Ейәнсура районы гербы
Ейәнсура районы гербы | |
Герб | |
Административ-территориаль берәмек | Ейәнсура районы |
---|---|
Нигеҙләү датаһы | 17 июль 2006 |
Дәүләт | |
Юрисдикция таралышы | Ейәнсура районы |
Ейәнсура районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2980, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 019 һаны менән теркәлгән.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондарының символикаһы 1999 йылдың 6 июлендә ҡабул ителгән 10-з «Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында» Законына ярашлы булдырыла[1]. Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы муниципаль район советының 2006 йылдың 17 июлендәге 9/6 һанлы ҡарары менән раҫлана.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дүрт өлөшкә бүленгән көмөш һәм йәшел ҡыр уртаһында зәңгәр түңәрәк. Уның уртаһында күккә ынтылған алтын суҡышлы көмөш торна һүрәтләнгән. Дүрт өлөштә зәңгәр һәм көмөш төҫтәрҙә Үҫәргән ырыуының тамғалары төшөрөлгән.
Нигеҙләмәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Герб Ейәнсура районыныда йәшәгән халыҡтың тарихи үткәнен сағылдыра.
Башҡорттар быуаттар дауамында үҙ тарихын шәжәрәләрҙә теркәп барған. ХIV-ХVI быуаттарҙа тарихи йылъяҙмаларҙың яңы төрө — тәуарих жанры барлыҡҡа килә. Төрки тәуарихтары араһында Урал менән Волга араһында ижад ителгән «Сыңғыҙнамә» әһәмиәтле урын алып тора. Был тарихи яҙмала Сыңғыҙхандың башҡорт ырыуҙары юлбашсыларына билдәле бер символика биреүе тураһында бәйән ителә. Шунан алып үҫәргәндәрҙең ағасы — миләш, ҡошо — торна, ораны — туҡһаба, тамғаһы — ҡойошҡан.
Гербтың үҙәк фигураһы — көмөш торна — уяулыҡ, тоғролоҡ символы, йәшәү көсөн, абсолют рухты һәм асыҡ зиһенде сағылдыра. Уның ҡағыныу өсөн елпегән ҡанаты алға, киләсәккә ынтылышты, кешенең — бигерәк тә ейәнсураларға хас булғанса, ауырлыҡтарҙы еңеү һәләтен күрһәтә.
Зәңгәр һәм йәшел төҫтәр — райондың республиканың экологик таҙа райондарының береһе булыуы билдәһе.
Йәшел төҫ — муллыҡ, уңдырышлылыҡ, шатлыҡ, азатлыҡ, һиллек һәм тыныслыҡты символлаштыра; зәңгәр төҫ — ниәттәрҙең асыҡ һәм саф булыуын; көмөш төҫ — иманды, ихласлыҡты, саф күңеллелекте һәи миһырбанлыҡты; алтын төҫ — байлыҡты, ғәҙеллекте, ныҡлыҡты, үҙ аллылыҡты һәм дәрәжәне.
Гербтың өҫкө һәм аҫҡы өлөштәрендә урын алған ырыу тамғалары тарихи үткәндәргә, ата-олатайҙарға хөрмәтте, тыуған ергә һәм ғөрөф-ғәҙәттәргә һаҡсыл ҡарашты сағылдыра.