СССР-ҙың спорт мастеры

«СССР-ҙың спорт мастеры» (спорт белешмә әҙәбиәтендә стандарт ҡыҫҡартыу — МС) — СССР Үҙәк башҡарма комитеты ҡарамағындағы Физик культура юғары советы тарафынан 1935 йылда булдырылған спорт дәрәжәһе (шахмат буйынса алданыраҡ билдәләнә)[1].

Тарихы

Был исем 1937 йылда Берҙәм Бөтә Союз спорт классификацияһы индерелгәс, СССР спортсылары билдәләнгән нормативтарҙы үтәһә, бирелә башлай. 1992 йылда исем биреү тамамлана.

1935 йылғы билдәләрҙең номерҙары булмай. 1949 йылда яңы билдә булдырыла (башҡаса үҙгәртелмәй); 1-се һанлы билдә Альберту Абрамянға тапшырыла[1].

1960 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 15 949 кеше исем ала, 1975 йылдың 1 ғинуарына — яҡынса 108,1 мең кеше, 1980 йылда — яҡынса 158 мең кеше, 1988 йылға — яҡынса 250 мең кеше.[2][3][4][5].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 [ Спортивные звания] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  2. Мастер спорта СССР // Энциклопедический словарь по физической культуре и спорту. — М.: «Физкультура и спорт», 1962. — Т. 2. — С. 117.
  3. [ Спортивные звания] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  4. Союз Советских Социалистических Республик // Олимпийская энциклопедия. — М.: «Советская энциклопедия», 1980. — С. 330.
  5. Мастер спорта // Советский энциклопедический словарь. — М.: «Советская энциклопедия», 1989. — ISBN 5-85270-001-0. — С. 781.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә