Учалы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Учалы
Учалы
Флаг
Flag of Uchaly (Bashkortostan).pngUchaly COA.gif
Сәғәт бүлкәте UTC+5:00
Почта индексы 453700–453703
Административ үҙәге Учалы ҡалаһы ҡала биләмәһе[d][1] и Учалы
Рәсми сайт uchaly-102.ru
Рәсми атамаһы Учалы
Халыҡ һаны
Административ-территориаль берәмек Учалы ҡалаһы ҡала биләмәһе[d]
Дәүләт
Майҙаны
Нигеҙләү датаһы 1955
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 540 метр
Рәсем
Беренсе яҙма телгә алыу XIX быуат
Урындағы телефон коды 34791
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Учалы́ (рус. Учалы )  — республика әһәмиәтендәге ҡала. Башҡортостандың көнсығышында, Урал тауҙары итәгендә, Өфөнән 350 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Учалы районының административ үҙәге (1965 йылдан алып)[5].

География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өфөнән көньяҡ көнсығышҡа табан 376 км алыҫлыҡта Башҡортостандың Урал аръяғы төньяғында, Ҡарағастүбә (586 м) һәм Олотау (659 м) тауҙары араһындағы уйпатлыҡта урынлашҡан. Учалы ҡалаһы биләмәһе сиктәрендә, Энергетиктар урамы буйлап һәм Бурансы биҫтәһенән төньяҡҡа ҡарай Кесе Учалы күле урынлашҡан

Исем[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Учалы атамаһының башҡа варианттары — Асыуҙы, Ушалы[6].

«Учалы» исеме ҡала эргәһендәге күл атамаһынан килә. XVIII быуаттың бөтә документтарында һәм 1786 йылғы картала был күл Ачулы — Асулы тип бирелгән. Уның башҡортса мәғәнәһен ҡайһы бер ғалимдар «асыулы» һүҙенә бәйләй, икенселәр иһә «асылы» — әсе, татырлы һуҙенән алынған тип аңлата; «юшалы» (йәшмәле) тигән аңлатма ла бар.

Бер риүәйәт буйынса, Учалы исеме «Үс алды» һүҙенән килә. XIV быуатта Аҡһаҡ Тимер Туҡтамыш ханды еңеп, уның союздаштары булған бер-нисә башҡорт ырыуын юҡҡа сығарған урын тип аңлатыла.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Учалы төбәге төрлө файҙалы ҡаҙылмаларға бай булғанлыҡтан, бында XVIII быуатта уҡ рудниктар барлыҡҡа килә. Был ерҙәрҙә борон-борондан төрлө төҫлө һәм ҡара металл рудалары, шул иҫәптән алтын һәм баҡыр сығарыла. Төрлө биҙәкләү таштары ла, айырыуса йәшмә күп табыла.

1830 йылда ер өҫтөнә сығып тороусы алтын ятҡылыҡтары табыла. XIX быуатта урыҫ помещиктары бында 7,5 тонна алтын ала. ХХ быуат башында ятҡылыҡтарҙың күбеһе сит ил кешеләре ҡулында була. Башҡорт типтәрҙәре, ер аҙлыҡҡа күрә төрлө приискыларҙа, шахталарҙа ялланып көн күрә.

РСФСР Юғары Советы Президиумының 1963 йылдың 1 февралендәге Указы менән, Бәләкәй Учалы һәм Яңы Учалы ҡасабалары «Учалы» исеме бирелгән яңы ҡалаға берләштерелә.

1975 йылда архитетор Салауат Шәбиев Учалы ҡалаһының планлаштырыу проекты эшләй.

2009 йылда «Башкиргражданпроект» институты әҙерләгән ҡаланың яны генераль планы раҫлана.

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҡтисад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаланың иҡтисад нигеҙе — сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәте, эшкәртеү сәнәғәте.

  • Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты
  • май-сыр заводы
  • тегеү фабрикаһы
  • урман машиналарын эшләү заводы
  • тимер-бетон заводы
  • “Газ Сервис” ПАЙ-ның “Учалыгаз” филиалы
  • “Башҡортостан—Көнсығыш энергетик тауар һатыу компанияһы” ЯСЙ филиалы Белорет бүлексәһенең Учалы участкаһы
  • Учалы йылылыҡ селтәрҙәре, ПАЙ
  • “Учалы электр селтәрҙәре” ААЙ
  • «“Баштальк” тау ҡаҙылма компанияһы»
  • “Башкиргеология” ААЙ филиалы

Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Район биләмәләре аша Белорет—Учалы—МейәсСиләбе, Учалы—Магнитогорск (Ахун ауылы йәки Межозерный аша), Учалы—Ҡорама— УйСиләбе автомобиль юлдары үтә.

Тимер юлы. Район аша Рәсәй тимер юлдарының Көньяҡ Урал бүлексәһенә ҡараған Межозерный—Учалы—Мейәс тимер юлы үтә. 1995 йылға тиклем бынан Учалы—ӨфөКүмертауЫрымбур поезы йөрөнө.

2000 йылдан поезд Күмертауға тиклем, 2005 йылдан — Өфө тиклем генә барһы, 2010 йылдан — Мейәскә тиклем генә йөрөй. 2012 йылдан ошо юлдан пассажирҙар ташыу туҡтатылды.

Гербы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Учалы ҡалаһы гербында Кеҫәртке урынлашҡан.

Ҡала панорамаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Учалы ҡалаһының Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты идаралығы яғынан күренеше
Magnify-clip.png
Учалы ҡалаһының Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты идаралығы яғынан күренеше


Учалы ҡалаһы Юлдаш ауылы яғынан
Magnify-clip.png
Учалы ҡалаһы Юлдаш ауылы яғынан

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Учалы урамы Асҡарҙа, Сибайҙа һәм Белоретта бар.
  • Ҡаланан 1 километр алыҫлыҡта Учалы ауылы урынлашҡан. Унда йәшәгән 6,5 мең кеше Учалы ҡалаhының халҡы иҫәбенә инмәй.
  • Ҡала 1965 йылдан Учалы районы үҙәге, быға тиклем ул Учалы ауылында булған.
  • Район китапханаһы һәм район мәҙәниәт йорто, тимер-юл станцияһы Учалы ауылында урынлашҡан.
  • Ҡаланан Силәбе өлкәһе сигенә тиклем 15 километр.
  • Ҡалала 2 мәсет (үҙәк мәсет, З. Рәсүлев мәсете); 1 сиркәү бар.
  • Ҡалала БДУ-ның филиалы эшләй.
  • Учалы ҡалаһында урынлашҡан иң ҙур күл — Ҡарағайкүл Ҡатырға-рубероид заводы ҡалдыҡтары менән бысратылған.
  • Учалы районында Яйыҡ (Урал) йылғаһы башлана.
  • Учалы ҡалаһының иң оҙон урамы — Ленин урамы.
  • Учалы халҡының күпселеге Башҡортостан урамында йәшәй (2 мең кеше).

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халҡы 37,9 мең кеше. Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 32317 14855 17462 46,0 % 54,0 %
2002 йыл 9 октябрь 37196 17030 20166 45,8 % 54,2 %
2010 йыл 14 октябрь 37788 17351 20437 45,9 % 54,1 %

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/tab-5_VPN-2020.xlsx
  3. УЧАЛЫ
  4. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  5. [1] 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған.
  6. Словарь топонимов Башкирской АССР. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1980. — 200 с. — С. 157.
  7. Сайт УГАТУ «Годы и Люди» — Минасов Марат Шамильевич 2021 йылдың 9 сентябрь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 март 2021)
  8. Ишниязова Дияна Рафаэловна