Тереғолов Айрат Рәүеф улы
Тереғолов Айрат Рәүеф улы (30 октябрь 1957 йыл) — башҡорт рәссамы, график. Рәсәй Федерацияһының (2014) һәм Башҡортостан Республикаһының (2004) атҡаҙанған рәссамы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт[2] (2016) һәм Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге (1990) премиялары лауреаты. 1991 йылдан СССР-ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы. 2015 йылдан М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры.
Биографияһы
Айрат Рәүеф улы Тереғолов 1957 йылдың 30 октябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Ҡәҙимге мәктәптә уҡыу менән бер үк ваҡытта музыка мәктәбендә лә шөғөлләнә. Республикала киң билдәле музыкант Михаил Ефимович Швайштейн класында скрипкала уйнау серҙәрен үҙләштерә.
Рәсем сәнғәте менән Быҙаулыҡ ҡалаһында әрмелә хеҙмәт иткәндә ҡыҙыҡһына башлай: быға Ырымбур рәссамы менән танышыу булышлыҡ итә. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, рәссам-биҙәүсе, биналар интерьеры буйынса дизайнер булып эшләй.
...Я заполняю любым пачкающим материалом пространство полотна, буквально терзая его, пока не почувствую: вогнал туда всю свою энергетику, чтобы работа зазвучала в унисон с твоей душой.
А. Терегулов. "Из интервью Елене Шаровой" (газета "Республика Башкортостан")
1985 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетын тамамлай.
Ижади эшмәкәрлеге
Эштәре Рәсәй һәм сит илдәр музейҙарында, галереяларында һәм шәхси коллекцияларында ҡуйылған. Өфөлә йәшәй һәм эшләй. "Айрат Тереғолов — ижадында бөгөнгө Рәсәй графикаһының күп һыҙаттары: художество теле экспрессивлығы, форма һәм аралыҡ менән иркен файҙаланыу, образлы гротеск, графиканан уның бөтә техник мөмкинлектәрен «һығып сығарырға» маташыу — тупланған рәссам.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән «Акбузат: башкирский эпос» һәм «Akbuzat: A Bashkirian Epic» китаптарында баҫылған «Аҡбуҙат» эпосына һүрәттәр серияһы өсөн Айрат Тереғолов республиканың 2016 йыл өсөн әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2016)
- Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы (1990)
- Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар союзы дипломы
- IХ Халыҡ-ара баҫма миниатюра Биенналеһы Гран-Прийы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ 1 2 Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары билдәле булды.
, 2016, 4 октябрь (Тикшерелеү көнө: 4 октябрь 2016)
Әҙәбиәт
- Художники Республики Башкортостан: альбом-кат. Уфа, 2009.
Һылтанмалар
- Терегулов Айрат 2013 йылдың 3 ноябрь көнөндә архивланған.
- Айрат Терегулов
- Тереғолов Айрат(недоступная ссылка)