11 ноябрь
11 ноябрь (рус. 11 ноября) — рәсми календарь буйынса йылдың 315-се көнө (кәбисә йылында 316-сы). Йыл аҙағына тиклем 50 көн ҡала.
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
БМО:
Ер: Беренсе донъя һуғышы тамамланған көн.
АҠШ: Ветерандар көнө.
Ангола: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Ҡаҙағстан: Энергияны һаҡсыл ҡулланыу көнө.
Ҡытай: Буйҙаҡтар көнө.
Польша: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Иҡтисадсылар көнө.
- Офтальмологтар көнө.
- Тимер юлының төҙәтеү поезында эшләүселәр көнө.
- Хәрби пенсионерҙар көнө.
Украина: Офтальмологтар көнө.
- 1843 йыл: Андерсен Ханс Кристиан «Ерәнес өйрәк себеше» әкиәтен баҫтыра.
- 1918 йыл: Беренсе донъя һуғышы тамамланыуын раҫлаған Компьен ваҡытлы килешеүе төҙөлә.
тулы исемлек
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Фәрхетдинов Рауил Ғилметдин улы (1920—16.09.2010), терапевт-ғалим, йәмәғәтсе. 1955—1990 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1968—1984 йылдарҙа эске ауырыуҙар пропедевтикаһы кафедраһы мөдире. 1974—1984 йылдарҙа Башҡортостан терапевтары йәмғиәте рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1971), профессор (1972). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Уран ауылынан.
- Хәбибуллин Әсҡәт Хәсән улы (1925—2016), нефть сәнәғәте алдынғыһы, инженер-технолог. СССР-ҙың почётлы нефтсеһе. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Октябрьский ҡалаһының почётлы гражданы.
тулы исемлек
- Насиров Рәүеф Хәй улы (1935—6.06.2014), журналист, яҙыусы, публицист. 1970 йылдан СССР Журналистар союзы, 1999 йылдан Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар союздары ағзаһы. 1967—1982 йылдарҙа Учалы районының «Ураҡ һәм сүкеш» гәзите мөхәррире, 1982 йылдан хәҙерге «Башҡортостан» гәзитенең бүлек мөдире, 1991 йылдан — баш мөхәррир урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡорт АССР-ының (1978) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Шәһит Хоҙайбирҙин (1990) һәм Муса Мортазин (1993) исемендәге премиялар лауреаты.
- Васильев Георгий Никонович (1945—1994), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1972—1994 йылдарҙа Ауырғазы районы Пушкин исемендәге колхоз рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Вәхитов Венер Абсаттар улы (1945), ғалим-биохимик, молекуляр биолог. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), биология фәндәре докторы (1990), профессор (1993). Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған фән эшмәкәре. 1981 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Биохимия һәм генетика институтының лаборатория мөдире, 1990 йылдан — директоры, 2017 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәре; бер үк ваҡытта 1995—2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы вице президенты. II дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2012).
- Дауытова Земфира Әхиәр ҡыҙы (1955), ғалим-офтальмолог. 1980 йылдан Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты ғилми хеҙмәткәре, 1993 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2001 йылдан — директор урынбаҫары, 2002 йылдан — бүлек етәксеһе, бер үк ваҡытта 1999—2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш офтальмологы. 2008 йылдан «Татнефть» йәмғитәенең һәм Әлмәт ҡалаһы медик-санитария бүлегенең бүлек мөдире, 2011 йылдан — Санкт Петербург дипломдан һуң белем биреү медицина академияһының офтальмология клиникаһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2004), Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1999).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гайдым Иван Яковлевич (1916—24.06.1944), 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында ҡатнашҡан, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, уҡсылар полкының рота командиры, капитан. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ожегова Анастасия Васильевна (1922—18.12.1999), механизатор, йәмәғәтсе. 1958—1978 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Дыуан районы «Рәсәй» колхозы тракторсыһы. Башҡорт АССР-ының 8-се саҡырылыш (1971—1975) Юғары Советы депутаты, Юғары Совет Президиумы ағзаһы. 2-се Бөтә Союз колхозсылар съезы (1969), СССР ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының 4-се съезы делегаты (1972). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
- Басиров Әсхәт Ғиниәт улы (1927—3.10.2012), нефтсе. 1957—1987 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының өлкән операторы һәм мастеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1975), Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы нефтсеһе (1994). Ленин ордены кавалеры (1966), СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1977).
тулы исемлек
- Арыҫланов Ринат Гәрәй улы (1932), инженер-йылылыҡ технигы. 1955 йылдан Салауат ТЭЦ-ы инженеры, 1962 йылдан цех начальнигы урынбаҫары, 1964 йылдан — цех начальнигы; 1967 йылдан Ҡарман ГРЭС-ының цех начальнигы урынбаҫары, 1968 йылдан баш инженер урынбаҫары, 1980 йылдан — баш инженер, 1997—2005 йылдарҙа бүлек начальнигы, 2006—2008 йылдарҙа — инженер. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған энергетигы (1987), СССР-ҙың энергетика һәм электрләштереү отличнигы (1971) һәм почётлы энергетигы (1990), СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районының Килем ауылынан.
- Вәхитова Рәйсә Карам ҡыҙы (1932), педагог. 1953—1986 йылдарҙа Хәйбулла районы мәктәптәре, шул иҫәптән 1955—1982 йылдарҙа Аҡъярҙағы 1-се мәктәп уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986). Сығышы менән ошо райондың Яңауыл ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гурвич Николай Александрович (1828—20.05.1914), табип, иҡтисадсы, тарихсы, этнограф, географ, йәмәғәтсе. Тулы хоҡуҡлы статский советник (1880). Башҡортостандың беренсе профессиональ статистика хеҙмәткәре. 1865—1986 йылдарҙа «Уфимские губернские ведомости» гәзите мөхәррире. Сығышы менән хәҙерге Беларусь Республикаһының Гродно ҡалаһынан.
- Степан Злобин (1903—15.09.1965), рус совет яҙыусыһы. «Салауат Юлаев» тарихи романы (1929) авторы. Беренсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1952).
тулы исемлек
- Әйүпов Рафаэль Мөхәмәт улы (1928—14.10.1995), театр актёры, режиссёр, педагог. 1960 йылдан Салауат башҡорт дәүләт драма театры режиссёры; 1963—1968 йылдарҙа хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры режиссёры, 1982—1988 йылдарҙа — баш режиссёры; 1968—1970 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссёры; 1970—1982 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1952 йылдын СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Учалы районының Малай-Муйнаҡ ауылынан.
- Мөнирова Рәфилә Мөғәллим ҡыҙы (1963), мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1984 йылдан Ҡариҙел районының «Йәшлек» халыҡ бейеү ансамбле етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Сығышы менән ошо райондың Яҡуп ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Айытбаев Әхәт Абдулғәни улы (1914―15.12.1981), урындағы башҡарма, мәғариф, мәҙәниәт һәм почта хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1951 йылдан Хәйбулла районы Вәлит ауыл советы секретары, бер үк ваҡытта Иҫәнгилде башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы, 1957 йылдан Иҫәнгилде ауыл клубы мөдире, 1969―1974 йылдарҙа Сиҙәм почта бүлексәһе почтальоны. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1967). Сығышы менән ошо райондың Иҫәнгилде ауылынан.
- Бусаргин Николай Матвеевич (1919—26.07.1990), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, уҡсылар полкының рота командиры, майор (1958). Советтар Союзы Геройы (1946). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Ивановка ауылынан.
- Фадеев Иван Павлович (1924), эшсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия рядовойы. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Тирлән ауылынан.
тулы исемлек
- Морин Владимир Александрович (1949), педагог. 1980—2015 йылдарҙа Күмертау ҡалаһының 82-се техник училищеһы һәм 73-сө һөнәри лицей директоры. Рәсәй Федерацияһының почётлы башланғыс һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009) һәм һөнәри-техник белем биреү отличнигы (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Глуховская станцияһынан.
- Әсәҙуллин Рәмил Миҙхәт улы (1954), математик-ғалим. 1977―1996 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1999―2014 йылдарҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының программалау һәм хисаплау математикаһы кафедраһы мөдире. Физика‑математика фәндәре докторы (2000). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2004), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1050 йыл: Генрих IV, Изге Рим империяһы императоры.
- 1821 йыл: Фёдор Михайлович Достоевский, Рәсәй империяһы яҙыусыһы.
- 1965 йыл: Зыя Мансур, Башҡортостандың Дүртөйлө районы Етембәк ауылында тыуып, Татарстанда ижад иткән журналист һәм шағир, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 2004 йыл: Ясир Арафат, Палестин автономияһы башлығы.
тулы исемлек
- 2007 йыл: Рим Йәнғужин, этнограф, тарих фәндәре докторы (1990), профессор (1991), Башҡортостан Республикаһының (1993) һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002).
- 2012 йыл: Илья Олейников, актёр, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2001).