Сергий зыяраты (Өфө)
| зыярат
Се́ргий
Сергій
|
Се́ргий зыяраты — XVIII быуат уртаһында нигеҙләнгән тип фараз ителә. Өфө ҡалаһы биләмәһендә урынлашҡан, Высотная, Ҡариҙел, Белорус һәм Сеченов урамдары менән сикләнгән.
Тарихы
Сергий зыяраты үҙенең исемен эргәләге Сергий тауынан һәм Өфөнөң Сергий ҡорамына ҡараған сиркәүҙән (Преображенский ҡорамы) ала.
Ҡәберлек XX быуаттың 70-се йылдарынан башлап яңы ҡәберлектәр өсөн ябыла. Бында Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары ята, өс туғандаш ҡәберлек бар, уларҙа Өфөлә һуғыш йылдарында вафат булған 1 300-гә яҡын яугир һәм офицер ерләнгән[1][2]. Бында шулай уҡ билдәле революционер ағалы-ҡустылы Кадомцевтарҙың, Мәскәү университеты ректоры, профессор Матвей Любавскийҙың һәм башҡа бик күп билдәле шәхестәрҙең ҡәберҙәре бар.
Сергий зыяратында үҙ заманының күренекле эшмәкәрҙәре ерләнгәнлектән, 2012 йылда уға, Өфөнөң Мосолман зыяраты кеүек үк, тарихи-мемориаль статус бирелә[3].
Зыяратта ерләнгән билдәле кешеләр
• Арцыбашев Василий Петрович — Рәсәйҙәге революцион хәрәкәттә ҡатнашыусы;
• Блок Иван Львович — 1906 йылда Һамар губернаторы, 1945 йылдан һуң ҡәбере юҡҡа сығарылған;
• Зарубин Николай Павлович (1845—1909) — 1890—1909 Өфө ҡаҙна палатаһы идарасыһы;
• Зирах Аполлоний Александрович (1855—1919) — революцияға тиклемге Өфөнөң уникаль фотойылъяҙмаһын төҙөгән фотограф;
• Кадомцев Иван Самуилович — Уралдағы революцион хәрәкәттең күренекле эшмәкәре;
• Любавский Матвей Кузьмич — Рәсәй тарихсыһы; Мәскәү университеты ректоры (1911—1917);
• Носков Александр Куприянович — Башҡортостан биогеографияһы пионеры;
• Скороход Иван Иванович — 417-се Өфө нефть эшкәртеү заводының баш энергетигы (27 сентябрь, 1903 — 10 декабрь, 1971). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Өфө госпиталдәрендә вафат булғандар исемлеге. img-fotki.yandex.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2025.
- ↑ Өфө госпиталдәрендә вафат булғандар исемлеге. img-fotki.yandex.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2025.
- ↑ Два уфимских кладбища получили статус историко-мемориальных. bashinform.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2025.
- ↑ Сергиевское кладбище. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2025.