Әбделмәнов Ғүмәр Мөғәлләм улы

Ғүмәр Мөғәлләм улы Әбделмәнов (рус. Абдульманов Гумер Мугаллямович, 1929 йылдың 15 декабре, Суҡраҡлы ауылы, Башҡорт АССР-ы, Өфө кантоны2020 йылдың 30 октябре, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — совет һәм Рәсәй йырсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2020)[1].

Биографияһы

1929 йылдың 15 декабрендә Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы) Суҡраҡлы ауылында тыуған[2].

1951 йылда Башҡорт театр-художество училищеһын (хәҙер Өфө сәнғәт училищеһы) тамамлай. Бер аҙ ваҡыт Ауырғазы халыҡ театрында эшләй[3].

1955 йылдан — Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Радиотапшырыуҙар һәм телевидение буйынса комитет хеҙмәткәре (Гостелерадио БАССР).

1959 йылдан — Башҡорт АССР-ы Мәҙәниәт министрлығы хеҙмәткәре, шул уҡ ваҡытта Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Башҡорт республика мәҙәни-ағартыу училищеһы уҡытыусыһы[4].

1964 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы булып эшләй.

1969—1992 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Композиторҙар союзы Музыкаль фондының Башҡортостан бүлексәһе директоры[4].

2020 йылдың 30 октябрендә Өфөлә 91-се йәшендә вафат була[5].

Ижады

Ғ. Әбделмәновтың башҡарыу манераһы ябайлыҡ һәм ихласлыҡ, үҙенсәлекле моңо менән айырылып тора. Репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары, шулар иҫәбендә «Ғайса ахун», «Сибай», «Сәлимәкәй», «Урал», З. Исмәғилев, Т. Кәримов, Р. Мортазин, Р. Сәхәүетдинова, Х. Әхмәтовтың вокаль әҫәрҙәре бар. Р. Хәсәнов, Т. Шәрипов, Ф. Әхмәтовтың лирик йырҙарын тәүге башҡарыусы. СССР буйлап гастролдәрҙә була.[2].

Популяр йырҙары

  • «Өфө йүкәләре», «Һағыныу йыры», «Сәскәләр уяныр», «Һиңә тағы мин бер киләм әле» (Рим Хәсәнов көйө)
  • «Имәндәр шаулай», «Тыуған ауылым», «Иҫеңдәме», «Томбойоҡ», «Янғантау баҫҡыстары» (Тәлғәт Шәрипов көйө)
  • «Ҡариҙел буйында ҡалам» (Зәбих Мәмәлимов көйө)
  • «Бер минут» (Әкрәм Дауытов көйө һәм һүҙҙәре)
  • «Бер минут» (Әнүәр Бакиров көйө)
  • «Һабан турғайы» (Сәлих Сәйҙәшев көйө)
  • «Мөхәббәт йыры» (Роза Сәхәүетдинова көйө)
  • «Тамсылар тамыр саҡтар» (Фәсил Әхмәтов көйө)
  • «Раушаниям, бәғерем» (Вәсил Хәбисламов көйө)
  • «Әйҙә, еңгә, бейеп ҡал», «Таныш тулҡындар» (Таһир Кәримов көйө)
  • «Төнгө серенада» (Абрар Ғабдрахманов көйө)
  • «Ҡойон» (Роберт Ғәзизов көйө)[6].

Башҡорт радиоһы һәм телевидениеһы фондында уның башҡарыуында 60-тан ашыу йыр һаҡлана. Иң билдәле йырҙары араһында — «Имәндәр шаулай», «Юғалма юлдарымдан», «Һиңә тағы мин бер киләм әле», «Бер минут». Йырсы Ләлә Муллабаева менән башҡарған дуэттары популяр[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы» (1989);
  • Салауат Юлаев ордены (2020)[4].

Хәтер

2022 йылдың 18 октябрендә Өфөлә, йырсы йәшәгән Рихард Зорге урамындағы 32/1 йортта, мемориаль таҡтаташ асыла[7].

Иҫкәрмәләр

  1. В Уфе певца Гумера Абдульманова поздравили с 90-летием и вручили орден Салавата Юлаева. ИА «Башинформ» (13 декабрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2026.
  2. 1 2 Абдульманов Гумар Мугалямович. bashmusic.net (архив). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2026.
  3. В декабре «башкирскому Фрэнку Синатре» Гумеру Абдульманову 90 лет. Стерлитамакский рабочий (18 сентябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2026.
  4. 1 2 3 4 В Уфе ушёл из жизни известный певец Гумер Абдульманов. ИА «Башинформ» (30 октябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2020. Архивировано 8 ноябрь 2020 года.
  5. ГТРК «Башкортостан». В Уфе скончался артист, ветеран Гостелерадио БАССР Гумер Абдульманов. ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ. ГТРК «Башкортостан» (30 октябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2020. Архивировано 4 ноябрь 2020 года.
  6. В декабре «башкирскому Фрэнку Синатре» Гумеру Абдульманову 90 лет. Стерлитамакский рабочий (18 сентябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2026.
  7. В Уфе появилась мемориальная доска в память о Гумере Абдульманове. Культурный мир Башкортостана (18 октябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2026.

Сығанаҡтар

  • Абдульманов Г. «В песне вся моя жизнь!»/Г. Абдульманов//Родник.- 200 авг.
  • Биография//Чишмы — край светлых родников/Сост. , и др.- Уфа: Восточная печать.- 2004.- С.119-120.
  • Байсурина А. "Ғүмәр, тиҙәр, Ғүмәр, тиҙәр, ул тыуған йырҙан, тиҙәр: Йырсы Ғ. Әбделмәновтың ижади эшмәкәрлегенә 40 йыл/А. Байсурина//Башкортостан.- 199март.
  • Габидуллина, Ф. Хисләремне түгәр күзләр эзлим, табалырмын кебек төпсезен…: Г. Әбделмәнов/Ф. Габидуллина//Кызыл таң.- 1998.- 9апр.
  • Голобородько, Я. Их объединила музыка: Г. Абдульманов/Я. Голобородько//Изв. Башкортостана.- 1998 декабря.
  • Гомәр Әбделмәновның эшчәнлегенә — 40 ел//Өмет.- 1998 март.
  • Заманов В. Певец души: Г. Абдульманов/В. Заманов//Родник.- 1998 авг.
  • Иҙелбай Н. Йырсы егет:Ғ. Әбделманов/Н. Иҙелбай//Совет Башҡортостаны.- 196? дек.
  • Кәримов М. Сине тагын мин бер тыңлыйм әле…:[ Әбделмәнов турында]/М. Кәримов//Кызыл таң.- 1998 гыйнв.
  • Котлыев Р. Гөмәр Әбделмәновның сәхнә эшчәнлегенә — 40 ел/Р. Котлыев//Өмет.- 1998 март.
  • Муфаррахов Г. Ключ к признанию творческого вечера Г. Абдульманова/Г. Абдульманов//Родник.- 1998 марта.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә