Көньяҡ Урал дәүләт университеты
Көньяҡ Урал Дәүләт университеты — Көньяҡ Уралдағы иң эре белем биреү учреждениеларының береһе.
Тарихы
1942 йылда Сталинград механик институты Силәбегә эвакуациянала. Уның базаһында Силәбе политехник институты асыла.
2010 йылдан университет конкурс һөҙөмтәһендә «милли тикшеренеү университеты» статусын ала.
2015 йылдан днъя фән-мәғариф үҙәктәре араһында алдынғы Рәсәй университеттары конкурентлығын күтәреү проектында ҡатнаша[1]. Ошо юл аша өҫтәмә бюджет аҡсаһы ала.
Университетты тамамлаған шәхестәр
- Дёмин Юрий Сергеевич — Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының Рәйесе вазифаһын башҡарыусы һәм Рәйесе (1994—1995).
- Христенко Виктор Борисович — 2008—2012 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының сәнәғәт һәм сауҙа министры, 2004—2008 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы сәнәғәт һәм энергетика министры.
Һылтанмалар
Иҫкәрмәләр
- ↑ Подробнее о Проекте. www.5top100.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июнь 2019. 2015 йылдың 24 октябрь көнөндә архивланған.