Хәбисламов Вәсил Карам улы
Биографияһы
Вәсил Хәбисламов 1937 йылдың 15 авгусында хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Абдулла ауылында тыуған. 1937 йылда атаһын кулак мөһөрө тағып, Ҡариҙел районына урман ҡырҡыу эшенә һөргөнгә ебәрәләр, әсәһе, йәш ярымлыҡ Вәсилде һаҡларға тырышып, өҙлөгөүҙән вафат була. Вәсилгә 11 йәш булғанда ғына атаһы аҡланып тыуған ауылына ҡайта. Вәсил Карам улы үҙ тырышлығы менән тәүҙә «вятский» гармунында уйнарға өйрәнә. Ғаиләһе Свердловск өлкәһенең Кировоград ҡалаһына күсеп барғас, гармун түңәрәгенә йөрөп, ныҡлап гармунда уйнарға өйрәнә[2].
Хеҙмәт юлын 1953 йылда Кировоград төҙөлөш идаралығында эшсе булып башлай. 1958 йылға тиклем унда төрлө эштә эшләй. 1958 йылда Татарстан Республикаһының Күкмара район Мәҙәниәт йортонда аккомпаниатор-баянист була. Шул уҡ йылда ул тыуған яғына ҡайта һәм Борай район Мәҙәниәт йортонда эшләй башлай. 1960—1966 йылдарҙа Яңауыл Мәҙәниәт йортонда, һуңынан 1966—1967 йылдарҙа Яңауыл мәктәп-интернатында музыка уҡытыусыһы булып эшләй. Халыҡ театрында әүҙем ҡатнаша, спектаклдәр өсөн көйҙәр ижад итә. 1967—1968 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында уҡый, 1968—1972 йылдарҙа Яңауыл балалар музыка мәктәбендә эшләй. 1972 йылда тыуған яғына ҡайта һәм 1998 йылға тиклем, хаҡлы ялға сыҡҡансы, Борай балалар музыка мәктәбендә баян класы буйынса уҡытыусы булып эшләй. Хәҙерге ваҡытта Борай районының Әжәк ауылында йәшәй[3].
Ижады
Вәсил Карам улы йырҙарҙы 1961 йылда уҡ яҙа башлай. «Азат хатын» журналында Шәүҡәт Ғәлиевтың «Диңгеҙҙең дә була төрлө сағы» тип аталған шиғырын уҡып, күңелендә һағыныу, юҡһыныу кисереп тыуған беренсе йыры (һуңынан ул «Раушания, бәғерем» тип атала башлай) Вәсил Карам улына Ғүмәр Әбделмәнов һәм Илфаҡ Смаҡов башҡарыуында ҙур билдәлелек килтерә. Уның әҫәрҙәренә шулай уҡ «Арыштарым» (башҡорт шағиры А. Игебаев һүҙҙәре), «Еҙ ҡынғырау моңдары» (Ә. Атнабаев һүҙҙәре), «Ҡушылғандар юлдар юлдарға» (Шәүкәт Ғәлиев һүҙҙәре), «Һиңә ҡайтыр юлдарым», «Ашҡына йөрәккәйем» (А.Хәйруллина һүҙҙәре)) һәм башҡа бик күп билдәле йырҙар инә. Уның йырҙарын Илһам Шакиров, Илфак Смаҡов, Камил Вәлиев, Флүрә Ноғоманова, Мәғәриф Әхмәҙиев, Филүс Гәрәев кеүек Башҡортостандың һәм Татарстандың билдәле йырсылары үҙ репертуарына индерә. Марш композиторҙың ижадында айырым урын биләй. «Башҡорт аттары маршы», «Байрам маршы» төрлө конкурстарҙа юғары баһа ала. Ул шулай уҡ Борай халыҡ театры спектаклдәре: «Элдермештэн Элмэндэр», «Зәйтүнгөл», «Ҡыр ҡаҙҙары артынан», «Бажалар» өсөн музыка яҙа, ә «Бесән сабыу» спектакле «Үҙенсәлекле музыка өсөн» махсус бүләккә лайыҡ була[2].
Тыуған яғы Борай тураһында йырҙары: «Борай яғы — Танып буйҙары», «Борай маршы», «Кандаров». 80-гә яҡын йыр, марш, вальс ижад итә. Вәсил Хәбисламовҡа райондың һәм Башҡортостан Республикаһының мәҙәни өлкәһен үҫтереүгә индергән хеҙмәте өсөн 1981 йылда «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981)
- Борай районының почётлы гражданы[4]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Международный день слепых в музыкальной гостиной, brsbs.ru. 27 декабрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Йырҙарында, моңдарында - ул үҙе, kiziltan.ru (11 декабрь 2020). 27 декабрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Музыка живёт в его душе. 27 декабрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ Хабисламов Василь Карамович, Культура РФ. 27 декабрь 2024 тикшерелгән.