Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы

Салауат Мөхәмәт улы Ғиләжетдинов (рус. Гилязетдинов Салават Мухаметович; 1959 йылдың 1 ғинуары, Борай ауылы, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй һәм Башҡортортостан каллиграфы һәм рәссам-графигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы. Рәсәй рәссамдар Союзы ағзаһы, Башҡортостан Ркспубликаһында Рәсәй рәссамдар союзының төбәк бүлексәһенең графика секцияһы етәксеһе[1]. Башҡортостан ҡалалары геральдикаһын эшләүсе.

Өфөлә йәшәй һәм эшләй.

Биографияһы

Салауат Мөхәмәт улы Ғиләжетдинов сығышы менән Борай районының Борай ауылынан. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. 1998 йылдан Рәсәй Рәссамдар Союзы ағзаһы. Салауат Ғиләжетдинов байтаҡ республика, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡан. Уның эштәре менән Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Новосибирск өлкә картина галереяһында, Томск дәүләт художество музейында, Ҡаҙан ҡалаһындағы Милли-мәҙәни үҙәктә һәм Мәскәү ҡалаһындағы Шиһабетдин Мәржәни фондында танышырға мөмкин. Күберәк автор графика өлкәһендә эшләй (пастель, граттография, линогравюра, ҡатнаш баҫма графика, китап графикаһы һәм башҡалар). Бөгөнгө көндә Өфөлә йәшәй һәм ижад итә, 2-се балалар художество мәктәбендә уҡыта[2].

Алабуға дәүләт музей-ҡурсаулығында хәҙерге заман сәнғәте этнофутуристик симпозиумдары авторы һәм кураторы (2008—2009).

2017 йылда Салауат Ғиләжетдинов башҡорт теленә тәржемә ителгән «Манас» эпосына иллюстрациялар эшләйа[3].

Ижады

undefined

Рәсәй Рәссамдар союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе Әҙәбиәт, сәнғәт, мәҙәниәт өлкәһендәге Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына 2012 йылда дәғүә итеүселәр исемлегенә 29 әҫәрҙән торған «Песнь об Урале» әҫәрҙәр циклы өсөн рәссам-график Салауат Ғиләжетдиновты күрһәтте[4]. «Песнь об Урале» тип аталған әлеге күргәҙмә ике эпик теманы берләштерә. Улар — «Бөйөк дала» һәм «Ете ҡыҙ».

Наградалары һәм маҡлаулы исемдәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы
  • Рәсәй федерацияһы президентының рәхмәт хаты (27 февраль 2019 йыл) мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫешендәге ҡаҙаныштары, күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге өсөн[5][6].
  • Халыҡ-ара урал баҫма графика триенналеһы дипломанты Ижади эҙләнеүҙәре өсөн.

Иҫкәрмәләр

  1. РО ВТОО «Союз художников России» Республики Башкортостан. www.shrb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ноябрь 2025.
  2. Салауат Ғиләжетдиновтың шәхси күргәҙмәһе эшләй
  3. В Бишкеке состоялась официальная презентация эпоса «Манас», переведенного на башкирский язык — Правительство Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2017. Архивировано 17 сентябрь 2017 года.
  4. Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы буйынса комиссия белдереүе 2016 йылдың 11 ноябрь көнөндә архивланған.
  5. Распоряжение Президента Российской Федерации от 27 февраля 2019 года № 52-рп «О поощрении». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 февраль 2019. Архивировано 28 февраль 2019 года.
  6. Ирина. Өфөлә Радий Хәбиров Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы - Культурный мир Башкортостана (билдәһеҙ). kulturarb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ноябрь 2025.

Һылтанмалар