Шәбиев Салауат Ғәли улы
Биографияһы
Салауат Ғәли улы Шәбиев 1948 йылдың 11 майында Башҡорт АССР-ының Асҡын районы Яңы Күскилде ауылында тыуған.
1974 йылда Свердловск архитектура институтын тамамлай.
1974—1978 йылдарҙа «Башкиргражданпроект» архитекторы.
1985—1986 йылдарҙа БАССР-ҙын Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары.
1987 йылдан Көньяҡ Урал дәүләт университетында «Архитектура» кафедраһы мөдире вазифаһында эшләй.
2002 йылдан архитектура факультеты деканы.[1]
Фәнни эшмәкәрлеге
Фәнни эшмәкәрлеге архитектураһының экологик проблемалаһына арналған.
Эштәр
- Учалы ҡалаһының планлаштырыу проекты(1975) авторы;
- Рәсәй текстиль һәм еңел сәнәғәте университетының Өфө филиалы бинаһы, хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының инженер факультеты (1977) архитекторы;
- Цюрупы урамында Башҡортостан буйынса статистика федераль хеҙмәте идаралығы йорто архитекторы.
- Китап: Архитектурно-экологическое проектирование промышленных предприятий Урала. Ч.,1995.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Башҡорт энциклопедияһында мәкәлә 2016 йылдың 5 март көнөндә архивланған.