11 июнь
11 июнь — рәсми календарь буйынса йылдың 162-се (кәбисә йылында 163-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 203 көн ҡала.
| ← июнь → | ||||||
| Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
| 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
| 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
| 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
| 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
| 29 | 30 | |||||
| 2026 йыл | ||||||
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
БМО: Уйын көнө.
Ер:
- Жак-Ив Кусто көнө.
Милли
АҠШ: Никах теркәүҙәр көнө.
Аргентина: Күршеләр көнө.
Гондурас: Студенттар көнө.
Рәсәй Федерацияһы:
- Мебель эшләүселәр көнө.
- Бөтә Рәсәй тарҡау склерозға ҡаршы көрәш көнө
Бразилия: Хәрби-диңгеҙ көстәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар
тулы исемлек
- 1930 йыл: АҠШ зоологы Уильям Биб һәм инженер Отис Бартон үҙҙәре эшләгән батисферала океан төбөнә 400 метр тәрәнлеккә төшә.
- 1930 йыл: Башҡортостан дәүләт тәбиғи ҡурсаулығы эшләй башлай.
- 1975 йыл: Төньяҡ диңгеҙҙә нефть сығарыу башлана.
- 1992 йыл: Рәсәйҙә ваучерҙар ярҙамында хосусилаштырыу программаһы ғәмәлгә инә.
- 2010 йыл: Көньяҡ Африка Республикаһында футбол буйынса донъя чемпионаты тантаналы асыла.
Был көндә тыуғандар
- Стулова Ольга Петровна (1915—11.03.1995), морфолог-ғалим. 1978 йылдан Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1980—1985 йылдарҙа зоология кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (1969), профессор (1971). Сығышы менән хәҙерге Әстерхан өлкәһенең Үрге Баҫҡынсаҡ станцияһы ҡасабаһынан.
- Сәмиғуллин Сәйфулла Нурулла улы (1940), селекционер-ғалим. 1993—2012 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2005 йылға тиклем селекция һәм орлоҡсолоҡ кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (1995), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Ҡарамалы ауылынан.
тулы исемлек
- Әбдрәшитов Рифҡәт Сөләймән улы (1940—9.02.2021), киномеханик. 2005 йылға тиклем Көйөргәҙе районы Яңы Мораптал ауылы киномеханигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1979), СССР-ҙың кинематография отличнигы. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Вәлиәхмәтов Рим Марс улы (1960), социолог-ғалим. 1986 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡорт дәүләт университеты һәм 2022 йылдан — Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2020 йылдан философия һәм социология факультеты деканы, 2022 йылдан — университеттың Гуманитар һәм социаль фәндәр институтының социаль һәм демографик тикшеренеүҙәр ғилми лабораторияһы мөдире. Социология фәндәре кандидаты (1993).
- Мацуев Денис Леонидович (1975), музыкант, виртуоз пианиносы, йәмәғәтсе. Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса совет ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2011) һәм Дәүләт премияһы лауреаты (2009). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2024). Сығышы менән Иркутск ҡалаһынан.
- Еремеев Пётр Васильевич (1911—2.10.1941), Бөйөк Ватан һуғышы тарихында тәүге төнгө таран яһап, батырҙарса һәләк булған летчик- истребитель, эскадрилья командиры урынбаҫары, өлкән лейтенант. Рәсәй Федерацияһы Геройы (1995, үлгәндән һуң).
- Варшавская Хана Леопольдовна (1921—5.09.2006), театр актёры, 1965—1985 йылдарҙа Республика рус драма театры актрисаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1950 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1981). II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» (1975) ордендары кавалеры. СССР-ҙа үткән ГДР-ҙың драма сәнғәте фестивале дипломанты (Мәскәү, 1975).
тулы исемлек
- Пашин Сергей Тимофеевич (1946), нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре, тау инженеры, иҡтисадсы-ғалим, йәмәғәтсе. 2003—2012 йылдарҙа «Газпром трансгаз Өфө» предприятиеһының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының өсөнсө (2003—2008) һәм дүртенсе (2008—2013) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре докторы (2001), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2004), Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2000), Рәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе (2001). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986), «Почёт Билдәһе» (1980), Дуҫлыҡ (2007) һәм 3‑сө дәрәжә преподопный Сергий Радонежский (2000) ордендары кавалеры.
- Буранғолова Рәмилә Мөнәүәр ҡыҙы (1961), спортсы. Еңел атлетика буйынса 1987—1991 йылдарҙа СССР, 1992 йылдан Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе һәм 1993—1996 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командалары ағзаһы. 1992 һәм 1996 йылдарҙағы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1990). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994).
- Згурский Иван Кондратьевич (1912—1990), төҙөүсе. «Востокнефтезаводмонтаж» тресын ойоштороусы һәм уның тәүге идарасыһы (1958—1973). Башҡорт АССР-ының етенсе (1967—1971) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе. Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Лоҡманов Үзбәк Риза улы (1932), педагог, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, журналист. 1973 йылдан Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының ойоштороу бүлеге инструкторы, 1982 йылдан «Руссий язык в башкирской школе» журналы мөхәррире, 1991—2001 йылдарҙа «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы мөхәррире, бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Әхмәт ауылынан.
тулы исемлек
- Прокопенко Алексей Владимирович (1972), нефтехимик-инженер, йәмәғәтсе. 1995 йылдан «Газпром Нефтехим Салауат» берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре: 2006 йылдан «Мономер» заводы директоры, 2009 йылдан «Газ-химия» заводының техник директоры, 2010 йылдан «Этилен-пропилен ЭП-380 проекты» етәксеһе. Салауат ҡала Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2009). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Шәмсетдинов Рауил Фәттәхетдин улы (1938), малсы. Миәкә районы «Урожай» колхозының элекке мал ҡараусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1981). Сығышы менән ошо райондың Сатый ауылынан.
- Богомолова Любовь Юрьевна (1953), педагог. 1975 йылдан Хәйбулла районы Татыр-Үҙәк, 1981—2011 йылдарҙа Бүребай урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2009) һәм мәғариф отличнигы (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Йылайыр ауылынан.
- Воронинский Сергей Сергеевич (1919—3.06.2006), инженер, сәнәғәт өлкәһе, урындағы башҡарма һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1961 йылдан халыҡ депутаттарының Өфө ҡала советы башҡарма комитеты рәйесе, 1969—1975 йылдарҙа КПСС-тың Өфө ҡала комитетының беренсе секретары. РСФСР-ҙың алтынсы—туғыҙынсы саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының бишенсе (1959—1963) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. КПСС-тың XXII—XXIV съездары делегаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1999).
- Шәрәфетдинов Виктор Хөсәйен улы (1944), рәссам-монументалист, педагог. 2001 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, 2008 йылдан — һүрәт кафедраһы мөдире, доцент. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1988).
тулы исемлек
- Мәүлитова Фәнүзә Хәмит ҡыҙы (1949), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре. 1970 йылдан Балаҡатай район үҙәк дауаханаһының шәфҡәт туташы, 1992 йылдан ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы акушеркаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (1997). Сығышы менән ошо райондың Апут ауылынан.
- Гөлдәр Ильясова (1954), сәнғәт өлкәһе хеҙмәткәре, бейеүсе, театр актёры һәм режиссёры. 1990 йылдан Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрының баш режиссёры, 1992—2008 йылдарҙа — художество етәксеһе; 2009—2013 йылдарҙа Стәрлетамаҡ филармонияһы режиссёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1994) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994).
- 1845 йыл: Эжен Мюнц, Францияның сәнғәт тарихсыһы.
- 1864 йыл: Рихард Штраус, Германия композиторы.
тулы исемлек
- 1895 йыл: Николай Булганин, СССР-ҙың сәйәси һәм хәрби эшмәкәре.
- 1906 йыл: Ольга Высоцкая, Бөтә Союз радиоһы дикторы. СССР-ҙың халыҡ артисы (1980).
- 1910 йыл: Жак-Ив Кусто, Донъя океанын өйрәнгән Франция тикшеренеүсеһе, аквалангты уйлап табыусы.
- 1918 йыл: Есенина Татьяна Сергеевна, рус шағиры Сергей Есенин менән Райх Зинаида Николаевнаның ҡыҙы, яҙыусы һәм журналист.
- 1925 йыл: Уильям Стайрон, АҠШ яҙыусыһы, Пулитцер премияһы лауреаты (1968).
- 1935 йыл: Нина Тимофеева, балет артисы, педагог, СССР-ҙың халыҡ артисы (1969).
- 1955 йыл: Юрий Седых, СССР спортсыһы, сүкеш ырғытыусы, ике тапҡыр олимпия чемпионы.
- 1970 йыл: Веня Д’ркин (тулы исеме Александр Литвинов), СССР һәм Украина музыканты, автор-башҡарыусы һәм шағир.
- 1985 йыл: Дмитрий Колдун, Белоруссия йырсыһы, композитор, «Евровидение—2007» конкурсында ҡатнашыусы.
Был көндә вафат булғандар
Йыл көндәре