Краснокама районы гербы
Краснокама районы гербы | |
Герб | |
Административ-территориаль берәмек | Краснокама районы |
---|---|
Нигеҙләү датаһы | 14 июль 2006 |
Дәүләт | |
Юрисдикция таралышы | Краснокама районы |
Автор | Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы |
Краснокама районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Краснокама районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2992, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 024 һаны менән теркәлгән.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондарының символикаһы 1999 йылдың 6 июлендә ҡабул ителгән 10-з «Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында» Законына ярашлы булдырыла[1]. Башҡортостан Республикаһы Краснокама районы муниципаль район советының 2006 йылдың 14 июлендәге 01-08 ҡарары менән раҫлана. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йәшел ҡырҙы көмөш төҫтәге, ике тапҡыр йәшел менән киҫелгән, аҫҡы мөйөшө көмөш төҫтәге тулҡынлы сатлы тәре бүлә. Уның өҫтөндә уң яҡта бағана рәүешендә ике алтын икмәк башағы, һул яҡта алтын шыршы һүрәтләнгән. Көмөш төҫ менән айырылған аҫҡы өлөштә нефть вышкаһы, уның өҫтөндә ҡыҙыл ялҡын күренеп торған ҡара каса төшөрөлгән.
Нигеҙләмәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Краснокама районы гербы райондың иҡтисадының һәм тәбиғәт үҙенсәлеген символик рәүештә сағылдыра.
Район территорияһынан ике ҙур йылға: Ағиҙел һәм Кама аға, был гербта ла сағылыш табып, ҡалҡанды өс өлөшкә бүлә. Өҫкө уң яҡта йәшел ҡырҙа ике алтын башаҡ һүрәтләнгән, ул райондың тарихи аграр сектор булыуын күрһәтә. Революцияға тиклем ваҡытта районда иген үҫтерелә, ә район үҙәгендә ашлыҡ һаҡлау өсөн ҙур амбарҙар була. Уға бар тирә-яҡтан иген килтерәләр, ә урындағы сауҙагәрҙәр уны баржа менән Кама буйлап һатырға сығара. Ҡалҡандың һул өҫкө өлөшөндәге йәшел ҡырҙа алтын шыршы — райондың урман байлығын символлаштыра. Петр I заманынан уҡ Рәсәйҙә Кама буйындағы урмандарҙа карап мачталары эшләнгән ҡурсаулы шыршы урмандары билдәле.
Райондың күп милләтле халҡының характерына хас сифаттар янған факел — хаҡлыҡ, белемгә ынтылыш, рухи яныу һәм ижад итеү теләге символы аша бирелә. Каса нигеҙендә нефть вышкаһы урынлашҡан, ул район иҡтисадының нефть секторын — уның именлеге нигеҙен һынландыра.
Йәшел — өмөт, шатлыҡ һәм байлыҡ, азатлыҡ, аҡыл, тормош мәңгелеге символы, ер төҫө.
Герб нигеҙендәге көмөш төҫ сафлыҡ, тыныслыҡ һөйөү, асыҡлыҡ, үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙерлек символы булараҡ һайланған.
Ҡыҙыл төҫ — матурлыҡ һәм ерҙең уңдырышлылығы символы, райондың атамаһын аңлата. Кама йылғаһы өҫтөндәге таң төҫө, яңы тормош яралыуы, кешелектең дауамы символы. Ҡара төҫ — аҡыллылыҡ, шулай ук Краснокама ерендә табылған нефть символы. Алтын төҫ байлыҡ, ғәҙеллек һәм киң күңеллелекте белдерә.