Борай районы

Борай районы (рус. Бураевский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге — Борай ауылы. Районда 25982 кеше йәшәй.

Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. 1930 ойошторолған. Майҙаны — 1820 км². Халыҡ һаны (мең кеше): 1979 — 39,2; 1989 — 29,7; 1995 — 29,2. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — км²-ға 16 кеше. Күпселек башҡорттар, удмурттар һәм татарҙар йәшәй. Район үҙәге — Борай ауылы.

Географияһы

Район территорияһында Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегенең һәм Түбәнге Ағиҙел уйһыулығының бер өлөшөн биләй, төньяҡ урман-дала ауыл хужалығы зонаһына инә. Климаты йылы, аҙ ғына ҡорораҡ. Тере Танып йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары йылға селтәрен тәшкил итә. Киң япраҡлы, ылыҫлы урмандар дөйөм майҙаны 17%-тан күберәген биләй, 81 % тирәһе — ауыл хужалығы ерҙәре. Ере көлһыу ҡара, һоро урман һәм туғай тупраҡлы.

Район территорияһы геотектоник йәһәттән Бөрө биләненә һәм Башҡортостан көмбәҙенең сиктәге зонаһына ҡарай. Нефть ятҡылыҡтары асылған (Борай, Касияр, Киҙгән һ.б.), шулай уҡ Әзәк, Борай, Баҙраҡ, Казанцево һәм Мулла балсыҡ, ҡом ятҡылыҡтары кирбес һуғыуға яраҡлы. Запасы — 2 млн м³. Салҡаҡ һәм Вострецово ауылы араһында дөйөм запасы 7,6 млн м³ булған Ҡара Яр һәм Меңле ҡомло-ҡырсынташ ятҡылыҡтары бар.

Символикаһы

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 йылдың 58 117 [1][2]
1959 йылдың 47 761 [3][2]
1970 йылдың 47 896 [4][2]
1979 йылдың 39 204 [5][2]
1989 йылдың 29 728 [6][2]
Йыл Халыҡ һаны
2002 йылдың 28 320 [7][2]
2008 йылдың 26 719 [8]
2009 йылдың 26 330 [9]
2010 йылдың 25 154 [10]
2012 йылдың 24 449 [11]
Йыл Халыҡ һаны
2013 йылдың 23 974 [12]
2014 йылдың 23 437 [13]
2015 йылдың 22 961 [14]
2016 йылдың 22 561 [15]
2017 йылдың 22 146 [16]
Йыл Халыҡ һаны
2018 йылдың 21 892 [17]
2019 йылдың 21 380 [18]
2021 йылдың 21 828 [19]

Иҡтисад

Етештереүҙең төп тармағы — ауыл хужалығы. Ул иген культуралары (яҙғы бойҙай, ужым арышы, ҡарабойҙай, борсаҡ), картуф үҫтереү, һөт-ит малсылығы һәм сусҡасылыҡ буйынса махсуслашҡан. Сәнәғәте ваҡ нефть промыслалары, сыр-май, ҡатнаш мал аҙығы з-дтары һәм ремонт-техника, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү, төҙөлөш материалдары етештереү предприятиеларынан тора.

Транспорт

Район терретироияһы аша Өфө—Яңауыл автомобиль юлы үтә. Ағиҙел йылғаһындағы Вострецово пристане республика йылға транспорты системаһына инә.

Соцаль-мәҙәни өлкә

Районда 63 дөйөм белем биреү мәктәбе шул иҫәптән 20 урта мәктәп, 34 дөйөм китапхана, 73 клуб учреждениеһы, 3 дауахана бар. Тыуған яҡты өйрәнеү (Борай ауылы) һәм С. С. Вострецовтың мемориаль музейҙары эшләй.

Татар телендә «Алга» район гәзите сыға.

Билдәле шәхестәр

Бикбов Сәрүәй Шәйбәк улы (26.10.1908—5.02.1990), совет партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1956—1972 йылдарҙа Профсоюздарҙың Башҡортостан өлкә советы рәйесе. Башҡорт АССР-ының 2—8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин (1948), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), өс «Почёт Билдәһе» (1944, 1945, 1967) ордендары кавалеры. Иҫке Бикмәт ауылынан[20].
Володина Октябрина Федоровна (10.09.1927), Борай ауылының 1-се мәктәбендә 1949—1982 йылдарҙа эшләгән педагогик хеҙмәт ветераны, РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Гәрәев Ибраһим Сәхипгәрәй улы (25.12.1918—3.10.1997), хужалыҡ эшмәкәре, 1957—1980 йылдарҙа В. И. Ленин исемендәге колхоз рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1973). Ленин (1971), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) ордендары кавалеры. Бәләкәй Баҙраҡ ауылынан[21].
Ғәзизов Хәтиб Шәрифйән улы (1.05.1949), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2003). Берләҫ ауылынан[22].
Закиров Әхмәт Закир улы (19.03.1911—29.03.1988), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия лейтенанты (1944), Советтар Союзы Геройы (1944). Кәшкәләү ауылынан.
Сәмиғуллин Рәдис Ниғәмәтйән улы (16.04.1939), ғалим-ветеринар врач. Ветеринария фәндәре докторы (1991), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2008), РСФСР ауыл хужалығының социалистик ярыш отличнигы (1976, 1978). Оло Баҙраҡ ауылынан[23].
Тимерғәлиева Хәмдүнә Сәйетғәли ҡыҙы (24.05.1949—14.09.2020), йырсы. 1976—1998 йылдарҙа Ғабдулла Туҡай исемендәге Татар дәүләт филармонияһының солист-вокалисы. Татар АССР‑ының (1991) һәм Башҡортостан Республикаһының (2020)[24] халыҡ артисы. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға республика йәш йырсылар конкурсы (Өфө, 1971), «Татар йыры» халыҡ‑ара эстрада фестивале (Ҡазан, 2013) лауреаты. Ҡотлояр ауылынан[25].
Хәбисламов Вәсил Карам улы (15.08.1937), үҙешмәкәр композитор, 1972—1997 йылдарҙа Борай музыка мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). (Абдулла ауылы)[26].

Иҫкәрмәләр

  1. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1939)
  2. 1 2 3 4 5 6 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — бит 448.
  3. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1959)
  4. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1970)
  5. 1979 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  6. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1989)
  7. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  8. http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/88ec76804db875b29208d3356f373569/4+%D1%80%D0%B0%D0%B7%D0%B4%D0%B5%D0%BB.pdf
  9. https://web.archive.org/web/20150518102941/http://www.gks.ru/bgd/regl/B09_109/IssWWW.exe/Stg/d01/tabl-21-09.xls
  10. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  11. https://web.archive.org/web/20130516092833/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2012/bul_dr/mun_obr2012.rar
  12. https://web.archive.org/web/20131012013314/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2013/bul_dr/mun_obr2013.rar
  13. https://web.archive.org/web/20140810202114/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2014/bul_dr/mun_obr2014.rar
  14. https://web.archive.org/web/20150923180801/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2015/bul_dr/mun_obr2015.rar
  15. http://web.archive.org/web/20210508043701/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2016/bul_dr/mun_obr2016.rar
  16. https://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
  17. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  18. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — бит 62.
  19. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  20. Башҡорт энциклопедияһы — Бикбов Сәрүәй Шәйбәк улы 2019 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 20 октябрь 2018)
  21. Башҡорт энциклопедияһы — Гәрәев Ибраһим Сәхипгәрәй улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 24 декабрь 2018)
  22. Башҡорт энциклопедияһы — Ғәзизов Хәтиб Шәрифйән улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 27 апрель 2019)
  23. Башҡорт энциклопедияһы — Сәмиғуллин Рәдис Ниғәмәтйән улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 12 апрель 2019)
  24. Звание народной артистки Башкортостана вручили родным покойной Хамдуны Тимергалиевой. ИА «Башинформ», 15 сентября 2020 года (Тикшерелеү көнө: 15 сентябрь 2020)
  25. Башҡорт энциклопедияһы — Тимерғәлиева Хәмдүнә Сәйетғәли ҡыҙы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 20 май 2019)
  26. Набиуллин Р. Б. История деревни Абдуллино. Сборник архивных документов, воспоминаний. — Салават: Издательство «Фобос», 2012. — 352 с. — ISBN 978-5-903334-42-1. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 август 2017)

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә