Дәүләкән районы гербы
Дәүләкән районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2975, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 007 һаны менән теркәлгән.
Тарихы
Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондарының символикаһы 1999 йылдың 6 июлендә ҡабул ителгән 10-з «Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында» Законына ярашлы булдырыла[1]. Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы муниципаль район советының 2006 йылдың 13 июлендәге 78-се ҡарары менән раҫлана. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.
Тасуирламаһы
Төп төҫө йәшел булған гербтың өҫкө өлөшөндәге ҡыҙыл төҫтө уң яҡҡа йүнәлгән тулҡындар бүлгән. Ҡыҙыл ҡырҙа ҡанаттары йәшел булған көмөш төҫлө өс ел тирмәне урын алған. Йәшел ҡырҙа артҡа боролоп ҡараған көмөш ат тора.
Нигеҙләмәһе
Дәүләкән ҡалаһының һәм районының тарихы ер эшкәртеү һәм он етештереү сәнәғәте үҫеше менән бәйле.
Гербтағы төп фигура — көмөш ат крайҙың тарихи үткәнен һәм бөгөнгөһөн асыҡ сағылдыра. Археологик ҡаҙыныуҙар һөҙөмтәһендә районда боронғо кеше йәшәгән туҡталҡа һәм беҙҙең эраға тиклем VII—VI мең йыллыҡтар сиген менән билдәләнгән осорҙа йәшәгән иң боронғо ат ҡалдыҡтары табыла. Был ошо ерҙәрҙә тарихҡаса дәүерҙә лә ер эшкәртеү менән шөғөлләнеү тураһында һөйләй.
Көмөш ат — батырлыҡ, тоғролоҡ, фиҙаҡәрлек, эш һөйөүсәнлек символы.
Урындағы халыҡтың боронғо шөғөлө — ер эшкәртеү артабан да үҫешеп, Дәүләкәнде XIX быуат һуңына Өфө губернаһының иң эре икмәк сауҙаһы үҙәге итә. Район тарихында шулай уҡ 1906—1915 йылдарҙа төҙөлгән беренсе ярма тирмәндәре айырым урын алып тора. Ата-олатайҙар башлаған он тарттырыу эше йылдан-йыл камиллаштырылып, хәҙер ҙә маҡтаулы булып ҡала. Шуға ла гербта быуындар бәйләнешен, игенсе хеҙмәтенең мәңгелелек булыуын сағылдырған тирмән һүрәте урынлашыуы осраҡлы түгел.
Тирмәндәрҙең көмөш төҫө — камиллыҡ, зирәклек, киң күңеллелек һәм сафлыҡ символы. Гербтың төп төҫө — йәшел — бүтәгә-ҡылғанлы даланы символлаштыра. Тик Дәүләкән далаларында ғына үҫкән дөйә ҡылғаны бында етештерелгән ҡымыҙҙың тәмен һәм дауалау сифаттарын үҙенсәлекле итә. Билдәле булыуынса, урындағы халыҡ йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү менән шөғөлләнгән. Башҡорт ауылдарына ҡымыҙ эсеп дауаланырға хатта Рәсәйҙең үҙәк губерналарынан да килгәндәр. Шулай уҡ йәшел төҫ муллыҡты, уңдырышлылыҡты, ҡыуанысты, һиллекте һәм тыныслыҡты аңлата.
Гербтың төп ҡырын бүлеп торған «тулҡын» — башҡорттарҙың «ҡусҡар» биҙәге һәм ул үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыһы булған Асылыкүлдең тулҡындарын һынландыра.
Ҡыҙыл төҫ — тыуған ергә, атай йортона мөхәббәт, тоғролоҡ символы.