Әхмәтов Хөсәйен Фәйзулла улы
Хөсәйен Фәйзулла улы Әхмәтов (рус. Хусаин Файзуллович Ахметов; 1914 йылдың 6 ғинуары, Сыңғыҙ ауылы, Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы — 1993 йылдың 8 ғинуары, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — совет һәм Рәсәй композиторы. Башҡорт дәүләт филармонияһының художество етәксеһе (1946—1974). СССР Композиторҙар союзы ағзаһы (1943). РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1989), РСФСР-ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР-ының (1967) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1968). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1949, 1954) ордендары кавалеры.
Биографияһы
1914 йылдың 6 ғинуарында Рәсәй империяһы Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы) Сыңғыҙ ауылында тыуған.
1932—1936 йылдарҙа Мәскәү консерваторияһының Башҡорт милли бүлеге йыр класында, 1936—1941 һәм 1944 йылдарҙа Ю. М. Яцевич һәм А. Н. Александровтың композиция класында уҡый.
1941—1944 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Республика радиолаштырыу комитетының музыка мөхәррире булып эшләй.
1946—1974 йылдарҙа — Башҡорт филармонияһының художество етәксеһе.
1948—1953 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ы Композиторҙар союзы идараһы рәйесе. 1948 йылдан КПСС ағзаһы[2].
1976—1987 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ы Хор йәмғиәте рәйесе.
1993 йылдың 8 ғинуарында Өфөлә вафат була, Мосолман зыяратында ерләнә[3].
Ижады
Башҡорт халыҡ музыкаһы традицияларын дауам итеп, үҙенең әҫәрҙәрендә оҙон көй жанрының үҙенсәлектәрен ҡуллана. 100-ҙән ашыу башҡорт халыҡ йырын һәм көйөн нотаға һала, шулай уҡ 400-ҙән ашыу йыр һәм романс, 12 вокал циклы, 18 баллада, тауыш һәм йыр өсөн 4 поэма яҙа.
- «Тау бөркөтө» (1954, Н. Сабитов менән берлектә);
- «Здравица русскому народу» кантантаһы (1954), Х. Кәрим шиғырына;
- оркестр өсөн сюиталар (1952, 1963);
- ҡыллы квартет (1963);
- ҡыллы оркестр, гобой, арфы һәм һуҡма уйын ҡоралдары өсөн сюита (1967);
- «Замандаштар» операһы (1971), Баязит Бикбай либреттоһы[4];
- «Биш шиғыр…» вокал циклы (1981), Мифтахетдин Аҡмулла шиғырҙарына;
- «Башҡорт композиторҙарының хор әҫәрҙәре»;
- «Башҡорт оҙон йырҙары»;
- Тәүге башҡорт классик романсы («Төнгө Урал»);
- Башҡорт балладалары һәм поэмалары;
- йөҙҙән ашыу йыр һәм романс;
- «Нәркәс» операһы. Премьераһы 1994 йылда, Х. Әхмәтовтың вафатынан һуң була. Операны композиторҙың улы М. Әхмәтов тамамлай һәм сәхнәгә сығара.
Опера… Хөсәйен Әхмәтов уйсан драматург, аҡыл эйәһе, оркестр яҙмаһы һәм йырсыларҙың тауыштарының барлыҡ мөмкинлектәрен яҡшы белгән композитор булараҡ асылған жанр. Уның хеҙмәтсәндәр, башҡорт нефтен беренсе асыусылар тураһындағы «Замандаштар» операһының музыкаһы һоҡланғыс матурлыҡҡа бай. Операның сағыу тамамланышы булған финал — «Ҡояшҡа гимн» — ғына ни тора. Ә уның «аҡҡош йыры» — ваҡиғалары урта быуаттарға барып тоташҡан «Нәркәс» операһы — мөхәббәттең көсөн һәм үлемһеҙлеген раҫлаған трагедия. Бында ла осор һулышын һәм геройҙарҙың кисерештәрен еткергән тәрән, саф музыка күп.— Эльмира Мингазова. Талант на века. Ватандаш, № 4-2007
.
Ғаәиләһе
Ҡатыны: Рәүфә Фәтих ҡыҙы, оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт медицина университетының йоғошло ауырыуҙар бүлегендә табип булып эшләй.
Балалары:
- Зөлфирә (1939) — медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы, Рәсәй Медицина фәндәре академияһы Туберкулёзды үҙәк фәнни-тикшереү институтының яңы мәғлүмәт технологиялары кафедраһы мөдире.
- Гөлнара.
- Морат (1948—2006) — композитор, Мәскәү Композиторҙар союзы рәйесе урынбаҫары (1991—1997), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- ике «Почёт Билдәһе» ордены (1949), (1954);
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971);
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1957);
- Салауат Юлаев исемендәге премия (1968);
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1974);
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1990).
Хәтер
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ Ахметов Хусаин Файзуллович Архивная копия от 22 июнь 2017 на Wayback Machine Театральная энциклопедия. Том 1/Глав. ред. С. С. Мокульский. — М.: Советская энциклопедия, 1961. — 1214 стб. с илл., 12 л. илл.
- ↑ Ахметов Хусаин Файзуллович. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2018. Архивировано 12 октябрь 2018 года.
- ↑ «Премьеры 71-го» // «Советская культура» : газета. — 1971. — 16 января (№ 7 (4287)). — С. 2.
- ↑ Гимназия — Музей им. Х.Ахметова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 апрель 2011. Архивировано 6 ноябрь 2013 года.
- ↑ Архивированная копия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 ноябрь 2011. Архивировано из оригинала 10 сентябрь 2011 года. Хусаин Ахметов на сайте Башкирской государственной филармонии
Һылтанмалар
- Ахметов Х. Ф.
- Баймаҡ районында композитор Хөсәйен Әхмәтовтың 100 йыллығын билдәләнеләр
- 450 лет с Россией! 2007 йылдың 4 ноябрь көнөндә архивланған.
