҡытыусыһы, 1989 йылдан фәнни коммунизм кафедраһы мөдире; 1990—2000 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының философия кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1995 йылдан гуманитар факультет деканы. Философия фәндәре докторы (1986), профессор (1987). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997).
- Башенёв Валерий Алексеевич (1942), сәнғәт һәм юғары мәктәп хеҙмәткәре, музыкант, баянсы, 1970—2003 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1978—1981 һәм 1982—1986 йылдарҙа вокаль-оркестр факультеты деканы, 1981—1982 һәм 1986—1989 йылдарҙа уҡыу-уҡытыу һәм ғилми эштәр буйынса проректор; бер үк ваҡытта 1974—1996 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, әҙәби музыкаль лекторий концертмейстеры. 2003 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының музыка ҡоралдары һәм музыка теорияһы кафедраһы мөдире. Профессор (2003). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1987), Дуҫлыҡ ордены кавалеры (2013).
- Буранбаева Гөлнара Вара ҡыҙы (1952), педагог. 1972—2007 йылдарҙа Баймаҡ ҡалаһының 2-се һәм 4-се урта мәктәптәре уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2007).
- Зәйнәшев Тәфтизан Хәким улы (1972), музыкант. Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы уҡытыусыһы, 1999 йылдан «Яйыҡ» халыҡ ҡурайсылар ансамбленең художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хаббин Сабит Ғибәҙулла улы (1938), шахтер. 1954 йылдан Хәйбулла районындағы Бүребай руда идаралығы эшсеһе, шул иҫәптән 1971 йылдан ер аҫты үтеүсеһе, шартлатыусы; 1988—1995 йылдарҙа — экскаватор машинисы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986) һәм III дәрәжә Хеҙмәт Даны (1977) ордендары кавалеры. Сығышы менән Бүребай ауылынан.
- Тарасов Евгений Михайлович (1953), инженер-электрик-ғалим. 1980 йылдан (өҙөклөк менән) Куйбышев тимер юл транспорты инженерҙары институты һәм Һамар дәүләт тимер юлдар университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1991 йылдан электротехника факультеты деканы, 1999—2008 йылдарҙа — фәнни эштәр буйынса, 2014 йылдан — производство менән бәйләнеш буйынса проректор. Техник фәндәр докторы (2005), профессор (2005). Почётлы тимер юлсы (1993), тимер юл транспортының иң яҡшы уйлап табыусыһы (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк районының Киҫтәнле-Ивановка ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кәримова Зәйнәб Хәбибулла ҡыҙы (1909—22.09.1995), микробиолог-ғалим. 1932—1974 йылдарҙа Ҡазан дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1942—1943, 1945—1947 һәм 1956—1974 йылдарҙа микробиология кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1968), профессор (1969). Татар АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районы Аллағыуат ауылынан.
- Йәғәфәров Ғибат Зиннәт улы (1924—28.10.2002), педагог, ауыл хужалығы, комсомол, партия һәм урындағы башҡарма органдар, мәғариф хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1965 йылдан КПСС-тың Бөрйән район комитетының ойоштороу бүлеге мөдире, 1974 йылдан Иҫке Собханғол урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1978—1984 йылдарҙа район көндөҙгө-ситтән тороп уҡыу урта мәктәбе директоры. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
тулы исемлек
- Рутман Григорий Иосифович (1929—21.06.2001), химик-технолог-ғалим, нефть химияһы сәнәғәте хеҙмәткәре. 1965 йылдан Стәрлетамаҡ тәжрибә-сәнәғәт нефть химияһы заводы директоры, 1995 йылдан Башҡортостан Республикаһы Инженерлыҡ академияһының Стәрлетамаҡ бүлексәһе рәйесе, 1997 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1983), профессор (1987). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1989), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1976) һәм Дәүләт премияһы лауреаты (1978). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
- Мәхмүдов Рәшит Абдулла улы (1934—29.01.1981), агроном, ауыл хужалығы, урындағы башҡарма, партия һәм дәүләт органы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1965—1980 йылдарҙа КПСС-тың Ейәнсура район комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының етенсе (1967—1971), һигеҙенсе (1971—1975) һәм туғыҙынсы (1975—1980) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Фәрхуллина Исмегөл Сәхәп ҡыҙы (1939), малсы. Тәтешле районы Ленин исемендәге колхоздың элекке һауынсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1984). Октябрь Революцияһы ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Бүл-Ҡайпан ауылынан.
- Вәлиева Земфира Хәбир ҡыҙы (1944—16.09.2023), музыкант, педагог. 1981—1985 йылдарҙа Өфөләге махсус урта музыка мәктәбе (хәҙер колледж) директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары, 1987—1999 йылдарҙа — директоры. Башҡорт АССР-ының (1991) һәм Рәсәй Федерацияһының (1998) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Опера йырсыһы Хәбир Ғәлимовтың ҡыҙы.
- Иҙрисов Рәжәп Усман улы (1959), механизатор. Баймаҡ районы «Йылайыр» совхозының элекке тракторсыһы һәм механигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1999), III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1986). Сығышы менән ошо райондың Ишмөхәмәт ауылынан.
- Дудко Борис Александрович (1989), хәрби хеҙмәткәр, гвардия десант-штурм дивизияһының айырым танк батальоны командиры урынбаҫары, гвардия майоры. Сүриәләге хәрби хәрәкәттәрҙә, Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы (2022). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2022). Сығышы менән Бөрө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1732 йыл: Джордж Вашингтон, Америка Ҡушма Штаттарының тәүге президенты.
- 1840 йыл: Август Бебель, марксист, Германия Социаль-демократик партияһын һәм II Интернационалды ойоштороусыларҙың береһе.
тулы исемлек
- 1850 йыл: Фёдор Васильев, Рәсәй империяһы рәссамы.
- 1875 йыл: Владимир Адрианов, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың хәрби картографы, компастар конструкторы, рәссам.
- 1913 йыл: Ранко Маринкович, Хорватия прозаигы, шағир һәм драматург.
- 1965 йыл: Дарья Михайлова, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2013).
- 1975 йыл: Дмитрий Спирин, Рәсәй музыканты.
- 1975 йыл: Ольга Будина, Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһы лауреаты (2001).