11 апрель
11 апрель — рәсми календарь буйынса йылдың 101-се (кәбисә йылында 102-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 264 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | ||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Ҡайын көнө.
- Фашист концлагерҙары тотҡондарын азат итеү көнө.
- Паркинсон ауырыуына менән көрәш көнө.
- Булдыҡһыҙ ҡулдар көнө.
- «Louie Louie» йыры көнө.
АҠШ: Йорт хайуандары көнө.
- Һыу аҫты кәмәһе көнө.
Коста-Рика: Милли герой көнө.
Либерия: Доға көнө.
Уганда: Азатлыҡ көнө.
Төбәк байрамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡырым Республикаһының Конституция көнө.
: Бөтә донъя анимешниктар көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Хәрби-Диңгеҙ флотының химиктары көнө.
- 1147 йыл: Ипатьев йылъяҙмаһында тәүге тапҡыр Мәскәү телгә алына.
- 1832 йыл: Рәсәй империяһында «почётлы граждан» маҡтаулы исеме раҫлана.
тулы исемлек
- 1857 йыл: Ике башлы сәмреғош Рәсәй империяһы гербы итеп раҫлана.
- 1909 йыл: Израилдә Тель-Авив ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1942 йыл: 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына фронтҡа юллана.
- 1964 йыл: СССР-ҙа «Я шагаю по Москве» кинофильмының премьераһы була.
- 2008 йыл: АҠШ-та Журналистика һәм яңылыҡтар музейы асыла.
- 2008 йыл: «Салауат Юлаев» хоккей командаһы үҙ тарихында тәүге тапҡыр Рәсәй чемпионы була.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Собханҡолов Мәғәлим Әкрәм улы (1920—10.09.1976), математик-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1954 йылдан Дүшәнбеләге В. И. Ленин исемендәге Тажик дәүләт университеты уҡытыусыһы, факультет деканы, кафедра мөдире. 1968—1970 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының математика анализы кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (1963), профессор (1964). СССР-ҙың юғары мәктәбе, Тажик ССР-ының халыҡ мәғарифы отличнигы.
- Фәхретдинов Фәтхинур Әүлиәр улы (1945), инженер. 1968 йылдан Кушнаренко районы Чапаев исемендәге колхоздың баш инженеры, 1975 йылдан — «Сельхозтехника» район берекмәһенең идарасы урынбаҫары, 1979—2004 йылдарҙа — шул уҡ райондың Фрунзе исемендәге колхоз рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
тулы исемлек
- Обыдённова Гөлнара Тәлғәт ҡыҙы (1955), археолог-ғалим. 1978 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1988 йылдан тарих факультеты деканы, 2007 йылдан — университеттың Тарихи, хоҡуҡи һәм социаль-гуманитар белем биреү институты директоры, 2015 йылдан — дөйөм тарих һәм тарихи мәҙәни мираҫ кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (2002), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006).
- Тверяков Игорь Львович (1960), педагог, тренер, 1977 йылдан Олимпия резервының Өфөләге 18-се балалар-үҫмерҙәр махсус спорт мәктәбенең уҡытыусы-тренеры, 1993—2013 йылдарҙа — директоры. Йөҙөү буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1999) һәм халыҡ-ара категориялы судья (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2000), Рәсәй Федерацияһының физик культура һәм спорт отличнигы (2005), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2000). Александр Невский (2013), Почёт (2010), Дуҫлыҡ (2006) ордендары кавалеры, II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2002) менән бүләкләнеүсе.
- Хәмитова Әлфиә Әхмәт ҡыҙы (1960), формаколог, провизор. Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының дарыухана мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре.
- Солтанмагомедов Солтанмагомед Магомедтагирович (1965), инженер-механик-ғалим. 1991 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2004 йылдан торба үткәргес транспорты факультеты деканы, бер үк ваҡытта 2013 йылға тиклем «Үткәргес торба системалары сервисы» үҙәге директоры. Техник фәндәр докторы (2004). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2015). Сығышы менән хәҙерге Дағстан Республикаһының Шамил районы Уриб ауылынан.
- Ғатауллин Урал Миңлезар улы (1970), телеоператор. 1992 йылдан хәҙерге «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы юлдаш телевидениеһының оператор ассистенты, телеоператоры, 2013 йылдан — баш телеоператоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2014).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Малышев Юрий Михайлович (1931—7.03.2015), иҡтисадсы-ғалим. 1963 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1973—1986 йылдарҙа уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор, 1972 йылда һәм 1986—2005 йылдарҙа нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте предприятиеларында иҡтисад һәм идара итеү кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (1970), профессор (1972). РСФСР-ҙың (1981) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1998).
- Хәмиҙуллин Зөфәр Ғиниәт улы (1936—2013), педагог, журналист. 1973—2006 йылдарҙа «Кызыл таң» республика гәзите хәбәрсеһе. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Шәммәт ауылынан.
тулы исемлек
- Асҡаров Салауат Әхмәт улы (1946—9.12.2019), опера йырсыһы, педагог. 1969—1976, 1983—1984 йылдарҙа һәм 1987 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының (2011) һәм Башҡорт АССР-ының (1984) халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1992) һәм Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге премия (1991) лауреаты.
- Ғәлина Дилә Мөхәмәт ҡыҙы (1946), иҡтисадсы. 1977—2002 йылдарҙа Саҡмағош районы «Герой» колхозы рәйесенең иҡтисад буйынса урынбаҫары, баш бухгалтер; 2003—2017 йылдарҙа ауыл хужалығы идаралығы һәм «Агро» ассоциацияһы ревизоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1997). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Ҡалмаш ауылынан.
- Рахматуллин Валерий Николаевич (1951), нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре, шағир. 1999 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Сығышы менән Мәләүез ҡалаһынан.
- Юнысова Айhылыу Билал ҡыҙы (1951), тарихсы-ғалим. 1983 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1999 йылдан яңы һәм өр яңы тарих кафедраһы мөдире. 2003—2016 йылдарҙа Этнологик тикшеренеүҙәр институты директоры. Тарих фәндәре докторы (1997), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһының (2016) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Колосков Анатолий Михайлович (1956), педагог, 2014 йылдан Өфө районының Николаевка ауылындағы 2-се балалар сәнғәт мәктәбе директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Ялалов Фәрит Ғәбделғәзиз улы (1951), педагог, юғары мәктәп эшмәкәре. Педагогия фәндәре докторы (2001), профессор (2003). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007). 1997 йылдан Түбәнге Кама муниципаль институтының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры, 2000 йылдан — ректоры; 2015 йылдан башлап Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының Татар энциклопедияһы һәм төбәкте өйрәнеү институтының директор урынбаҫары. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Һеңрән ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дәүләткилдеев Ҡасим Сәлиғәскәр улы (1887—19.01.1947), рәссам, график. 1920-се йылдарҙа Мәғариф Халыҡ Комиссариатының Башҡорт дәүләт художество музейы һәм музей эштәре, сәнғәт ҡомартҡыларын һәм боронғо әйберҙәрҙе һаҡлау буйынса хеҙмәткәре, 1930—1935 йылдарҙа Башҡортостан сәнғәт техникумы уҡытыусыһы. 1937 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- Кузнецов Алексей Александрович (1927—4.11.1990), рәссам, график, йәмәғәтсе. 1952—1976 йылдарҙа Башҡортостан художество фонды рәссамы, 1982 йылдан — Өфөлә йәшәй һәм эшләй. «Салауат Юлаевтан һорау алыу» (1955) киң билдәле картина авторы. 1955 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1966). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).
тулы исемлек
- Батыршин Нәҡий Хурамша улы (1932—28.05.2002), инженер-төҙөүсе. 1956 йылдан Ҡаҙаҡ ССР-ының Рудный ҡалаһындағы «Соколоврудстрой» тресы мастеры, өлкән прорабы, бүлек начальнигы. Соколов-Сарбай тау-байыҡтырыу комбинатын этаплап төҙөү алымын эшләүсе һәм тормошҡа ашырыусы. 1971—1992 йылдарҙа «Татагрпромстрой» тресының 245-се механизацияланған күсмә колоннаһы төҙөүсеһе, баш инженеры һәм начальнигы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Сәлихов Рафаэль Ғирфан улы (1932—25.03.2017), театр актёры. 1953—2006 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).
