Йәрмәкәй районы
район[1] / муниципаль район[2] | |||||
Ермекеевский район | |||||
---|---|---|---|---|---|
Йәрмәкәй районы | |||||
|
|||||
54°04′40″ с. ш. 53°40′10″ в. д.HGЯO | |||||
Ил | |||||
Входит в | Башҡортостан Республикаһы | ||||
Включает | 13 Ауыл биләмәһе | ||||
Адм. центр | Йәрмәкәй ауылы | ||||
Тарихы һәм географияһы | |||||
Ойошторолған | 1935 год | ||||
Тарҡатылған | 1 февраль 1963 | ||||
Майҙаны | 1436,58[3]> | ||||
Сәғәт бүлкәте | MSK+2 (UTC+6) | ||||
Экономика | |||||
Милли составы | татарҙар, башҡорттар, сыуаштар, рустар, мордвалар, удмурттар | ||||
Конфессиялар | мосолмандар, православтар | ||||
Рәсми телдәр | Башҡорт теле, Рус теле | ||||
Һанлы идентификаторһар | |||||
Телефон коды | 34741 | ||||
Почта индексы | 4521ХХ | ||||
ОКАТО | 80 225 000 000 | ||||
|
|||||
Рәсми сайт | |||||
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Йәрмәкәй районы (рус. Ермекеевский район) — Башҡортостан Республикаһының муниципаль районы.
Башҡортостандың көнбайыш өлөшөндә, Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында урынлашҡан. Татарстан һәм Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. 1935 йылда ойошторолған. Майҙаны 1438 км². Район үҙәге — Йәрмәкәй ауылы (4,4 мең кеше), Өфөнән 235 км алыҫлыҡта.
Халыҡ һаны (мең кеше): 1979 — 22,4; 1989 — 18,2; 1996 — 18,2; 2010 —16,5. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 12,4 кеше. Районда 54 ауылы бар. Район территорияһында урынлашҡан Приют ҡасабаһы (20,8 мең кеше) административ яҡтан Бәләбәй ҡалаһына ҡарай. Күпселекте татарҙар, сыуаштар, башҡорттар тәшкил итә.
Символикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мәзитов Ғәли Әхмәт улы (14.09.1912—30.01.1993), совет-фин (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашҡан хәрби жеҙмәткәр, лётчик, гвардия подполковнигы (1954). Советтар Союзы Геройы (1944). Яңы Шах ауылынан.
- Гарин Фёдор Данилович (10.02.1908—1987), Транссебер тимер юл магистраленең 233-сө төҙөлөш-монтаж поезы эшсеһе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1960). Һыуыҡҡул ауылынан.
- Зәйҙуллин Хәмит Вәли улы (12.05.21934—23.11.1993), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1946—1990 йылдарҙа Татар АССР-ының Баулы районы «Баулы» совхозында тракторсы, звено етәксеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Сөйәрмәт ауылынан.
- Артикуленко Любовь Алексеевна (19.04.1934—6.10.2004), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1948—1972 йылдарҙа «Спартак» совхозының сусҡа ҡараусыһы, артабан 1989 йылға тиклем — бригадиры. Ленин ордены кавалеры (1966). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан, Спартак ауылында йәшәгән һәм эшләгән[5].
- Байжев Николай Георгиевич (1.11.1938—2012), рәссам. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1975) һәм атҡаҙанған рәссамы (1980). Яңы Сүлле ауылынан.
- Баһманова Нурзиә Яхъя ҡыҙы (8.04.1963), Рәсәй еңел атлеты-йүгереүсе, донъя һәм Европа чемпионы. Халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1992), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2000). Рәтамаҡ ауылынан.
- Буранғолова Ғәрифә Фәттәхетдин ҡыҙы (7.12.1918—14.11.2002), ғалим-табип, нейрохирург. Медицина фәндәре докторы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, медицина хеҙмәте подполковнигы. Ҡыҙыл Йондоҙ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Иҫке Турай ауылынан[6].
- Ғарифуллин Флорит Сәғит улы (19.10.1948—23.05.2010), ғалим—тау инженеры. Техник фәндәре докторы (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2003). Рәтамаҡ ауылынан[7].
- Ғөбәйҙуллин Наил Шәғбән улы (23.11.1928—19.03.2011), ғалим-музыка белгесе, композитор. 1973 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы (1973). Юғары мәктәп уҡытыусыһы. Сәнғәт ғилеме кандидаты (1968). Исламбаҡты ауылынан.
- Ғәниев Наил Сәйетгәрәй улы, ғалим-механик, юғары мәктәп эшмәкәре. 1973—2000 йылдарҙа Ҡазан технология институтының (1992 йылдан —университетының) кафедра мөдире. Физика‑математика фәндәре докторы (1972), профессор (1974). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1993). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Исламбаҡты ауылынан[8].
