16 август
16 август — рәсми календарь буйынса йылдың 228-се (кәбисә йылында 229-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 137 көн ҡала.
| ← август → | ||||||
| Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
| 1 | 2 | |||||
| 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
| 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
| 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
| 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
| 31 | ||||||
| 2026 йыл | ||||||
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Доминика Республикаһы: Республиканың яңырыу көнө.
Парагвай: Балаларҙы яҡлау көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Ҡурай еләге ҡайнатмаһы көнө.
АҠШ: Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 1930 йыл: Беренсе төҫлө һәм тауышлы мультфильм эшләнә.
- 1960 йыл: Стокгольмда Халыҡ-ара астронавтика академияһы ойошторола.
тулы исемлек
- 1976 йыл: СССР-ҙа «Ирония судьбы, или С лёгким паром!» фильмының премьераһы була.
- 1991 йыл: Башҡортостан һәм Татарстан Республикалары араһында «Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеү»гә ҡул ҡуйыла.
Был көндә тыуғандар
- Киселёв Иван Александрович (1920—3.01.2008), хәрби хеҙмәткәр, генерал-майор (1967). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан танкист. СССР-ҙың 3-сө саҡырылыш (1950—1954) Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Архангел ауылынан.
- Головченко Константин Александрович (1925—23.04.2003), рәссам, сәхнә биҙәүсе (сценограф). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1967—1985 йылдарҙа Башҡортостан ижади-производство комбинаты рәссамы. 1973 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1985). I (1945) һәм II (1985) дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Зәйнуллина Гәүһәр Динмөхәмәт ҡыҙы (1935—1.07.2023), телсе-ғалим. 1964—1990 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Филология фәндәре кандидаты (1988). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Загорский Валерий Куприянович (1940), инженер-механик-ғалим. 1965 йылдан Өфөләге «Союз» машиналар эшләү конструкторлыҡ бюроһы хеҙмәткәре; 1973 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1994), профессор (1998). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1976). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
- Григорьев Александр Николаевич (1955), спортсы, көрәшсе, тренер, педагог, йәмәғәтсе. Спорт көрәше буйынса Башҡортостан Республикаһының олимпия резервы спорт мәктәбе директоры, «Көрәш һарайы» спорт көрәше үҙәге автономиялы дәүләт учреждениеһының директор урынбаҫары. «Башҡортостан Республикаһының спорт көрәше Федерацияһы» республика спорт йәмәғәт ойошмаһының башҡарма комитеты ағзаһы. Классик көрәш буйынса СССР-ҙың спорт мастеры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2025), Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2015), атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре һәм мәғариф отличнигы (2010). Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2020).
- Солтанов Радик Ирек улы (1965), һәүәҫкәр спортсы, шәхси эшҡыуар. «Салауатбыяла» йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе. Биатлон буйынса СССР-ҙың спорт мастеры. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022). Педагог һәм үҙешмәкәр композитор, Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980) Мәрйәм Солтанованың улы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Мәсәғүт ауылынан.
- Ғафаров Шәмсетдин Шәйхетдин улы (1896—8.12.1937), хәрби һәм милиция органдары хеҙмәткәре. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында, 1920 йылғы совет-поляк һуғышында ҡатнашыусы. Ике Ҡыҙыл Байраҡ (1921) ордены кавалеры. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Горелова Зинаида Николаевна (1946—17.03.2006), табип-терапевт. 1977 йылдан (өҙөклөктәр менән) «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең 20-се медицина-санитария бүлеге табибы, шул иҫәптән 1988—2003 йылдарҙа поликлиниканың терапия бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1990). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Яңы Хвалын утарынан.
тулы исемлек
- Кәримов Заһир Шакир улы (1946), педагогғалим, юғары мәктәп хеҙмәткәре. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы, профессор. Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1996).
- Солтанов Рамзил Нурый улы (1932—?), малсы. Яңауыл районы «Париж коммунаһы» кохозының элекке сусҡа ҡараусыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Сығышы менән ошо райондың Асауҙыбаш ауылынан.
- Гвоздикова Инга Михайловна (1937), фән-ғалим-тарихсы. 1971—2013 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр Академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Тарих фәндәре кандидаты (1982). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2000).
тулы исемлек
- Толстиков Александр Генрихович (1957), ғалим-химик, Рәсәй Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (2000), химия фәндәре докторы (1993), профессор (2001). Рәсәй Федерацияһының Дәүләт (1993) һәм СССР-ҙың Ленин комсомолы (1986) премиялары лауреаты. Сығышы менән Алматы ҡалаһынан.
- Сурағолов Рәмил Мотаһар улы (1962), шағир, йыр текстары авторы. 1996 йылдан Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2006), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2010).
- Круль Леонид Янович (1923—8.10.1997), рәссам, 1961 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы.
- Мәүлитова Мөнәүәрә Ғәбдрәҡип ҡыҙы (1923), табип-ғалим, балалар хирургы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1979), профессор (1980). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1963). С. Д. Терновский исемендәге премия лауреаты (2008).
тулы исемлек
- Байдәүләтов Рафаэль Ибраһим улы 1943), энергетик, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1999—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер‑министры, 2008—2010 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советында Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы башҡарма органынан вәкил. Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Рәсәй Берҙәм энергетика системаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003), Рәсәй яғыулыҡ—энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (1993). Почёт (2004), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2003), Салауат Юлаев (2008) ордендары кавалеры. Белорет ҡалаһы һәм Белорет районының почётлы гражданы.
- Әхийәров Илфат (1988—25.03.2022), Украиналағы махсус операция барышында һәләк булған хәрби хеҙмәткәр, водитель, сержант. Генерал Шайморатов ордены кавалеры (2022, үлгәндән һуң). Сығышы менән Дүртөйлө ҡалаһынан.
- Хисмәтуллин Зиннәтулла Хисмәтулла улы (1919—16.06.1994), сауҙа өлкәһе хеҙмәткәре, гармунсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы сапёры. Ленин, II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Республика «Моңға бай гармун байрамы» лауреаты (1986).
- Фәхрисламов Нуриәхмәт Нурғәли улы (1939—1979), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Әбйәлил районы Киров исемендәге колхоздың элекке механизаторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
тулы исемлек
- Бушуев Юрий Анатольевич (1959), спортсы. Дельталёт спорты буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1996). 2003—2006 йылдарҙа Күмертау ҡалаһындағы «Ротор» спортклубы етәксеһе. 1989—1991 йылдарҙа СССР-ҙың, 1992 йылдан — Рәсәйҙең йыйылма командалары ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районы Алмалы ауылынан.
- Исхаҡов Өлфәт Янар улы (1959), агроном. Көйөргәҙе районы «Искра» кооперативының баш агрономы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2009). Сығышы иенән ошо райондың Яҡшымбәт ауылынан.
- Рябов Александр Алексеевич (1959), биолог-ғалим, тренер. 1998—2011 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының физик тәрбиә кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1991—1997 йылдарҙа дзюдо һәм самбо буйынса Башҡортостан йыйылма командаһының баш тренеры. Биология фәндәре кандидаты (2001), профессор (2005). Дзюдо буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2004). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2011) һәм физик культура отличнигы (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Шабалина Гульнара Афковна (1974), биолог-ғалим, дәүләт органы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Агросәнәғәт комплексы һәм тәбиғәттән файҙаланыу департаментының экология, тәбиғәттән файҙаланыу һәм урман хужалығы бүлеге кәңәшсеһе. Биология фәндәре кандидаты (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған экологы.
тулы исемлек
- 1650 йыл: Винченцо Коронелли, Италия картографы, энциклопедист.
- 1845 йыл: Габриэль Липпман, Франция физигы, Нобель премияһы лауреаты (1908).
- 1860 йыл: Жюль Лафорг, Франция шағиры.
- 1920 йыл: Леонид Беда, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, авиация генерал-лейтенанты, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
- 1920 йыл: Чарльз Буковски, АҠШ шағиры, яҙыусы.
- 1921 йыл: Рөстәм Яхин, Татарстан композиторы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1970). СССР-ҙың халыҡ артисы (1986).
- 1925 йыл: Радий Погодин, СССР яҙыусыһы, сценарист.
- 1940 йыл: Брюс Бересфорд, Австралия кинорежиссёры, «Оскар» премияһы лауреаты.
Был көндә вафат булғандар
Йыл көндәре