Өфө мосолман зыяраты

Өфө мосолман зыяраты (рус. Мусульманское кладбище (Уфа) — Өфөләге тарихи мосолман ҡәберлеге, ҡаланың иң боронғо ерләү урындарының береһе. Фараздар буйынса XIX быуаттың беренсе яртыһында нигеҙләнгән. Ул Башҡортостан Республикаһының мөһим тарихи-мемориаль некрополе булып тора. Бында күренекле дәүләт, йәмәғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ерләнгән. 2012 йылдан зыяратҡа тарихи-мемориаль ҡәберлек статусы бирелгән.

Тарихы

Өфө мосолман зыяраты хаҡындағы тәүге мәғлүмәттәр, фараздар буйынса, 1852 йылға ҡарай һәм унда ул Өфөләге мосолман зыяраты булараҡ телгә алына[1][2]. Архив документтары буйынса, 1892—1897 йылдарҙа зыяратты ҡала ситенә күсереү мәсьәләһен ҡарау өсөн махсус комиссия ойошторола. Әммә уның боронғолоғон иҫәпкә алып, зыяратты күсермәҫкә ҡарар ителә[3][2]. «Өфө ҡалаһында раскольниктар һәм мосолмандар зыяраттарын ойоштороу тураһында» эш материалдарында килтерелгәнсә, ҡала ҡарттары һөйләүе буйынса, зыярат XIX быуаттың 1830-сы йылдарынан уҡ йәшәп килгән.

Зыярат Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы ярында урынлашҡан, уның биләмәһе Алтай һәм Кесе Әхтәм урамдары менән сикләнгән.

1894 йылдың 7 июнендәге комиссияның йомғаҡлау докладында зыяраттың ҡаланың мал һуйыу урындары һәм Степановтың (Зориндың) май иретеү заводы артында, ҡалҡыу урында урынлашыуы күрһәтелә. Докладта шулай уҡ зыярат биләмәһенең майҙаны, тупраҡ составы һәм тирә-яҡ мөхите тасуирлана. Комиссия мәғлүмәттәре буйынса, зыяраттың ойошторолоу ваҡыты тураһында аныҡ мәғлүмәттәр булмаһа ла, ул ваҡытта уҡ уның 60 йылдан ашыу файҙаланыуы билдәләнә. Йыл һайын уртаса 200 самаһы кеше ерләнгән.

Оҙаҡ ваҡыт мосолман зыяраты тәбиғәт ҡомартҡыһы булараҡ та әһәмиәтле булған. Ағиҙелгә ҡараған битләүҙә ташлы далаларға хас булған утыҙҙан ашыу үҫемлек төрө үҫкән. Улар араһында Урал эндемигы себер истоды, һирәк осрай торған һоро терескен һәм башҡа реликт үҫемлектәр булған[4][5]. Әммә уларҙың күпселеге һуңғы йылдарҙа, һаҡ аҫтында булыуына ҡарамаҫтан, юҡҡа сыҡҡан.

Зыяратта үҙ дәүеренең күренекле дәүләт, йәмәғәт, фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ерләнгәнлектән, 2012 йылда уға, Өфөнөң Сергий зыяраты менән бер рәттән, тарихи-мемориаль ҡәберлек статусы бирелә. Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы ҡабул иткән ҡарарға ярашлы, ике некрополь дә тарихи-мәҙәни мираҫ объекты булараҡ дәүләт һаҡлауына алына. Шунан һуң уларҙың биләмәһендә яңы ерләүҙәр тыйыла, элек бүленгән ғаилә ерләү урындары ғына файҙаланыла ала[6].

Зыярат биләмәһендә Ғофран мәсете эшләй.

Зыяратта ерләнгән шәхестәр

Фотогалерея

Мосолман заяраты панорамаһы, 2013г.
Мосолман заяраты панорамаһы, 2013г.

Иҫкәрмәләр

  1. ЦГИА РБ. Ф. 352. Оп. 1. Д. 248.
  2. 1 2 Уфимские кладбища. Генеалогия и архивы в Уфе. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 декабрь 2009. Архивировано 16 июнь 2012 года.
  3. Нигматуллина И. В. Старая Уфа. Историко-краеведческий очерк.- Уфа: Китап, 2004. — С. 78-79.
  4. Башкирия туристская. Башкирское книжное издательство, 1985
  5. Башкирия туристская. Скиталец (2005). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 декабрь 2009. Архивировано из оригинала 16 июнь 2012 года.
  6. Два уфимских кладбища получили статус историко-мемориальных. 11 июнь 2026 тикшерелгән.

Категориялар