- Кириченко Виктор Васильевич (1937), рәссам, педагог. 1963 йылдан Өфө ҡалаһындағы хәҙерге 2-се балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы һәм директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Ставрополь крайының Серафимовка станицаһынан.
- Бүләкова Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы (1957), ғалим-әҙәбиәт белгесе. 1993 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1997 йылдан башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте тарихы (хәҙер башҡорт филологияһы) кафедраһы мөдире. 2017 йылдан Мәжит Ғафуриҙең Өфөләге мемориаль йорт-музейы мөдире. Филология фәндәре кандидаты (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2012).
- Хужина Вәриҙә Ғәбделхәй ҡыҙы (1957), музыкант, педагог. Өфө балалар сәнғәт мәктәбенең скрипка һәм гитара буйынса уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Вәлитов Алтынай Үлмәҫбай улы (1992), Рәсәй рэперы һәм блогеры.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сафин Вадим Фәтхи улы (1933—7.09.2021), ғалим-психолог, педагог. 1969—2014 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1977—1982 йылдарҙа психология кафедраһы мөдире. Психология фәндәре кандидаты (1969), профессор (1990). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1990).
- Сөләймәнов Азат Мөҙәрис улы (1958), табип-хирург. Өфөләге 21-се ҡала клиник дауаханаһының яңаҡ-бит хирургияһы бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
тулы исемлек
- Әхмәҙинуров Рөстәм Марат улы (1968), социолог-ғалим, дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының бишенсе һәм алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, 2022 йылдан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Рәйес урынбаҫары. 2019—2022 йылдарҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан бүлексәһе Төбәк башҡарма комитеты етәксеһе. Социология фәндәре докторы (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре (2013), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дауытов Әнүәр Ибраһим улы (1949), инженер-ғалим. 1978—2017 йылдарҙа Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты Күмертау филиалының өлкән уҡытыусыһы, доценты, факультет деканы һәм филиал директоры. Техник фәндәр кандидаты (1977), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2009), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһы Лениногорск районы Кесе Ҡаратай ауылынан.
- Бүләкова Маиза Ханнан ҡыҙы (1954—4.02.2024), бейеүсе, хореограф-педагог. Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы хореография бүлегенең элекке етәксеһе. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Учалы районының Миндәк ауылынан.
тулы исемлек
- Моталов Айрат Ғәйнетдин улы (1954), педиатр-ғалим. 1982—2014 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының һәм Башҡорт дәүләт медицина университетының Дипломдан һуң белем биреү институты уҡытыусыһы, педиатрия кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1994), профессор (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2004). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Арыҫланов Исмәғил Ғәни улы (1959), инженер‑технолог-ғалим. 1987 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының Октябрьский филиалы уҡытыусыһы, 2001 йылдан — кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (2000). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Һилейә ҡасабаһынан.
- Пятаева Наталья Вячеславовна (1964), рус теле белгесе-ғалим, 1994 йылдан Башҡорт дәүләт университетының һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2008). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1755 йыл: Джеймс Паркинсон, Бөйөк Британия табибы.
- 1770 йыл: Джордж Каннинг, Бөйөк Британияның сәйәси эшмәкәре.
тулы исемлек
- 1810 йыл: Генри Кресвик Роулинсон, Бөйөк Британия дипломаты, шәрҡиәтсе, Яҡын Көнсығыштың боронғо тарихын өйрәнеүсе ассириология фәненә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1825 йыл: Фердинанд Лассаль (1825), Германия философы, юрист һәм иҡтисадсы.
- 1880 йыл: Иван Касаткин, Рәсәй империяһы һәм СССР яҙыусыһы, журналист, 1919—1922 йылдарҙа ВЧК хеҙмәткәре, артабан журналдар ойоштороусы һәм уларҙың мөхәррире.
- 1905 йыл: Леонид Тубельский, СССР яҙыусыһы, драматург.
- 1920 йыл: Питер О’Доннелл, Бөйөк Британия яҙыусыһы, сценарист.
- 1965 йыл: Ирина Безрукова, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, телетапшырыуҙар алып барыусы.
- 1985 йыл: Ли Гын Хо, Корея футболсыһы.
- 1936 йыл: Ризаитдин Фәхретдинов, тарихсы, педагог, әҙип.
- 1996 йыл: Ғәбит Әхмәров, Советтар Союзы Геройы (1944).