- Степанов Никита Андреевич (13.10.1913—22.09.1953), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир. 16-сы гвардия кавалерия (Башҡорт атлы) дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944). Васильевка ауылынан[9].
- Хәйретдинов Әлфәт Фәзлетдин улы (16.09.1938), урмансы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1991), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡортостандың (1990) атҡаҙанған урмансыһы, Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2011). Уҫман-Ташлы ауылынан[10].
- Хәмиҙуллин Мөғәллим Мәсәғүт улы (12.05.1929—27.02.2020), ғалим-агроном. 1961—2007 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1968—1982 йылдарҙа кафедра мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1963), профессор (1993). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған агрономы (1980). Райондың почётлы гражданы. Яңы Йәрмәкәй ауылынан[11].
- Әһлиуллин Марсель Мөтиғулла улы (7.08.1933—2002), хәрби хеҙмәт ветераны, отставкалағы генерал-майор, Ленинград тыл һәм транспорт хәрби академияһының элекке уҡытыусыһы. Хәрби фәндәр кандидаты (1974), доцент (1978). Иҫке Турай ауылынан[12].
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Халыҡ иҫәбе | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
2002[13] | 2008[14] | 2009[15] | 2010[16] | 2012[17] | 2013[18] | 2014[19] | 2015[20] | 2016[4] |
18 205 | ↘16 723 | ↘16 604 | ↗17 162 | ↘16 766 | ↘16 521 | ↘16 193 | ↘16 046 | ↘15 952 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Климаты континенталь, уртаса дымлы. Район территорияһынан Ыҡ, Рә, Тарҡаҙы, Ҡыйҙаш йылғалары аға.
Ерҙә һелтеһеҙләнгән һәм карбонатлы ҡара тупраҡ, һоро һәм ҡара һоро урман тупрағы өҫтөнлөк итә. Район Урал алды дала зонаһына инә һәм далаға тартым. Йүкә, саған, имән, ҡайын, уҫаҡ урмандары райондың 12,3 % майҙаны ҡаплай.
Ер аҫты байлыҡтарынан нефть, эзбизташ, ҡом ятҡылыҡтары бар.
Иҡтисад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Район иҡтисады ауыл хужалығы йүнәлешендә үҫешкән. Төп тармағы: иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш игеү, һөт-ит малсылығы һәм һарыҡсылыҡ. Районда «Приют» һәм «Плодосовхоз» ярҙамсы ауыл хужалығы предприятиелар бар, икмәк комбинаты, кирбес заводы, урман хужалығы урынлашҡан.
Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Район территорияһының көньяҡ өлөшөнән Һамар— Өфө—Силәбе тимер юлы үтә, автомобиль юлдары районды Октябрьский, Бәләбәй, Туймазы, Өфө ҡалалары менән бәйләй.
Социаль-мәҙәни өлкә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Районда 31 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 8 урта, ПУ, балалар музыка мәктәбе, 26 китапхана, 38 клуб учреждениеһы, үҙәк район һәм 3 ауыл участка дауаханаһы эшләй. Урыҫ һәм татар телдәрендә «К новым победам» гәз. нәшер ителә.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ c точки зрения Административно-территориальное деление Башкортостана#Административно-территориальное устройство|административно-территориального устройства
- ↑ c точки зрения Административно-территориальное деление Башкортостана#Муниципальное устройство|муниципального устройства
- ↑ Республика Башкортостан. Общая площадь земель муниципального образования . Дата обращения: 3 ноябрь 2020. Архивировано 28 май 2020 года.
- ↑ 4,0 4,1 Предварительная оценка численности населения Республики Башкортостан на 1 января 2016 года по муниципальным образованиям . Дата обращения: 21 февраль 2016. Архивировано 21 февраль 2016 года.
- ↑ Сайт-энциклопедия Ермекеевского района. Артикуленко, Любовь Алексеевна 2019 йылдың 16 апрель көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 апрель 2019)
- ↑ День театра в Ермекеево отметили премьерой драмы «Ода любви». ИА «Башинформ», 27 марта 2015 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 декабрь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ғарифуллин Флорит Сәғит улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 16 октябрь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ғәниев Наил Сәйетгәрәй улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 7 март 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Степанов Никита Андреевич(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 10 октябрь 2018)
- ↑ Башкирская энциклопедия — Хайретдинов Альфат Фазлутдинович 2019 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 сентябрь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Хәмиҙуллин Мөғәллим Мәсәғүт улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 11 май 2019)
- ↑ Администрация муниципального района Ермекеевский район Республики Башкортостан. Официальный сайт 2016 йылдың 13 ноябрь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 июль 2018)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года . Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Йәрмәкәй районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 19 ноябрь 2018)
- Ермекеево, Ермекеевский район Республики Башкортостан
- На сайте Республики Башкортостан 2011 йылдың 30 ғинуар көнөндә архивланған.