30 октябрь
30 октябрь (рус. 30 октября) — рәсми календарь буйынса йылдың 303-сө көнө (кәбисә йылында 304-се). Йыл аҙағына тиклем 62 көн ҡала.
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер: Бөтә донъя тормош (йәшәү) көнө.
- Шәкәргә бәйлелек тураһында хәбәрҙар булыу көнө.
Индонезия: Милли валюта көнө.
Малайзия: Балалар көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
- Рәсәй империяһының Хәрби-диңгеҙ флотына нигеҙ һалынған көн.
Словакия: Словак милләте декларацияһы ҡабул ителгән көн.
Ер: Ортопедия шәфҡәт туташтары көнө.
АҠШ: Публицистар көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Инженер-механиктар көнө.
- Тренерҙар көнө.
Украина: Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше менән көрәш подразделениелары көнө.
- 1860 йыл: Ырымбур губернаторы «Об открытии в Уфе приходского училища» тигән указ ҡабул итә.
- 1967 йыл: Йыһанда беренсе тапҡыр караптар тоташа («Космос-186» һәм «Космос-188»).
тулы исемлек
- 1959 йыл: Сибай медицина училищеһы (хәҙер колледж) эш башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кривенко Анна Сидоровна (1930), төҙөлөш өлкәһе ветераны, йәмәғәтсе. 1952—1988 йылдарҙа «Туймазанефтестрой» тресы технигы, мастеры, өлкән инженеры, проектсылар төркөмө етәксеһе һәм трестың техник бүлеге начальнигы. «Туймазанефтестрой» тресының музейын ойоштороусы һәм 1992 йылдан уның директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе, Б. Е. Щербина исемендәге премия лауреаты (2015),Октябрьский ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Украинаның Запорожье өлкәһе Запорожье районынан.
- Попов Борис Константинович (1935—2.05.2011), ғалим-селекционер. 1963—1973 йылдарҙа һәм 1980 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1980 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1991 йылдан — лаборатория мөдире, 2007 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1976). 40-тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм биш уйлап табыу авторы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ожиганов Дмитрий Герасимович (1892—27.10.1978), ғалим-геолог, 1930—1972 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Геология-минералогия фәндәре докторы (1954), профессор (1955). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1949) кавалеры.
- Иҫәнсурин Әхмәт Рыҫмөхәмәт улы (1897—10.07.1938), СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1930—1931 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы мәғариф халыҡ комиссары, 1931—1937 йылдарҙа — ВКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының икенсе секретары. Башҡортостандың 8-се һәм 9‑сы саҡырылыш Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Ленин ордены кавалеры (1935). Сәйәси золом ҡорбаны.
тулы исемлек
- Зотова Вера Фёдоровна (1917—4.06.2012), табип-хирург. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, медицина хеҙмәте капитаны. 1958 йылдан Салауат нефть химияһы комбинаты медсанчасының поликлиника, 1959 йылдан — хирургия бүлеге мөдире; 1965—1983 йылдарҙа «Салауатнефтемаш» берекмәһе медсанчасының табип-хирургы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Баҡалы ауылынан.
- Сергеев Дмитрий Степанович (1922—13.03.2003), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, гвардия уҡсылар дивизияһы гвардия артиллерия полкының орудие командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Ҡыуатова Әлмира Шәриф ҡыҙы (1957), театр актёры, режиссёр. 1979—1990 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры актрисаһы; 1993 йылдан — Сибай филармонияһының, 2003—2006 йылдарҙа Республика халыҡ ижады үҙәгенең художество етәксеһе, 2009 йылдан Өфөләге «Алтынай» йәмғиәтенең генераль директоры. 1983 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2004).
- Тереғолов Айрат Рәүеф улы (1957), рәссам, график. 2015 йылдан М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры. Рәсәй Федерацияһының (2014) һәм Башҡортостан Республикаһының (2004) атҡаҙанған рәссамы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт (2016) һәм Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр (1990) премиялары лауреаты. Дворян Тереғоловтар нәҫеленән.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Корольков Юрий Васильевич (1948), хужалыҡ, партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1992—2003 йылдарҙа Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы, Рәсәйҙең почётлы нефтсеһе (1994), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1993). Ҡаланың почётлы гражданы. Сығышы менән Октябрьский ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡазыева Йәүһәрә Санбаш ҡыҙы (1929–19.12.2011), педагог. 1948—1986 йылдарҙа Мәсетле районы мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1969), РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы (1966).
- Илтубаев Михаил Илтубаевич (1934—16.09.2024), педагог, мәғариф хеҙмәткәре, йәмәғәтсе 1957—1994 йылдарҙа Ҡалтасы районы мәктәптәре уҡытыусыһы, завучы, директоры, 1971—1981 йылдарҙа район мәғариф бүлеге мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы (1976). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971), райондың почётлы гражданы (2003). Сығышы менән Түбәнге Ҡасмаш ауылынан.
тулы исемлек
- Самат Ғәбиҙуллин (1939—21.03.1997), журналист, шағир. 1981—1995 йылдарҙа Бөрйән районы «Таң» гәзите хеҙмәткәре. 1988 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990).
- Кушнирук Зоя Георгиевна (1949), педагог. 1975 йылдан Баймаҡ ҡалаһының 2-се, 1976—2006 йылдарҙа — 3-сө мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2001) һәм мәғариф отличнигы (1996). Сығышы менән Бөрө ҡалаһынан.
- Морат Кейекбаев (1959), социолог-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2006), социология фәндәре докторы (2000), профессор (2003). Рәсәй Федерацияһының 5‑се саҡырылыш (2007—2011) Дәүләт думаһы депутаты. Төркиәтсе-ғалим, профессор Жәлил Кейекбаевтың улы.
- Фәрхетдинова Луиза Вәли ҡыҙы (1959), педиатр-ғалим. 1983 йылдан Республика балалар клиник дауаханаһы табибы, 2001 йылдан Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһы уҡытыусһы, 2003 йылдан — социаль-медицина фәндәре кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2009 йылдан — Психология һәм социаль-мәҙәниәт эше институты директорының фән һәм практика буйынса урынбаҫары; 2014 йылдан — Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2002). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
тулы исемлек
- 1762 йыл: Андре Шенье, Франция шағиры.
- 1806 йыл: Степан Шевырёв, Рәсәй империяһы әҙәби тәнҡитсеһе, шағир.
- 1855 йыл: Пётр Гнедич, Рәсәй империяһы яҙыусыһы, тәржемәсе.
- 1877 йыл: Борис Вышеславцев, Рәсәй империяһы философы.
- 1888 йыл: Василий Морозов, Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре, генерал-майор, Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында аҡтар яғында ҡатнашыусы.
- 1908 йыл: Дмитрий Устинов, СССР-ҙың хәрби, дәүләт һәм партия эшмәкәре, Советтар Союзы Маршалы (1976), ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1942, 1961), Советтар Союзы Геройы (1978).
- 1924 йыл: Владимир Гуляев, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1976). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 1941 йыл: Рогволд Суховерко, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2002).
- 1960 йыл: Диего Марадона, Аргентина футболсыһы.
- 1953 йыл: Александр Полещук, Рәсәй космонавы.