Балаҡатай районы гербы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Балаҡатай районы гербы
Герб
Coat of Arms of Belokatai rayon (Bashkortostan).png
Административ-территориаль берәмек Балаҡатай районы
Нигеҙләү датаһы 10 июль 2006
Дәүләт
Юрисдикция таралышы Балаҡатай районы
Автор Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы

Балаҡатай районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Балаҡатай районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2959, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 011 һаны менән теркәлгән.

2006 йылдың 10 июлендә Балаҡатай районы советының 133-сө ҡарары менән раҫлана. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәшел фонда ҡатай башҡорт ырыуы тамғаһы төшөрөлгән (эсе йәшел төҫ менән эшләнгән әйләндерелгән дуға). Дуға өҫтөнә алтын мөҙөглө мышы башы һүрәтләнгән; ә аҫҡы яғында — өс ҡарағай.

Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Герб композицияһы нигеҙенә Балаҡатай районының тарихи, географик, тәбиғи үҙенсәлектәре һалынған. Районға ошо ерҙә борондан йәшәгән бала ҡатай (бәләкәй ҡатай) башҡорт ырыуы атамаһы бирелгән. Шуға күрә герб уртаһында тарихи үткәндәргә, ата-бабалар еренә ихтирам билдәһе итеп ырыу тамғаһы урынлаштырылған.

XVIII быуатта был ерҙәргә рус крәҫтиән-күскенселәре килеп ултыра. Шул ваҡыттан алып башҡорттар менән рустар ҡулға-ҡул тотоношоп бер яҙмыш менән йәшәй.

Бала ҡатай ырыуының тотем хайуаны булып мышы һанала, ул ырыуҙың ҡурсалаусыһы, бәләгә тарыған кешеләрҙе ҡотҡарыусы, именлек символы булып тора. шуға ла ул гербта ла урын алған. Мөһабәт, түҙемле, изге хайуан геральдикала ҡыйыулыҡты, көстө, сыҙамлылыҡты кәүҙәләндерә. Уның көмөш төҫтә булыуы затлылыҡты, ихласлыҡты, эскерһеҙлекте белдерә.

Мышының мөгөҙө — алтын төҫөндә. Риүәйәт буйынса, «мөгөҙөндә ҡояш алып килгән» тиеү динамикалы үҫешкә, үҙ аллылыҡҡа, халыҡтың именлегенә ынтылышты күрһәтә.

Райондың хайуандар донъяһы ла күп төрлө һәм бай. Урмандарҙа тиҫтәнән ашыу төр, шул иҫәптән Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән йәнлек бар.

Гербта тәбиғәт байлыҡтары йәшел төҫ һәм осонда стилләштерелгән көмөш ҡарағайҙар аша күрһәтелгән. Йәшел төҫ тормош, муллыҡ, уңдырышлылыҡ, һиллек һәм тыныслыҡты белдерһә, көмөш төҫ — сафлыҡты, эскерһеҙлекте һәм затлылыҡты символлаштыра.