Етембәк

Етембәк (рус. Зитембяк) — Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 195 кеше булған[2]. Почта индексы — 452328, ОКАТО коды — 80224810008.

Тарихы

Етембәк — аҫаба башҡорттарҙың Базы йылғаһы буйында урынлашҡан ауылы. 1795 йылдағы V рәүиздә унда 56 башҡорт һәм рәүиз үткәрелер алдынан ғына ауылға индерелгән 2 типтәрҙең йәшәүе теркәлә (типтәрҙәр һәм припущенниктар — теге йәки был сәбәптәр арҡаһында ерһеҙ ҡалған башҡорттар). 1859 йылдағы рәүиздә ауылда 187 башҡорт һәм 26 типтәр йәшәй. 1920 йылда үткәрелгән тәүге совет рәүизе ваҡытында 85 ихатала йәшәгәндәрҙең барыһы ла башҡорттар тип таныла[3].

1843 йылда 92 башҡортҡа 216 ат, 222 һыйыр, 98 һарыҡ тура килә. Уларҙың 216 дисәтинә һөрөнтө ере, бер тирмәне була. Умартасылары 16 солоҡ, 36 умарта тота. 1870 йылда ауылда мәсет булмай, 11 типтәр (2 ихата) 9 ат, 7 һыйыр, 3 һарыҡ һәм 1 кәзә аҫырай[3].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 195 96 99 49,2 50,8

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Дүртөйлө): 23 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Шишмә): 2 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 144 км

Билдәле шәхестәре

Сығанаҡтар

Әҙәбиәт

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә