4 июнь
4 июнь — рәсми календарь буйынса йылдың 155-се (кәбисә йылында 156-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 210 көн ҡала.
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | ||||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
БМО:
- Ғәйепһеҙ балалар — агрессия ҡорбандары көнө.
АҠШ: Ғаилә көнө.
- Дала көнө.
Ҡаҙағстан: Дәүләт символдары көнө.
Канада: Сәләмәтлек һәм фитнес көнө.
Нидерланд: Ҡартатай һәм оләсәй көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Ингуш Республикаһы көнө.
- «Крокодил» журналының тыуған көнө.
Тонга: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Эстония: Флаг көнө.
Молдавия: Банк хеҙмәткәрҙәре көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Йөк краны машинистары (крансылар) көнө.
- 1774 йыл: Салауат Юлаев отрядтары Бөрөнө ала.
- 1807 йыл: Рус армияһы составындағы ике башҡорт полкы Гросс-Егерсдорф, Таплакен быуаһы, Битенен һәм Юргайчен янындағы француздарға ҡаршы хәрби алыштарҙа ҡатнаша.
тулы исемлек
- 1856 йыл: Рәсәй империяһы сәүҙәгәре Павел Третьяков картина галерияһы ойоштора.
- 1917 йыл: Өфө губернаһының 1-се крәҫтиән съезы асыла, уның эшендә 1000 делегат ҡатнаша.
- 1922 йыл: Мәскәүҙә «Крокодил» журналының тәүге һаны баҫылып сыға.
- 1925 йыл: АҠШ-тың «Крайслер» автомобиль концерны ойошторола.
- 1940 йыл: Мәскәүҙә «Динамо» стадионы файҙаланыуға тапшырыла.
- 1962 йыл: СССР киноэкрандарында тәүге тапҡыр «Фитиль» сатирик киножурналы күрһәтелә.
- 1965 йыл: Мәскәүҙә шағир Михаил Лермонтовҡа һәйкәл асыла.
- 1992 йыл: Рәсәй Федерацияһы составында Ингуш Республикаһы ойошторола.
- 1993 йыл: Силәбе өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы көндәре башлана.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Брехова Галина Николаевна (1945), журналист. 1965 йылдан Бәләбәй районының урындағы радиотапшырыуҙарын ойоштороусы; 1983 йылдан «Белебеевские известия» район гәзитенең бүлек мөдире, 1993 йылдан — бүлек мөхәррире. 1988 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1995). Сығышы менән Приморье крайының Находка ҡалаһынан.
- Зенцов Вячеслав Николаевич (1955), төҙөүсе-инженер-ғалим. 1977—1984 йылдарҙа һәм 1998 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү кафедраһы мөдиренең фән буйынса урынбаҫары; 1984—1998 йылдарҙа республиканың төҙөлөш комплексы предприятиелары хеҙмәткәре. Техник фәндәр докторы (2005), профессор (2010). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2005). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Хәкимов Рафаэл Рөстәм улы (1990), Рәсәй хоккейсыһы, ҡапҡасы. Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе. 2019/2020 йыл миҙгелендә Череповецтың Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған «Северсталь» командаһы уйынсыһы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Полак Алексей Филиппович (1911—31.07.1990), төҙөүсе-инженер. 1980 йылдан Өфө нефть институтының төҙөлөш конструкциялары кафедраһы мөдире, 1986 йылдан — уҡытыусы. Техник фәндәр докторы (1965), профессор (1967). РСФСР-ҙың (1980) һәм Башҡорт АССР-ының (1974) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1984).
- Щебланова Елена Георгиевна (1921—26.04.2015), партия органдары хеҙмәткәре. 1966—1985 йылдарҙа КПСС-тың Стәрлетамаҡ ҡала комитетының беренсе секретары. Партияның XXIII (1966), XXIV (1971), XXV (1976) һәм XXVI (1981) съездары делегаты. Башҡорт АССР-ының етенсе (1967—1971), һигеҙенсе (1971—1975), туғыҙынсы (1975—1980) һәм унынсы (1980—1985) саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Ленин һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (1996).
тулы исемлек
- Баязитова Зифа Ғаяз ҡыҙы (1951), театр артисы. 1973 йылдан хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры. 1979 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1998).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Камалов Фредик Хәмзә улы (1937), тау инженеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1993), Рәсәй Федерацияһының Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997), Нефть сәнәғәте отличнигы (1982), СССР-ҙың спорт мастеры (1960).
- Ибраһимова Маһинур Кинйәбулат ҡыҙы (1947), педагог. 1967 йылдан Хәйбулла районы Оло Әбеш, 1977 йылдан — Йәнтеш, 1984—2005 һәм 2008—2012 йылдарҙа Атингән мәктәптәре уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән ошо райондың Михайловка ауылынан.
тулы исемлек
- Сәхипов Фликс Хәмәтгәрәй улы (1947), водитель. 1970 йылдан «Сельхозтехника»ның Дүртөйлө район берекмәһе, 1981—2000 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең Дүртөйлө технологик транспорт идаралығы водителе. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1978). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Кәңгеш ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шакирова Мәҙинә Мөхәмәтшакир ҡыҙы (1908—15.06.1975), малсы. 1950 йылдан Дүртөйлө районы Максим Горький исемендәге, 1960—1972 йылдарҙа — «Победа колхозы һауынсыһы. Ленин ордены кавалеры (1966). Сығышы менән ошо райондың Ҡаҙы-Йәлдәк ауылынан.
- Әхмәтова Һылыу Әхмәт ҡыҙы (1918—2002), табип, йәмәғәтсе. 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының I һәм 2-се саҡырылыш Юғары Советы (1938—1951) депутаты. I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Журавлёв Александр Фёдорович (1943), электромонтёр. 1966 йылдан «Южарланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы электромонтёры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1975). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Әңгәсәк ауылынан.
- Шохов Николай Иосифович (1948), эшсе. 1966—2008 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм ««Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе аппаратсыһы, слесары. РСФСР-ҙың атҡаҙанған химигы (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Ырныҡшы ауылынан.
- Александров Павел Владимирович (1953), социолог-ғалим, төҙөүсе, муниципаль орган хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1991 йылдан Эре панелле йорттар төҙөү тресының Өфө йорттар төҙөү комбинаты директоры; 1998—2002 йылдарҙа Өфө ҡалаһының Калинин район хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының икенсе саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Социология фәндәре кандидаты (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районының 1960-сы йылдар башында бөткән Островцы ауылынан.
- Сабанов Юрий Викторович (1978), спортсы. Билбау көрәше буйынса 2003—2008 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы (2008) һәм атҡаҙанған (2009) спорт мастеры. Донъя (2006—2007), Европа (2005, 2007—2008) һәм Рәсәй (2003, 2006—2007) чемпионы. Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рауилов Вәғиз Мөхлис улы (1924—2014), ауыл хужалығы, партия һәм урындағы башҡарма органдар хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1959 йылдан Дәүләкән районы ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, КПСС район комитетының икенсе секретары, хеҙмәтсәндәр депутаттарының район советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, 1968—1984 йылдарҙа — башҡарма комитет рәйесе. Башҡорт АССР-ының 8-се саҡырылыш (1971—1975) Юғары Советы депутаты. II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Дәүләкән ҡалаһы һәм Дәүләкән районының почётлы гражданы (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Ниғмәтулла ауылынан.
- Рәхмәтуллина Рәйсә Фәтхулла ҡыҙы (1939), педагог. 1966—1999 йылдарҙа Баймаҡ районы Ишмырҙа мәктәбе уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1777 йыл: Алексей Ермолов, Рәсәй империяһының хәрби һәм дәүләт эшмәкәре.
- 1801 йыл: Михаил Бестужев-Рюмин, декабрист.
тулы исемлек
- 1821 йыл: Аполлон Майков, Рәсәй империяһы шағиры.
- 1867 йыл: Карл Густав Эмиль Маннергейм, Финляндияның дәүләт һәм хәрби эшмәкәре, маршал.
- 1870 йыл: Элизабета Хессельблад, Швецияның шәфҡәт туташы, католик монахиняһы.
- 1882 йыл: Фёдор Комиссаржевский, Рәсәй империяһының театр режиссёры, педагог, рәссам һәм тәржемәсе.
- 1903 йыл: Евгений Мравинский, Ленинград симфоник оркестрының баш дирижёры, СССР-ҙың халыҡ артисы.
- 1930 йыл: Виктор Тихонов, СССР хоккейсыһы һәм тренеры.
- 1985 йыл: Ҡайсын Кулиев, Ҡабарҙы-Балҡар АССР-ының халыҡ шағиры (1967). СССР-ҙың Ленин премияһы (1990), Дәүләт премияһы (1974), РСФСР-ҙың М.Горький исемендәге Дәүләт премияһы (1966) лауреаты.
- 1995 йыл: Рәмзилә Хисаметдинова, башҡорт шағиры, педагог, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы.