Бусаргин Николай Матвеевич
Николай Матвеевич Бусаргин (1919 йылдың 11 ноябре, Дәүләкән районы — 1990 йылдың 26 июле, Нальчик) — хәрби хеҙмәткәр, майор (1958). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкының рота командиры. Советтар Союзы Геройы (1946).
Биографияһы
Бусаргин Николай Матвеевич 1919 йылдың 11 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе, хәҙер Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы, Покровка ауылында тыуған[1].
Тулы булмаған урта белемле. Хәрби хеҙмәткә саҡырылғанға тиклем Дәүләкән районының Асылыкүл МТС-ында тракторсылар бригадаһы бригадиры ярҙамсыһы булып эшләй.
1939 йылда Дәүләкән район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. Бөйөк Ватан һуғышында — 1941 йылдан. 1942 йылда кесе лейтенанттар курсын, 1944 йылда — «Выстрел» курсын (рус.)баш. тамамлай. 1945 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
Лейтенант Н. М. Бусаргин Чехословакия өсөн алыштарҙа батырлыҡ күрһәтә. 1945 йылдың 23 мартында үҙенең ротаһы менән Комарно ҡалаһы эргәһендә Дунай йылғаһына сыға һәм гитлерсыларға сигенеү юлын киҫә. 29-ынан 30-ына ҡараған төндә рота дошмандың көслө миномёт һәм пулемёт уты аҫтында беренсе булып Дунай йылғаһын аша сығып, плацдармды (рус.)баш. яулай һәм шунда нығына. Гитлерсыларҙың ротаны йылғаға төшөргә мәжбүр итергә тырышыуы уңышһыҙлыҡҡа осрай. Дошман пехотаһының танкылар, үҙйөрөшлө орудиелар һәм бронетранспортёрҙар ярҙамындағы барлыҡ һөжүме кире ҡағыла, дошман күп юғалтыу кисерә. Н. М. Бусаргин һәр саҡ үҙенең өлгөһө менән яугирҙарҙы дәртләндерә. Ротаның контрһөжүме гитлерсыларҙы траншеяларҙан ҡыуып сығара һәм, сигенгән дошманды ҡыуа барып, һуғышсылар Комарно ҡалаһына бәреп инә һәм дивизия частарына юл аса[2].
1946 йылдың 15 майында, Ленин ордены һәм «Алтын йондоҙ» миҙалы (№ 6305) тапшырылып, Николай Матвеевич Бусаргинға «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[3].
Һуғыштан һуң Николай Бусаргин Совет Армияһында хеҙмәтен дауам итә. 1950 йылда округ КУОС-ын, 1958 йылда — «Выстрел» курсын тамамлай. 1959 йылдан майор Н. М. Бусаргин — запаста (рус.)баш..
Ҡабарҙы-Балҡар АССР-ының баш ҡалаһы Нальчикта йәшәй һәм эшләй. 1990 йылдың 26 июлендә вафат була[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (1946)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 6305, 1946)
- Ленин ордены
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[3]
- Өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (06.07.1943)[3]
- Миҙалдар
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Николай Матвеевич Бусаргиндың исеме Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы муниципаль (рус.)баш. районы Дәүләкән ҡалаһы 5-се гимназия автономиялы дөйөм белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһына бирелә[4][5];
- Дәүләкән районы Ивановка ауылында Николай Бусыргинға һәйкәл, Нальчик ҡалаһында ул йәшәгән йортҡа — мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 И. Ғ. Кәримова. Бусаргин Николай Матвеевич (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ғинуар 2026.
- ↑ 1 2 Н. В. Уфаркин. Бусаргин Николай Матвеевич. Патриотический интернет проект «Герои Страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 3 Бусаргин Николай Матвеевич. Портал Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ғинуар 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Бусаргин Николай Матвеевич (Тикшерелеү көнө: 19 ғинуар 2026)
- Международный патриотический интернет проект «Герои Страны». Бусаргин Николай Матвеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 ғинуар 2026)
- Портал Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Бусаргин Николай Матвеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 ғинуар 2026)
- Общественный проект «Герои Отечества» Приволжского федерального округа. Бусаргин Николай Матвеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 ғинуар 2026)
- Союз поискового движения ПФО «Никто не забыт». Официальный сайт. Бусаргин Николай Матвеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 ғинуар 2026)
- Республиканский музей боевой Славы. Официальный сайт. Бусаргин Николай Матвеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 ғинуар 2026)
