Йәрмәкәй районы гербы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Йәрмәкәй районы гербы
Герб
Coat of Arms of Ermekeevo rayon (Bashkortostan).png
Административ-территориаль берәмек Йәрмәкәй районы
Нигеҙләү датаһы 14 июль 2006
Дәүләт
Юрисдикция таралышы Йәрмәкәй районы

Йәрмәкәй районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Йәрмәкәй районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2978, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 018 һаны менән теркәлгән.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондарының символикаһы 1999 йылдың 6 июлендә ҡабул ителгән 10-з «Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында» Законына ярашлы булдырыла[1]. Башҡортостан Республикаһы Йәрмәкәй районы муниципаль район советының 2006 йылдың 14 июнендәге 117-се ҡарары менән раҫлана. Авторы — Айрат Усманов.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәшел һәм зәңгәр төҫтәр менән ҡап уртаға бүленгән герб үҙәгендә үрәпсегән алтын ат һүрәтләнгән. Зәңгәр ерлектә алтын төҫөндә башҡорттарҙың ҡусҡар биҙәге төшөрөлгән, уның эсенә алтын даға урынлаштырылған.

Нигеҙләмәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гербтың үҙәк фигураһы — ат, сөнки район саф тоҡомло йылҡы үрсетеү менән шөғөлләнә һәм улар халыҡ-ара, Рәсәй, республика ярыштыранда призлы урындар ала. Ат символик рәүештә кешегә юл күрһәткән аҡылды аңлата, шулай уҡ ваҡыт бәйләнешен, халыҡтың быуаттар буйына килгән хәтерен, эшһөйәрлеген, ер эшкәртеүен сағылдыра. Ат — ҡурҡыу белмәҫ ҡаһарманлыҡ, йомартлыҡ, тоғролоҡ, теләһә ҡайһы ваҡытта ла хеҙмәткә әҙерлек символы ла.

Гербтың төҫтәре — алтын, зәңгәр, йәшел — Башҡортостан Республикаһына ҡарағанлыҡты аңлата. Алтын төҫөндәге ҡусҡар башҡорт биҙәге халыҡтың борондан ер эше һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгәнен күрһәтә.

Алтын даға — уңыш һәм бәхет символы. Алтын төҫө — ҡояш, иген төҫө, юғары ҡиммәттәр, дәрәжә, ныҡлыҡ, көс, шәфҡәтлелек, тоғролоҡ, даимилыҡ.

Гербтағы зәңгәр төҫ йәрмәкәйҙәргә хас булған дәрәжәне, матурлыҡты, үҫеште, алға барыуҙы, өмөт һәм хыялды, тыныслыҡ һөйөүҙе, ниәттәрҙең изгелеген символлаштыра.

Йәшел төҫ — үҫемлек һәм хайуандар донъяһының күп төрлөлөгөн сағылдыра, бер үк ваҡытта өмөт, байлыҡ, азатлыҡ һәм мәңгелек тормош символы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәрмәкәй районы флагы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]